Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

12-СЕ БҮЛЕК

Ғайса беҙҙе доға ҡылырға өйрәтә

Ғайса беҙҙе доға ҡылырға өйрәтә

ҺИН Йәһүә Алла менән һөйләшәһеңме? ~ Ул беҙҙең үҙе менән һөйләшеүебеҙҙе теләй. Алла менән һөйләшеү доға тип атала. Ғайса йыш ҡына күктәге Атаһы менән һөйләшкән. Ҡайһы ваҡыт, Атаһы менән һөйләшер өсөн, ул бер үҙе генә ҡалырға теләгән. Изге Яҙмала, бер көндө ул «яңғыҙ ғына доға ҡылырға тип тауға» менде һәм, кис еткәс, унда бер үҙе ҡалды, тип әйтелә (Матфей 14:23).

Һин ҡайҙа, бер үҙең генә ҡалып, Йәһүә менән һөйләшә алаһың? ~ Мәҫәлән, кисен, йоҡларға ятыр алдынан, Йәһүәгә доға ҡылып була. Ғайса былай тигән: «Доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та, күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл» (Матфей 6:6). Һин йоҡлар алдынан һәр ваҡыт доға ҡылаһыңмы? ~ Быны эшләү бик мөһим.

Ғайса бер үҙе ҡалғанда ла, башҡалар менән бергә булғанда ла доға ҡылған

Ғайса шулай уҡ башҡалар алдында ла доға ҡылған. Дуҫы Лазарь үлгәс, Ғайса башҡалар менән бергә Лазарҙың ҡәбере янында доға ҡылған (Яхъя 11:41, 42). Ғайса шулай уҡ шәкерттәре менән осрашҡан ваҡытта ла доға ҡылған. Бөгөн дә беҙҙең йыйылыш осрашыуҙарында доға ҡылалар. Һин шундай осрашыуҙарға йөрөйһөңмө? ~ Ғәҙәттә, унда ололарҙың берәйһе доға ҡыла. Уның доғаһын иғтибар менән тыңла, сөнки ул һинең исемеңдән дә доға ҡыла. Шул саҡта доғаның аҙағында һин «амин» тип әйтә алырһың. Ә «амин» тигән һүҙ нимәне аңлата? ~ «Амин» тип әйтеүең шуны аңлата: һин доғала әйтелгәндәр менән ризаһың һәм үҙең дә доғала шундай фекерҙәр әйтергә теләйһең.

Ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарыбыҙҙа яңғыраған доғаларҙы иғтибар менән тыңларға кәрәк?

Ғайса шулай уҡ ашар алдынан доға ҡылған. Ул ризыҡ өсөн Йәһүәгә рәхмәт әйткән. Ә һин ашар алдынан һәр ваҡыт доға ҡылаһыңмы? ~ Ашай башлар алдынан Йәһүәгә доғала рәхмәт әйтеү дөрөҫ. Башҡалар менән бергә ашарға ултырғанда, ғәҙәттә, ололарҙың береһе доға ҡылалыр. Ә әгәр ҙә һин бер үҙең йә Йәһүәгә ризыҡ өсөн рәхмәт әйтмәгән кешеләр менән ашаһаң? ~ Ул саҡта һиңә үҙеңә доға ҡылырға кәрәк булыр.

Беҙгә гел дә ҡысҡырып доға ҡылырға кәрәкме? Йәһүә эстән әйтелгән доғаларҙы ишетәме? ~ Әйҙә, яуапты Ниҡәми менән булған осраҡтан беләйек. Ниҡәми Йәһүәгә ышанған. Ул Артаксеркс батша һарайында хеҙмәт иткән. Бер көндө Ниҡәми ҡайғыға төшкән, сөнки ул, Иерусалимдың — үҙ халҡының баш ҡалаһы стеналары емерек хәлдә ята, тигән хәбәр алған.

Һин ҡасан, Ниҡәми шикелле, эстән генә доға ҡыла алаһың?

Батша Ниҡәмиҙән, һин ни эшләп борсоулы, тип һорағас, Ниҡәми, батшаға яуап бирер алдынан, эстән генә доға ҡылған. Шунан һуң ул батшаға борсолоуҙары тураһында һөйләгән һәм, емерелгән стеналарҙы торғоҙор өсөн, Иерусалимға ебәреүен үтенгән. Ә шунан нимә булған? ~

Эйе, Алла Ниҡәмиҙең доғаһына яуап биргән. Батша уға, Иерусалимға барып, ҡаланың стеналарын торғоҙорға рөхсәт иткән. Бынан тыш, ул уға, яңы стеналар төҙөр өсөн, күп итеп ағас биргән. Был осраҡтан күренеүенсә, Алла эстән әйтелгән доғаларыбыҙҙы ишетә һәм уларға яуап бирә (Ниҡәми 1:2, 3; 2:4—8).

