Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

37-СЕ БҮЛЕК

Йәһүәне һәм уның Улын иҫтә тот

Йәһүәне һәм уның Улын иҫтә тот

КҮҘ алдыңа килтер: берәү һиңә иҫ киткес бүләк бирҙе, ти. Һин нимә хис итерһең? ~ Рәхмәт әйтеп, бүләк биргән кешене шунда уҡ оноторһоңмо? Йә ул кешене һәм уның һиңә нимә эшләгәнен иҫкә төшөрөп торорһоңмо? ~

Йәһүә Алла беҙгә иҫ киткес бүләк биргән. Ул, беҙҙең өсөн үлһен тип, үҙенең улын ергә ебәргән. Беләһеңме, ни өсөн Ғайса беҙҙең өсөн үлергә тейеш булған? ~ Был һорауҙы аңлау бик мөһим.

23-сө бүлектән белгәнебеҙсә, Әҙәм, Алланың камил ҡанунын боҙоп, гонаһ ҡылған. Әҙәмдән, бөтә кешелектең атаһынан, беҙҙең барыбыҙға ла гонаһ күскән. Быны нисек төҙәтеп була? ~ Беҙгә, образлы әйткәндә, ерҙә йәшәгән һәм ғүмере буйы камил булып ҡалған яңы атай кәрәк. Нисек уйлайһың, кем беҙҙең өсөн шундай атай була ала? ~ Әлбиттә, Ғайса.

Йәһүә Ғайсаны, Әҙәм урынына атайыбыҙ булып китһен өсөн, ергә ебәргән. Изге Яҙмала: «„Тәүге кеше — Әҙәм — тере йән эйәһе булды“. Ә һуңғы Әҙәм — тормош биреүсе Рухҡа эйә булды», — тип әйтелә. Беренсе Әҙәм кем булған? ~ Алла тупраҡ саңынан барлыҡҡа килтергән иң беренсе кеше. Ә икенсе Әҙәм кем ул? ~ Эйе, Ғайса. Был турала Изге Яҙмала былай тиелә: «Тәүге кеше [Әҙәм] тупраҡ саңынан яратылды. Икенсе Кеше [Ғайса] — күктән килде» (1 Коринфтарға 15:45, 47; Башланмыш 2:7).

Алла Ғайсаның ғүмерен күктән Мәрйәмдең ҡарынына күсергән. Шуға күрә Ғайсаға Әҙәмдең гонаһы күсмәгән. Ғайса камил кеше булып тыуған (Лука 1:30—35). Бына ни өсөн Ғайса тыуғас, фәрештә көтөүселәргә: «Бөгөн... һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы», — тип әйткән (Лука 2:11). Әммә Ҡотҡарыусы булып китер алдынан бәләкәй Ғайсаға нимә эшләргә кәрәк булған? ~ Эйе, уға үҫергә һәм Әҙәм һымаҡ етлеккән булып китергә кәрәк булған. Шунан һуң Ғайса «һуңғы Әҙәм» булып китә алыр ине.

Ғайса, беҙҙең Ҡотҡарыусыбыҙ, шулай уҡ «Мәңгелек атабыҙ» булып китәсәк. Изге Яҙмала ул тап шулай атала (Ишағыя 9:6, 7). Эйе, гонаһ ҡылып, камилһыҙ булып киткән Әҙәм урынына камил Ғайса беҙҙең атайыбыҙ булып китә ала. Шулай итеп, беҙ «һуңғы Әҙәм[де]» үҙебеҙҙең атайыбыҙ итеп һайлай алабыҙ. Әммә, әлбиттә, Ғайсаның да Атаһы бар. Уның Атаһы — Йәһүә Алла.

Әҙәм менән Ғайса ҡайһы яҡтан оҡшаш булған, һәм ни өсөн был бик мөһим?

Ғайса беҙҙең Ҡотҡарыусы булып китһен өсөн, беҙгә уның менән яҡшыраҡ танышырға кәрәк. Иҫеңдәме, беҙҙе нимәнән ҡотҡарырға кәрәк? ~ Эйе, Әҙәмдән мираҫ итеп алынған гонаһтан һәм үлемдән. Ғайсаның беҙҙең өсөн ҡорбан итеп бирелгән камил тормошо йолом тип атала. Йәһүә был йоломдо гонаһтарыбыҙ кисерелә алһын өсөн биргән (Матфей 20:28; Римдарға 5:8; 6:23).

Һис шикһеҙ, беҙ Йәһүәнең һәм уның Улының беҙҙең өсөн нимә эшләгәндәрен оноторға теләмәйбеҙ, шулай бит? ~ Ғайса үҙенең шәкерттәренә, быны онотмаһындар өсөн, нимә эшләргә кәрәк икәнен күрһәткән. Әйҙә, был турала һөйләшеп алайыҡ.

Күҙ алдыңа килтер: һин Иерусалимдағы бер өйҙөң өҫкө бүлмәһендә ултыраһың, ти. Төн яҡынлашып килә. Ғайса һәм уның шәкерттәре өҫтәл янына йыйылған. Өҫтәлдә ҡыҙҙырылған бәрәс, сөсө икмәк һәм ҡыҙыл шарап тора. Был махсус киске аш. Ни өсөн ул үткәрелә, беләһеңме? ~

Был киске аш Йәһүәнең йөҙләгән йылдар элек нимә эшләгәнен иҫкә төшөрөп тора. Ул ваҡытта Алланың халҡы, израилдәр, Мысырҙа ҡоллоҡта булған. Йәһүә үҙенең халҡына: «Һәр ғаилә бәрәс салһын һәм уның ҡанын өйөнөң ишек яңаҡтарына буяһын», — тигән бойороҡ биргән. Шунан һуң ул: «Өйгә инегеҙ һәм бәрәсте ашағыҙ», — тип өҫтәгән.

