Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ БҮЛЕК

Игелекле бул

Игелекле бул

ҺИН нисек уйлайһың, кеше менән әле танышмаҫ борон, уның тураһында насар уйлау дөрөҫмө? ~ Юҡ. Таныш булмаған кеше тураһында насар уйлайбыҙ икән, тимәк, ул, үҙебеҙҙән айырылып торғанға йә башҡа телдә һөйләшкәнгә генә, беҙгә оҡшамай.

Был дөрөҫмө? ~ Юҡ, дөрөҫ түгел. Ундай тәртипте игелек күрһәтеү тип атап булмай. Беҙ үҙебеҙҙән айырылып торған кешеләрҙе ситләтергә тейеш түгел.

Башҡа телдә һөйләшкән йәиһә үҙеңдән тән төҫө менән айырылып торған кешеләрҙе беләһеңме? ~ Ә, бәлки, ҡайһы бер кешеләр ауырый йә ғәрип булыуы арҡаһында беҙҙән айырылып торалыр. Ундай кешеләргә нисек яратыу һәм игелек күрһәтергә? ~

Үҙебеҙҙән айырылып торған кешеләргә беҙ нисек ҡарарға тейеш?

Беҙ Бөйөк Остазды — Ғайса Мәсихте тыңлаһаҡ, бөтә кешеләргә ҡарата игелекле булырбыҙ. Кешенең тыуған иле йә тән төҫө ниндәй генә булмаһын, беҙ барыбыҙ ҙа уға игелек күрһәтергә тейеш. Күптәр шулай эшләмәһә лә, Ғайса шулай эш итеү дөрөҫ икәнен күрһәткән. Әйҙә, был турала һөйләшеп алайыҡ.

Башҡа халыҡ кешеләрен яратып еткермәгән бер йәһүд Ғайса янына килеп: «Мәңге йәшәр өсөн миңә нимә эшләргә?» — тип һораған. Әммә Ғайса уның йәшерен уйҙарын аңлаған. Был кеше Ғайсаның, беҙ үҙ милләтебеҙҙән булған кешеләргә генә игелекле булырға тейеш, тип әйтеүен көткән. Һорауға яуап бирер урынына Ғайса унан: «Ҡанунда нимә тип яҙылған? Нимә эшләргә кәрәк?» — тип һораған.

«Йәһүә Аллаңды бөтә йөрәгең менән ярат һәм яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», — тип яуаплаған ҡанун белгесе. «Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең», — тигән Ғайса.

Ләкин был кеше, күрәһең, үҙенән айырылып торған кешеләргә игелек күрһәтергә теләмәгән. Шуға ул аҡланырға тырышып, Ғайсанан: «Ә Минең яҡыным кем?» — тип һораған. Ул, күрәһең, Ғайсаның: «Яҡындарың — ул һинең дуҫтарың, — йә, — яҡындарың — ул һиңә оҡшаған кешеләр», — тип яуап биреүен көткән. Уның һорауына яуап итеп Ғайса йәһүд һәм Самария кешеһе тураһында бер хикәйә һөйләгән. Бына ул хикәйә.

Бер кеше Иерусалимдан Иерихон ҡалаһына китеп барған. Ул йәһүд булған. Юлда ул юлбаҫарҙар ҡулына эләккән. Улар уны туҡмап, аҡсаһын һәм кейемен талап алған, ә үҙен үлем хәлендә юл ситендә ташлап киткән.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, шул уҡ юлдан бер рухани үтеп барған. Ул туҡмалған теге кешене күреп ҡалған. Рухани урынында булһаң, һин нимә эшләр инең? ~ Рухани уны урап үткән. Ул йәрәхәтләнгән кешегә бер нисек тә ярҙам итмәгән, хатта туҡтамаған да.

Унан һуң шул уҡ юл менән башҡа бер дини кешегә үтергә кәрәк булған. Ул Иерусалимдағы ғибәҙәтханала хеҙмәт иткән левит булған. Нисек уйлайһың, ул, туҡтап, ярҙам иткәнме? ~ Юҡ, ул да тап теге рухани һымаҡ үтеп киткән.

