Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

17-СЕ БҮЛЕК

Бәхетле булыуҙың сере

Бәхетле булыуҙың сере

Ни өсөн Йәһүә — бәхетле Алла?

БЕҘ барыбыҙ ҙа бәхетле булырға теләйбеҙ, шулай бит? ~ Әммә ысынында күп кеше бәхетле түгел. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Сөнки улар бәхетле булыуҙың серен белмәй. Улар төрлө-төрлө әйбер йыйыу бәхетле итә, тип уйлай. Әммә шул әйберҙәрҙе алғас, уларҙың бәхете оҙаҡҡа бармай.

Улайһа, сер нимәлә һуң? Бөйөк Остаз: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тип әйткән (Ғәмәлдәр 20:35). Шулай булғас, беҙ нисек бәхетле була алабыҙ? ~ Эйе, башҡаларға нимәлер биреп йә улар өсөн яҡшылыҡ эшләп, беҙ бәхетле була алабыҙ. Һин быны белә инеңме? ~

Әйҙә, был турала уйлап алайыҡ. Ғайса, бүләк алған кеше бәхетле түгел, тип әйтергә теләгәнме? ~ Һис тә юҡ. Һин дә бүләк алырға яратаһыңдыр, шулай бит? ~ Бүләк алыу бөтәһенә лә оҡшай. Беҙгә берәй матур әйбер бирһәләр, беҙ шатланабыҙ.

Ләкин Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, биргәндә, беҙ тағы ла бәхетлерәк булып китәбеҙ. Һинеңсә, кем кешеләргә барыһынан да күберәк бүләк бирә? ~ Эйе, Йәһүә Алла.

Изге Яҙмала, Алла «һәр кемгә тормош, һулыш һәм бөтә нәмәне бирә», тиелә. Ул шулай уҡ, үҫемлектәр үҫһен һәм өҫтәлебеҙҙә ризыҡ булһын өсөн, күктән ямғыр яуҙыра, ҡояш яҡтыһын бирә (Ғәмәлдәр 14:17; 17:25). Йәһүә — бәхетле Алла (1 Тимофейға 1:11). Алланы бәхетле иткән сәбәптәрҙең береһе — уның йомарт булыуы. Беҙ ҙә йомарт булһаҡ, бәхетле булырбыҙ.

Һин печеньены үҙең генә ашай алаһың, әммә һиңә нимә күберәк шатлыҡ килтерер?

Ә беҙ башҡаларға нимә бирә алабыҙ? Һин нисек яуап бирер инең? ~ Ҡайһы саҡта бүләкте аҡсаға һатып алалар. Һин бүләкте магазиндан һатып алырға булһаң, уның өсөн аҡса түләргә тура киләсәк. Шуға күрә ундай бүләк һатып алырға теләһәң, һиңә башта күпмелер ваҡыт аҡса йыйырға кәрәк булыр.

Әммә бөтә бүләктәрҙе лә магазиндан һатып алмайҙар. Мәҫәлән, эҫе көндә бер стакан һалҡын һыу кешегә хәл өҫтәп ебәрә. Ныҡ һыуһаған кешегә ундай бүләк биреп, һин биреү килтергән бәхетте тойорһоң.

Бәлки, берәй көндө һеҙ әсәйең менән печенье бешерергә булырһығыҙ. Был бик ҡыҙыҡлы эш! Әлбиттә, һин шул печеньены бер үҙең генә ашап бөтөрә алаһың. Әммә һиңә нимә күберәк бәхет килтерер? ~ Эйе, дуҫың менән бүлешеү. Һин ҡасан да булһа шулай эшләргә теләр инеңме? ~

Бөйөк Остаз да, уның илселәре лә биреү бәхет килтерә икәнен белгән. Улар кешеләргә нимә биргән, беләһеңме? ~ Улар Алла тураһындағы хәҡиҡәтте белгән һәм башҡаларға һөйөнөслө хәбәр хаҡында шатланып һөйләгән. Был донъялағы иң яҡшы бүләк булған! Улар бының өсөн бер кемдән дә аҡса алмаған.

Бер көндө илсе Павел үҙенең яҡын дуҫы Лука менән бер ҡатынды осратҡан. Ул да, башҡаларға игелек эшләп, бәхетле булырға теләгән. Улар уны йылға буйында осратҡан. Унда доға ҡылыу урыны бар икәнен ишетеп, Павел менән Лука шунда барған. Ысынлап та, барып еткәс, улар доға ҡылып торған бер нисә ҡатын-ҡыҙҙы күргән.

