Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ БҮЛЕК

«Был — минең Улым»

«Был — минең Улым»

БАЛАЛАР үҙ эштәре менән атай-әсәйҙәрен ҡыуандыра ала. Ҡыҙы берәй нәмәне яҡшы итеп эшләһә, атаһы: «Был минең ҡыҙым», — тип шатланып ҡуя. Ә улы берәй эште яҡшы итеп башҡарһа, атаһы ғорурланып: «Был минең улым», — тип әйтә.

Ғайса һәр ваҡыт Атаһын ҡыуандыра. Шуға күрә Атаһы уны гел маҡтап тора. Ғайса өс шәкерте менән бергә булғанда, Атаһының нимә әйткәнен хәтерләйһеңме? ~ Эйе, Ғайсаның Атаһы күктән: «Был — Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым», — тип әйткән (Матфей 17:5).

Ғайса Атаһын ҡыуандырған эштәрҙе башҡарырға теләй. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Сөнки ул ысынлап та үҙенең Атаһын ярата. Берәй нәмәне эшләргә тейеш булғанға ғына эшләһәң, уны эшләүе ауыр булыр. Әммә шул эште теләп эшләһәң, уны башҡарыуы еңел булыр.

Ғайса, әле ергә килгәнсе, Атаһы уға нимә генә эшләргә ҡушмаһын, барыһын да теләп башҡарған, сөнки ул Атаһын — Йәһүә Алланы яратҡан. Уға күктә Атаһы янында рәхәт булған. Әммә Алла Ғайсаға мөһим бер йөкләмә биргән. Был йөкләмәне үтәр өсөн, Ғайсаға күкте ҡалдырырға тура килгән: ул, ергә килеп, бәләкәй бала булып тыуырға тейеш булған. Ғайса быны теләп эшләгән, сөнки был йөкләмәне уға Йәһүә тапшырған.

Ябраил фәрештә Мәрйәмгә нимә әйткән?

Ләкин ерҙә бәләкәй бала булып тыуыр өсөн, Ғайсаға әсәй кәрәк булған. Ғайсаның әсәһенең исемен беләһеңме? ~ Уның исеме Мәрйәм. Йәһүә күктән Мәрйәм янына Ябраил исемле фәрештәһен ебәргән. Ябраил уға, һин ул тыуҙырасаҡһың, һәм уға Ғайса тигән исем ҡушырҙар, тип әйткән. Ә баланың атаһы кем булыр? ~ Фәрештә әйткәнсә, баланың Атаһы Йәһүә Алла буласаҡ. Бына шуның өсөн дә Ғайса Алла Улы тип аталған.

Мәрйәм был хәбәрҙе нисек ҡабул иткән? ~ Ул, мин Ғайсаның әсәһе булырға теләмәйем, тигәнме? Юҡ. Мәрйәм Алла ҡушҡанды эшләргә әҙер булған. Әммә күктә йәшәгән Алланың Улы нисек итеп ерҙә бәләкәй бала булып тыуа алған? Ғайсаның тыуыуы башҡа балаларҙыҡынан нимә менән айырылып торған? Һин быны беләһеңме? ~

Алла беренсе кешеләрҙе, Әҙәм менән Һауаны, ғәжәп итеп барлыҡҡа килтергән: атай менән әсәй бер-береһе менән бик яҡын булғандан һуң, әсәй эсендә бала үҫә башлай. Кешеләр быны мөғжизә тип атайҙар. Һис шикһеҙ, һин дә бының менән ризалашырһың.

Ләкин Ғайса осрағында Алла тағы ла ғәжәберәк мөғжизә ҡылған. Ул Ғайсаның ғүмерен күктән Мәрйәмдең эсенә күсергән. Алланың быға тиклем дә, бынан һуң да ундай мөғжизә ҡылғаны булмаған. Шулай итеп Ғайса Мәрйәм эсендә башҡа балалар әсәләренең эсендә үҫкән һымаҡ үҫә башлаған. Шунан һуң Мәрйәм Йософҡа кейәүгә сыҡҡан.

Мәрйәмгә бала табырға ваҡыт еткәс, ул Йософ менән Вифлеем ҡалаһына китә. Ләкин ҡалала бик күп кеше йыйылғанға, Йософ менән Мәрйәм хатта ҡуныр өсөн бүлмә лә таба алмай. Шуға күрә уларға мал һарайында урынлашырға тура килә. Ғайса тыуғас, Мәрйәм уны, рәсемдә күрһәтелгәнсә, утлыҡсаға һалған. Утлыҡса — ул һыйырҙарға һәм башҡа малға ризыҡ һала торған урын.

Ни өсөн Ғайсаны утлыҡсаға һалғандар?