Ахырҙа шул юлдан бер Самария кешеһе үтеп барған. Һин уны рәсемдә күрәһеңме? ~ Ул йәрәхәтләнгән йәһүдте күреп ҡалған. Йәһүдтәр һәм Самария кешеләре бер-береһен яратмаған (Яхъя 4:9). Самария кешеһе нисек эш иткән? Ул: «Ни өсөн мин был йәһүдкә ярҙам итергә тейеш? Мин уның хәлендә булһам, ул миңә ярҙам итмәҫ ине», — тип уйлағанмы?

Ни өсөн Самария кешеһе йәһүдтең игелекле яҡыны булып сыҡҡан?

Самария кешеһе, юл ситендә ятҡан йәһүдте күргәс, уны бик йәлләгән. Ул уны юл буйында үлергә ҡалдырып китә алмаған. Ул ишәгенән төшкән дә, йәһүд эргәһенә килеп, яраларын, тиҙерәк төҙәлһен өсөн, шарап менән йыуған һәм май һөртөп бәйләгән.

Самария кешеһе йәрәхәтләнгән йәһүдте ипләп кенә ишәгенә ултыртҡан да яйлап юлға сыҡҡан. Ахыр сиктә улар бәләкәй генә ҡунаҡханаға килеп еткән. Самария кешеһе, аҡса түләп, йәһүдте ҡунаҡханаға урынлаштырған һәм уның хаҡында ҡайғыртҡан.

Хикәйәһен һөйләп бөткәс, Ғайса: «Был өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән әҙәмдең игелекле яҡыны булып сыҡҡан?» — тип һораған. Ә һин нисек яуап бирер инең? Рухани, левит йә Самария кешеһеме? ~

Ғайсаға һорау биргән кеше былай тип яуаплаған: «Туҡтап, йәрәхәтләнгән йәһүдкә ярҙам иткән кеше уның игелекле яҡыны булып сыҡҡан». Ғайса уға: «Һин хаҡһың. Бар, һин дә шулай эшлә», — тигән (Лука 10:25—37).

Ҡайһылай шәп хикәйә! Ул беҙгә яҡындарыбыҙ кем икәнен аңларға ярҙам итә. Яҡындарыбыҙ ул дуҫтарыбыҙ ғына түгел. Шулай уҡ яҡындарыбыҙ беҙҙән тән төҫө, һөйләшкән теле менән айырылып торорға мөмкин. Кеше ниндәй генә илдән килмәһен, тышҡы ҡиәфәте һәм һөйләшкән теле ниндәй генә булмаһын, Ғайса беҙҙе уға ҡарата игелекле булырға өйрәткән.

Йәһүә Алла тап шулай эш итә. Ул бөтә кешеләргә лә бер тигеҙ ҡарай. «Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшы кешеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын яҡшыларға ла, яуыздарға ла яуҙыра», — тип әйткән Ғайса. Шуға күрә беҙгә, Аллабыҙ һымаҡ, бөтә кешеләргә ҡарата ла игелекле булырға кәрәк (Матфей 5:44—48).

Һин нисек башҡаларға ҡарата игелекле була алаһың?

Шулай итеп, берәйһенең йәрәхәтләнгәнен күреп ҡалһаң, һин нимә эшләрһең? ~ Ә ул кеше башҡа илдән булһа йә уның тән төҫө һинекенән айырылып торһа? Ул барыбер һинең яҡының, һәм һиңә уға ярҙам итергә кәрәк. Әгәр ҙә үҙең генә ярҙам итә алмаһаң, ололарҙың береһен саҡыр. Һин полиция хеҙмәткәрен йә уҡытыусыны саҡыра алаһың. Шул саҡта һин Самария кешеһе һымаҡ эш итерһең.

Бөйөк Остаз беҙҙең игелекле булыуыбыҙҙы һәм барыһына ла, шул иҫәптән үҙебеҙҙән айырылып торған кешеләргә лә, ярҙам итеп тороуыбыҙҙы теләй. Шуға күрә ул игелекле Самария кешеһе тураһындағы хикәйәне һөйләгән дә.

Бөтә милләт кешеләренә игелекле булырға кәрәк. Был хаҡта ошо шиғырҙарҙан уҡы: Ғибрәтле һүҙҙәр 19:22; Ғәмәлдәр 10:34, 35; 17:26.