Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ БҮЛЕК

Ғайса ендәрҙән көслөрәк

Ғайса ендәрҙән көслөрәк

ХӘТЕРЛӘЙҺЕҢМЕ, ни эшләп Алланың бер фәрештәһе Шайтан Иблис булып киткән? ~ Ул барыһының да үҙенә табыныуын теләгән һәм, шул насар теләккә бирелеп, Алланың дошманы булып киткән. Шайтанға башҡа фәрештәләр ҡушылғанмы? ~ Эйе. Изге Яҙмала улар Шайтандың фәрештәләре, йәғни ендәр тип атала (Асылыш 12:9).

Был насар фәрештәләр, йәғни ендәр Аллаға ышанамы? ~ Изге Яҙмала, ендәр Алланың барлығына ышана, тиелә (Яҡуб 2:19). Әммә хәҙер улар ҡурҡыуҙан ҡалтырай. Сөнки улар Алланың уларға насар эштәре өсөн тиҙҙән яза бирәсәген белә. Улар ниндәй насарлыҡ ҡылған һуң? ~

Изге Яҙмала, был фәрештәләр күктәге өйҙәрен ҡалдырған һәм ерҙә кеше булып йәшәй башлаған, тип әйтелә. Улар ерҙә йәшәгән матур ҡатын-ҡыҙҙар менән енси мөнәсәбәткә инер өсөн шулай эшләгән (Башланмыш 6:1, 2; Йәһүҙә 6). Һин енси мөнәсәбәттәр тураһында нимә беләһең? ~

Ир менән ҡатындың бер-береһе менән бик яҡын булыуы енси мөнәсәбәт тип атала. Шунан һуң әсәйҙең эсендә, ғәҙәттә, бала үҫә башлай. Әммә фәрештәләргә енси мөнәсәбәткә инергә ярамай. Алла өйләнешкән ир менән ҡатынға ғына енси мөнәсәбәткә инергә рөхсәт итә, сөнки бала тыуһа, улар уның хаҡында ҡайғырта аласаҡ.

Был фәрештәләр ниндәй насарлыҡ эшләгән?

Үҙҙәренә кеше тәндәре булдырып, фәрештәләр ерҙә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар менән енси мөнәсәбәткә ингән. Уларҙың балалары тыуған, һәм был балалар бик ҙур булып үҫкән. Изге Яҙмала улар бәһлеүәндәр тип атала. Шул бәһлеүәндәр бик ҡанһыҙ булған һәм кешеләрҙе йәберләгән. Ерҙе бәһлеүәндәрҙән һәм бөтә яуыз кешеләрҙән таҙартыр өсөн, Алла Туфан булдырған, йәғни ямғыр яуҙырып ерҙе һыу менән тултырған. Әммә яҡшы кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн, ул Нухҡа ҙур карап төҙөргә ҡушҡан. Бөйөк Остаз Туфан ваҡытында булған ваҡиғаларҙы иҫтә тотоу ни ҡәҙәр мөһим икәне хаҡында әйткән (Башланмыш 6:3, 4, 13, 14; Лука 17:26, 27).

Туфан башланғас, насар фәрештәләр менән нимә булғанын беләһеңме? ~ Улар, кеше тәндәрен ташлап, кире күккә ҡайтҡан. Ләкин улар инде бүтән Алланың фәрештәләре була алмаған, шуға күрә улар Шайтандың фәрештәләре, йәғни ендәр булып киткән. Ә уларҙың балалары — бәһлеүәндәр менән нимә булған? ~ Туфан һыуҙары ер йөҙөн ҡаплағас, улар һәләк булған. Ул ваҡытта шулай уҡ Аллаға буйһонмаған кешеләр ҙә үлгән.

Ни өсөн бөгөн ерҙә йәшәү шул тиклем ауыр?

Туфандан һуң Алла ендәргә үҙҙәренә кеше тәне алырға бүтән рөхсәт итмәгән. Әммә беҙ уларҙы күрә алмаһаҡ та, ендәр элеккесә кешеләрҙе яуызлыҡ эшләргә этәрергә тырыша. Улар бөгөн элеккегә ҡарағанда тағы ла күберәк ҡайғы тыуҙырып тора, сөнки улар күктән ергә бәреп төшөрөлгән.

Ни өсөн беҙ ендәрҙе күрә алмайбыҙ, беләһеңме? ~ Сөнки уларҙың физик тәне юҡ. Әммә ысынбарлыҡта улар бар. Изге Яҙмала, Шайтан бөтә донъяны алдай, тип әйтелә, һәм ендәр уға был эштә ярҙам итә (Асылыш 12:9, 12).

Шайтан һәм уның ендәре беҙҙе лә алдай аламы? ~ Эйе, һаҡ булмаһаҡ, алдай ала. Әммә беҙгә уларҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Бөйөк Остаз: «Шайтандың минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ», — тип әйткән. Беҙ Алла менән дуҫ булһаҡ, ул беҙҙе Шайтандан һәм уның ендәренән яҡлаясаҡ (Яхъя 14:30).