Павел шул ҡатындарға Йәһүә Алла хаҡында һәм уның Батшалығы тураһында һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләй башлаған. Улар араһындағы Лидиә исемле ҡатын бигерәк тә ҙур иғтибар менән тыңлаған. Һуңынан Лидиә ишеткән хәбәрҙең үҙенә ни ҡәҙәр ныҡ оҡшағанын күрһәтергә теләгән. Шуға күрә ул Павел менән Лукаға: «Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә инеп ҡунаҡ булығыҙ», — тип үтенгән һәм уларҙы өйөнә инергә күндергән (Ғәмәлдәр 16:13—15).

Лидиә Павел менән Лукаға нимә тип әйтә?

Лидиә үҙ өйөндә Алланың хеҙмәтселәрен ҡунаҡ итә алыуына шатланған. Ул уларға рәхмәтле булған, сөнки улар уға Алла һәм Ғайса тураһында белем алырға ярҙам иткән һәм мәңге йәшәү өмөтө тураһында һөйләгән. Шуға күрә ул Павел менән Лука өсөн ҡунаҡ һыйы әҙерләүенә һәм уларға ял итеү урыны биреүенә бик шат булған. Эйе, Лидиә башҡаларға ысын күңелдән игелек эшләүҙән бәхет тапҡан. Беҙ быны бер ҡасан да онотмаҫҡа тейеш. Беҙҙе берәйһенә бүләк бирергә өндәргә мөмкиндәр. Ләкин быны теләмәйенсә генә эшләһәк, бүләк биреү беҙгә шатлыҡ килтермәйәсәк.

Ни өсөн Лидиә Павел менән Лука тураһында шатланып ҡайғырта?

Әйтәйек, һинең бер нисә кәнфитең бар икән, ти. Әгәр мин һиңә, ана теге малай менән бүлеш, тип әйтһәм, һин уға кәнфитеңде шатланып бирерһеңме? ~ Ә әгәр яҡын дуҫыңды осратһаң, һин уға бер нисә кәнфитеңде әллә теләп бирмәҫ инеңме? Был һиңә, әлбиттә, шатлыҡ килтерер ине, шулай бит? ~

Ҡайһы саҡта беҙ берәй кешене шул тиклем ныҡ яратабыҙ, хатта үҙебеҙҙә булғандың барыһын да уға бирергә әҙербеҙ. Алланы ла нығыраҡ яратҡан һайын, беҙ уға ҡарата шундай уҡ хистәр кисерербеҙ.

Ни өсөн был тол ҡатын үҙендә булғандың барыһын биреүенә шат булған?

Бөйөк Остаз ярлы бер ҡатынды белгән. Ул ҡатын Алланы ныҡ яратҡан. Ғайса уны Иерусалимдағы ғибәҙәтханала күргән. Уның ике ваҡ аҡсанан башҡа бер тине лә булмаған. Әммә ул шул ике ваҡ аҡсаны ғибәҙәтханалағы иғәнә һауытына ирекле иғәнә итеп, йәғни бүләк итеп һалған. Быны эшләргә уны бер кем дә көсләмәгән. Ул көндө ғибәҙәтханаға килгән кешеләрҙең күбеһе был тол ҡатындың нимә эшләгәнен хатта белмәгән дә. Тол ҡатын, Йәһүәне ныҡ яратҡанға, бүләген ысын күңелдән биргән. Бирергә әҙер булыуы уны бәхетле иткән (Лука 21:1—4).

Башҡалар менән бүлешер өсөн бик күп мөмкинлек бар. Ниндәй мөмкинлектәр, беләһеңме? ~ Беҙ ысын күңелдән бирһәк, бәхетле булырбыҙ. Бына шуның өсөн Бөйөк Остаз беҙгә: «Бирегеҙ», — тип әйткән (Лука 6:38). Шулай эшләп, беҙ башҡаларҙы бәхетле итербеҙ һәм үҙебеҙ ҙә донъяла иң бәхетле кеше булырбыҙ!

Башҡаларға биреп, беҙ нисек бәхетле булып китә алғаныбыҙ тураһында ошо шиғырҙарҙан уҡыйыҡ: Матфей 6:1—4; Лука 14:12—14 һәм 2 Коринфтарға 9:7.