Бәрәстең ҡаны израилдәрҙе нисек ҡотҡарған?

Израилдәр шулай эшләгән дә. Шул уҡ төндә Алла фәрештәһе Мысыр еренән үткән. Күпселек ғаиләләрҙә ул беренсе булып тыуған балаларҙы үлтергән. Әммә өйҙөң ишек яңаҡтарының буялғанын күргәндә, фәрештә шул өй эргәһенән үтеп киткән. Был өйҙәрҙә бер бала ла үлтерелмәгән. Фирғәүен, Мысыр батшаһы, Алла фәрештәһенең ҡылған эштәрен күреп, ҡурҡыуға төшкән. Шуға күрә ул израилдәргә: «Һеҙ азат! Мысырҙан сығып китегеҙ!» — тип әйткән. Шунда израилдәр, әйберҙәрен дөйәләр менән ишәктәргә төйәп, юлға сыҡҡан.

Израилдәр нисек азат ителгәнен һәр ваҡыт иҫтә тотһон өсөн, Йәһүә былай тигән: «Һеҙ йыл һайын, бөгөнгө һымаҡ, шундай уҡ киске аш ашарға тейеш». Улар был махсус киске ашты Ҡотҡарылыу байрамы, йәғни Пасах тип атаған (Сығыш 12:1—13, 24—27, 31).

Ғайса һәм уның илселәре Ҡотҡарылыу байрамы ашын ашағанда, был ваҡиғалар тураһында уйлана. Шунан һуң Ғайса бик мөһим нәмә эшләй. Әммә тәүҙә ул тоғролоҡһоҙ илсеһе Йәһүҙәне сығарып ебәрә. Һуңынан Ғайса, икмәк алып, доға ҡыла һәм, икмәкте һындырып, уны шәкерттәренә бирә. «Алып ашағыҙ», — ти ул. Шунан: «Был икмәк һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнемде аңлата», — тип өҫтәй ул.

Шунан һуң Ғайса ҡыҙыл шарап тултырылған кәсәне ала. Тағы бер тапҡыр доға ҡылып, ул шул кәсәне шәкерттәренә бирә лә: «Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ», — тип әйтә. Артабан ул: «Был шарап гонаһтарҙың кисерелеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ»,— тип өҫтәй (Матфей 26:26—28; 1 Коринфтарға 11:23—26).

Ғайсаның шарап менән сағыштырылған ҡаны беҙгә ниндәй файҙа килтерә ала?

Иғтибар иттеңме, Ғайса шәкерттәренә үҙен иҫкә алһындар өсөн нимә эшләргә ҡушҡан? ~ Хәҙер инде уларға Ҡотҡарылыу байрамын үткәрергә кәрәк булмаған. Бының урынына улар, Ғайсаны һәм уның үлемен иҫкә алыр өсөн, йылына бер тапҡыр был махсус киске ашты үткәрергә тейеш булған. Был киске аш Хужаның киске ашы тип атала. Бөгөн беҙ уны Иҫкә алыу кисәһе тип атайбыҙ. Ни өсөн? ~ Сөнки был киске аш, Ғайсаның һәм уның Атаһы Йәһүә Алланың беҙҙең хаҡҡа нимә эшләгәндәрен иҫебеҙгә төшөрә.

Икмәк беҙгә Ғайсаның тәнен иҫкә төшөрөргә тейеш. Ул үҙенең тәнен, беҙҙең мәңге йәшәү мөмкинлеге булһын өсөн, теләп ҡорбан иткән. Ә ҡыҙыл шарап тураһында нимә әйтеп була? ~ Ул беҙгә Ғайса ҡанының ҡиммәтлеген иҫебеҙгә төшөрөргә тейеш. Был ҡан Мысырҙа салынған бәрәстең ҡанынан күпкә ҡиммәтерәк. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Изге Яҙмала, Ғайсаның ҡаны ярҙамында гонаһтарыбыҙ кисерелергә мөмкин, тип әйтелә. Бөтә гонаһтарыбыҙ юҡ ителгәс, беҙ инде башҡа ауырымаҫбыҙ, ҡартаймаҫбыҙ һәм үлмәҫбеҙ. Иҫкә алыу кисәһендә беҙ быларҙың барыһы хаҡында уйлана алабыҙ.

Кисәгә килгән һәр бер кеше лә икмәк ашарға һәм шарап эсергә тейешме? ~ Ғайса икмәк менән шараптан ауыҙ итеүселәргә былай тигән: «Һеҙ Минең Батшалығымдағы тәхеттәрҙә ултырырһығыҙ» (Лука 22:19, 20, 30). Был кешеләр Ғайса менән бергә батшалар булыр өсөн күккә барасаҡ. Тимәк, Ғайса менән бергә күктә идара итергә өмөттәре булғандар ғына икмәк менән шараптан ауыҙ итергә тейеш.

Әммә икмәк менән шараптан ауыҙ итмәгән кешеләргә лә Иҫкә алыу кисәһенә барырға кәрәк. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Сөнки Ғайса үҙенең ғүмерен бөтәбеҙ өсөн дә биргән. Иҫкә алыу кисәһенә барып, беҙ Алланың беҙҙең өсөн биргән иҫ киткес бүләген иҫтә тотоуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

Был шиғырҙарҙа Ғайса йоломоноң ҡиммәтлеге күрһәтелә: 1 Коринфтарға 5:7; Ефестарға 1:7; 1 Тимофейға 2:5, 6 һәм 1 Петр 1:18, 19.