Ендәрҙең беҙҙе ниндәй насар эштәргә этәрә алғанын белеү бик мөһим. Әйҙә, уйлап алайыҡ. Ендәр ергә төшкәс, ниндәй яуызлыҡ ҡылған? ~ Туфан һыуына тиклем улар ҡатын-ҡыҙҙар менән енси мөнәсәбәткә ингән, ә был фәрештәләргә рөхсәт ителмәгән эш булған. Бөгөн кешеләр Алланың енси мөнәсәбәткә ҡағылышлы ҡанундарын боҙғанда, ендәр ҡыуана. Әйтсе, кемгә генә енси мөнәсәбәткә инергә ярай? ~ Дөрөҫ, өйләнешкән кешеләргә генә.

Бөгөн ҡайһы бер балалар енси мөнәсәбәткә инә, әммә быны эшләргә ярамай. Изге Яҙмала, Алла ҡатын-ҡыҙ менән ир-аттың енси ағзаларын барлыҡҡа килтергән, тип әйтелә. Алла енси ағзаларҙы никахта торған кешеләр енси мөнәсәбәткә инә алһын өсөн барлыҡҡа килтергән. Кешеләр Алла тыйғанды эшләгәндә, ендәр шатлана. Мәҫәлән, ҡыҙҙар һәм малайҙар бер-береһенең енси ағзалары менән уйнағанда, ендәр ҡыуана. Әммә беҙ ендәрҙе ҡыуандырырға теләмәйбеҙ, шулай бит? ~

Йәһүә нәфрәт иткән, ә ендәр яратҡан тағы бер нәмә бар. Беләһеңме, нимә ул? ~ Көс ҡулланыу (Зәбур 11:5). Көс ҡулланыу — кешеләрҙең үҙҙәрен мәрхәмәтһеҙ тотоу һәм башҡаларҙы йәберләү. Иҫеңә төшөр, бәһлеүәндәр — ендәрҙең улдары тап шулай эшләгән.

Ендәр шулай уҡ кешеләрҙе ҡурҡытырға ярата. Ҡайһы саҡта улар үҙҙәрен үлгән кешеләр булып күрһәтә. Улар хатта үлгән кешеләрҙең тауышына оҡшатып һөйләшә ала. Шулай итеп ендәр кешеләрҙе алдата: үлгәндәр, имеш, йәшәүен дауам итә һәм тереләр менән һөйләшә ала. Эйе, ендәр кешеләрҙе өрәктәргә ышандырырға тырыша.

Шайтан һәм уның ендәре беҙҙе алдатмаһын өсөн, беҙгә һаҡ булырға кәрәк. Изге Яҙмала, Иблис үҙен яҡшы фәрештә итеп күрһәтергә тырыша, тип әйтелә. Уның хеҙмәтселәре лә шулай эшләй (2 Коринфтарға 11:14, 15). Әммә ысынында ендәр бик яуыз. Улар беҙҙең үҙҙәре кеүек булып китеүебеҙҙе теләй. Әйҙә, ҡарайыҡ, улар кешеләрҙе быға нисек этәрә икән.

Уйлап ҡара, кешеләр көс ҡулланыуға һәм рөхсәт ителмәгән енси мөнәсәбәткә ҡайҙан өйрәнә, ҡайҙан улар рухтар һәм өрәктәр тураһында белә? ~ Ҡайһы бер телетапшырыуҙарҙы һәм фильмдарҙы ҡарап түгелме? Компьютер, видеоуйындар уйнап, Интернет ҡулланып һәм комикстар уҡып түгелме? Нисек уйлайһың, ундай эштәр беҙҙе кемгә яҡынайта, Аллағамы, әллә Шайтан менән уның ендәренәме? ~

Беҙ көс ҡулланыуҙы ҡарап ултырһаҡ, был нәмәгә килтерәсәк?

Һинеңсә, кем беҙҙең насар нәмәләрҙе ҡарауыбыҙҙы һәм тыңлауыбыҙҙы теләй? ~ Эйе, Шайтан һәм уның ендәре. Шуға күрә һиңә лә, миңә лә нимә эшләргә кәрәк? ~ Беҙгә файҙа килтергән һәм Йәһүә Аллаға хеҙмәт итергә ярҙам иткән нәмәләрҙе уҡырға, тыңларға һәм ҡарарға кәрәк. Һин нисек уйлайһың, беҙ быны нисек эшләй алабыҙ? ~

Нимә эшләү файҙа килтерә?

Дөрөҫ булғанды эшләйбеҙ икән, беҙгә ендәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Ғайса уларҙан күпкә көслөрәк, һәм улар унан бик ныҡ ҡурҡа. Бер саҡ ендәр ҡурҡыуҙан ҡалтырап Ғайсанан: «Һин беҙҙе һәләк итергә килдеңме?» — тип һораған (Марк 1:24). Ғайса билдәле бер ваҡытта Шайтанды һәм уның ендәрен юҡ иткәс, беҙ бик ныҡ ҡыуанырбыҙ, шулай бит? ~ Ә бөгөн Ғайса беҙҙе ендәрҙән яҡлаһын өсөн, беҙгә уның менән һәм уның Атаһы менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡларға кәрәк.

Әйҙә, беҙгә нимә эшләргә кәрәк икәне тураһында 1 Петр 5:8, 9 һәм Яҡуб 4:7, 8-ҙә уҡыйыҡ.