Ғайса тыуған төндә бер ваҡиға була. Вифлеем янындағы көтөүселәргә бер фәрештә күренә. Ул Ғайсаның мөһим кеше булыуы хаҡында әйтә. Ул былай ти: «Мин һеҙгә бөтә кешеләрҙе бәхетле итәсәк ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем. Бөгөн һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы» (Лука 2:10, 11).

Фәрештә көтөүселәргә ниндәй яҡшы хәбәр еткергән?

Фәрештә көтөүселәргә Ғайсаны Вифлеемда мал утлыҡсаһында таба алыуҙары тураһында әйтә. Кинәт был фәрештәгә бик күп башҡа фәрештәләр ҡушыла, һәм улар бергә Йәһүәне данлай башлай. Фәрештәләр: «Аллаға дан! Алланың яратҡан кешеләренә ерҙә именлек булһын!» — тип йырлай (Лука 2:12—14).

Фәрештәләр күҙҙән юғалғас, көтөүселәр Вифлеемға китә һәм унда Ғайсаны эҙләп таба. Улар Йософ менән Мәрйәмгә фәрештәләрҙән ишеткәндәрен һөйләп бирә. Мәрйәм Ғайсаның әсәһе булырға ризалашҡанына бик шатланғандыр!

Бер аҙ ваҡыт үткәс, Мәрйәм менән Йософ, Ғайсаны алып, Назара ҡалаһына күсеп китә. Ғайсаның бала сағы тап шунда үтә. Ҙурайғас, ул мөһим бер эш башлап ебәрә. Ул кешеләрҙе өйрәтә башлай. Был эш Йәһүә уға ерҙә үтәргә ҡушҡан йөкләмәнең бер өлөшө булған. Ғайса күктәге Атаһын ныҡ яратҡанға, был йөкләмәне теләп үтәгән.

Ғайса, Бөйөк Остаз булып киткәнсе, Иордан йылғаһында һыуға сумдырылған. Уны Сумдырыусы Яхъя һыуға сумдырған. Ул көндә ғәжәп бер ваҡиға булған! Ғайса һыуҙан сыҡҡас, Йәһүә күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» — тип әйткән (Матфей 3:17). Һиңә атай-әсәйеңдең, беҙ һине яратабыҙ, тип әйтеүе оҡшаймы? ~ Һис шикһеҙ, Ғайсаға ла был оҡшаған.

Ғайса һәр ваҡыт дөрөҫ булғанды эшләгән. Ул үҙен бер ҡасан да бөйөгөрәк итеп күрһәтергә тырышмаған. Ул кешеләр алдында үҙен Алла тип атамаған. Ябраил фәрештә Мәрйәмгә, Ғайса Алланың Улы тип аталасаҡ, тигән. Ғайса үҙе лә, мин Алланың улы, тигән. Ул кешеләргә, Атайымдан күберәк беләм, тип әйтмәгән. Киреһенсә, ул: «Атам Минән бөйөгөрәк», — тигән (Яхъя 14:28).

Күктә булған саҡта ла Ғайса һәр ваҡыт Атаһы ҡушҡанды эшләгән. Ул: «Ярар, мин барыһын эшләрмен», — тип әйтеп, бының урынына башҡа берәй эшкә тотонмаған. Ул Атаһын яратҡан. Ул иғтибар менән Атаһының һәр әйткән һүҙен тыңлаған. Ергә килгәс, Ғайса күктәге Атаһынан тапшырылған бөтә йөкләмәләрҙе үтәгән. Ул ваҡытын бушҡа уҙғармаған. Бына ни өсөн Йәһүә үҙ Улы менән ҡәнәғәт булған!

Беҙ ҙә Йәһүәне ҡыуандырырға теләйбеҙ, шулай бит? ~ Бының өсөн беҙгә лә, Ғайса һымаҡ, Аллаға тыңлаусан булырға кәрәк. Алла беҙҙең менән Изге Яҙма аша һөйләшә. Һин нисек уйлайһың, Алланы тыңлаған булып ҡыланып, Изге Яҙмаға ҡаршы килгән нәмәләргә ышаныу йә Аллаға оҡшамаған эштәр эшләү дөрөҫ булыр инеме? ~ Йәһүәне ысын күңелдән яратһаҡ, уны ҡыуандырыу беҙгә шатлыҡ килтерер.

Ә хәҙер Изге Яҙманан Матфей 7:21—23; Яхъя 4:25, 26 һәм 1 Тимофейға 2:5, 6-ны уҡы. Был шиғырҙар беҙгә Ғайса тураһында нимә белергә һәм нимәгә ышанырға кәрәк икәнен күрһәтер.