Ә һин нисек уйлайһың, доға ҡылғанда башты эйергә йә тубыҡланырға кәрәкме? ~ Ғайса ҡайһы саҡта тубыҡланып, ә ҡайһы саҡта баҫып доға ҡылған. Ә ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, Лазарь хаҡында доға ҡылғанда, ул башын күккә күтәреп доға ҡылған.

Һинең менән беҙ нимә белдек? ~ Эйе, баҫып, ултырып йә башҡаса доға ҡылабыҙмы — был мөһим түгел. Ҡайһы саҡта башты эйеп, күҙҙәрҙе йомоп доға ҡылыу дөрөҫ булыр. Башҡа осраҡтарҙа һин, бәлки, Ғайса һымаҡ, тубыҡланып доға ҡылырға теләрһең. Иҫеңдә тот: беҙ Йәһүәгә теләһә ҡайһы ваҡытта — көндөҙ ҙә, төндә лә — доға ҡыла алабыҙ, һәм ул беҙҙе ишетә. Ә иң мөһиме, Йәһүәнең доғаларыбыҙҙы ишетеүенә бер ҙә шикләнмәҫкә кәрәк. Һин Йәһүәнең доғаларыңды ишетеүенә ышанаһыңмы? ~

Һин Алла менән нимә тураһында һөйләшә алаһың?

Беҙ доғала Йәһүәгә нимә тураһында әйтергә тейеш? ~ Һин Йәһүә менән нимә тураһында һөйләшәһең? ~ Йәһүә беҙгә шул тиклем күп бүләктәр бирә, һәм, әлбиттә, бының өсөн уға рәхмәт әйтеү дөрөҫ булыр, шулай бит? ~ Беҙ Аллаға тәмле ризыҡ өсөн рәхмәт әйтә алабыҙ. Ә һинең уға зәңгәр күк, йәшел ағастар һәм матур-матур сәскәләр өсөн рәхмәт әйткәнең бармы? ~ Алла уларҙы ла беҙгә бүләк итеп биргән.

Бер саҡ Ғайсаның шәкерттәре унан үҙҙәрен доға ҡылырға өйрәтеүен һораған. Шунда Бөйөк Остаз тәү сиратта нимә хаҡында доға ҡылырға кәрәклеге тураһында әйткән. Беләһеңме, нимә тураһында? ~ Изге Яҙмаңды алып, Матфей китабының 6-сы бүлеген ас. Унда 9-сы шиғырҙан 13-сө шиғырға тиклем күп кешеләргә билдәле булған доға яҙылған. Әйҙә, уны бергәләп уҡыйыҡ.

Ғайса Алланың исеме тураһында доға ҡылырға өйрәткән. Ул, Алланың исеме изге ителһен, тип доға ҡылырға кәрәк тигән. Ә Алланың исеме нисек? ~ Эйе, уның исеме Йәһүә, һәм беҙ уның исемен яратырға тейеш.

Ғайса шулай уҡ Алла Батшалығының килеүе тураһында доға ҡылырға өйрәткән. Был бик мөһим, сөнки Батшалыҡ ергә тыныслыҡ килтерәсәк һәм ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк.

Шунан һуң Бөйөк Остаз, күктәге кеүек, ерҙә лә Алланың ихтыяры үтәлһен, тип доға ҡылырға кәрәк тигән. Әгәр беҙ был турала доға ҡылабыҙ икән, беҙгә үҙебеҙгә лә Алла теләгәнде эшләргә кәрәк.

Ғайса көндәлек ризыҡ тураһында ла доға ҡылырға өйрәткән. Ул шулай уҡ, хаталар яһағанда, Йәһүәнән ғәфү үтенергә кәрәк тигән. Әммә, Алла беҙҙе ғәфү итһен өсөн, беҙгә үҙебеҙгә лә башҡаларҙы ғәфү итергә кәрәк. Һиңә быны эшләү еңелме? ~

Ахырҙа Ғайса, Шайтан Иблистән яҡлау һорап, Аллаға доға ҡылырға кәрәк, тип өйрәткән. Быларҙың барыһы тураһында ла доға ҡылыу бик мөһим.

Алла доғаларыңды ишетә икәненә шикләнмә. Беҙгә ярҙам һорауҙан тыш, Йәһүәгә рәхмәт тә әйтергә кәрәк. Доғаларыбыҙҙа эскерһеҙ булһаҡ һәм дөрөҫ булғанды һораһаҡ, Йәһүә шатлана. Ул беҙгә һорағаныбыҙҙы бирәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? ~

Доға тураһында яҡшы кәңәштәрҙе шулай уҡ Римдарға 12:12; 1 Петр 3:12 һәм 1 Яхъя 5:14-тә табып була.