Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

32-СЕ БҮЛЕК

Йәһүә Ғайсаны нисек яҡлаған?

Йәһүә Ғайсаны нисек яҡлаған?

ҠАЙҺЫ саҡта Йәһүә, бәләкәйҙәрҙе һәм ярҙамға мохтаж булғандарҙы яҡлар өсөн, ғәжәп нәмәләр эшләй. Быны һин урманда йәки паркта йөрөгәндә үҙең күрә алаһың. Әммә башта барыһын да шунда уҡ аңлау еңел булмаҫҡа мөмкин.

Әйтәйек, һин һуҡмаҡтан бараһың, ти, һәм шул саҡ ергә бер ҡош төшөп ултырғанын күрәһең. Уның бер ҡанаты ҡайырылған һымаҡ күренә. Һин уға яҡынлашырға тырышаһың, ә ул ҡанатын һөйрәп һинән ҡаса һәм көтмәгәндә генә күтәрелеп осоп китә. Уның ҡанатына бер нәмә лә булмаған икән дә! Улайһа, ни өсөн ҡош йәрәхәтләнгән булып ҡыланған һуң? ~

Ҡош төшөп ултырған ерҙән яҡында ғына ҡыуаҡлыҡта уның балалары йәшерелгән икән. Һин уларҙы күреп ҡалып, уларға зыян килтерерһең тип ҡурҡып, инә ҡош йәрәхәтләнгән булып ҡыланған һәм һине ситкәрәк алып китергә теләгән. Ҡош үҙ балаларын яҡлаған һымаҡ беҙҙе кем яҡлай ала? ~ Изге Яҙмала Йәһүә балалары хаҡында ҡайғыртҡан бөркөт исемле бер ҡош менән сағыштырыла (Ҡанун 32:11, 12).

Был ҡош үҙенең балаларын нисек яҡлай?

Йәһүәнең иң ҡәҙерле балаһы — уның яратҡан Улы Ғайса. Ғайса күктә йәшәгән саҡта атаһы һымаҡ ҡеүәтле рух булған. Ул үҙ-үҙен яҡлай алған. Әммә ерҙә бала булып тыуғас, ул яҡлауға мохтаж булған.

Алланың ихтыярын үтәр өсөн, Ғайсаға үҫеп ҙурайырға һәм етлеккән, камил кеше булырға кәрәк булған. Шайтан быны белгән, шуға күрә Ғайсаны бала сағында уҡ үлтерергә теләгән. Йәһүә уны яҡлаған. Изге Яҙмала был турала бер тулҡынландырғыс хикәйә бар. Уны тыңларға теләйһеңме? ~

Ғайса тыуып күп тә үтмәй, Шайтан күктә, көнсығышта, бер йондоҙ «яндырып ебәрә». Йондоҙсолар — йондоҙҙарҙы өйрәнеүсе кешеләр — шул йондоҙ артынан оҙон юл үтеп, Иерусалимға килеп етә. Ҡалаға инеп, улар кешеләрҙән, йәһүдтәрҙең яңы батшаһы ҡайҙа тыуырға тейеш, тип һораша. Был турала Изге Яҙмала нимә яҙылғанын белгән кешеләр: «Вифлеем ҡалаһында», — тип яуап бирә (Матфей 2:1—6).

Алла, Ғайсаның ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн, йондоҙсоларға нимә эшләргә ҡушҡан?

Иерусалимда идара иткән Ирод исемле яуыз батша, яҡында урынлашҡан Вифлеемда тыуған яңы батша тураһында ишеткәс, йондоҙсоларға: «Барығыҙ, баланы табығыҙ һәм миңә хәбәр итерһегеҙ», — тип бойора. Беләһеңме, ни өсөн Ирод Ғайсаның ҡайҙа икәнен белергә теләй? ~ Сөнки ул көнләшә һәм яңы батшаны үлтерергә йыйына!

Алла үҙ Улын нисек яҡлай? ~ Йондоҙсолар, Ғайсаны тапҡас, уға күп бүләк бирә. Шунан һуң Алла уларҙы Иродҡа бармаҫҡа тип төштәрендә иҫкәртә. Шуға күрә улар, Иерусалимға бармайынса, башҡа юл менән үҙ иленә ҡайтып китә. Ирод, был турала белеп ҡалғас, ҡотороноп китә. Ғайсаны үлтерергә ниәтләп, ул Вифлеем ҡалаһында ике йәшкә тиклем булған бөтә малайҙарҙы үлтерергә ҡуша! Әммә Ғайса ҡалала инде булмай.

Ғайса нисек ҡотола, беләһеңме? ~ Йондоҙсолар китеү менән, Йәһүә Йософҡа, Мәрйәмдең иренә, килеп: «Баланы ал да, Мысырға ҡас», — тип әйтә. Унда иһә Ирод Ғайсаға яуызлыҡ эшләй алмаған. Бер нисә йыл үткәс, Йософ һәм Мәрйәм Ғайса менән Мысырҙан ҡайта. Шунда Алла ҡабат Йософто төшөндә иҫкәртә. Ул уға, ғаиләһен алып, Назара ҡалаһына барырға ҡуша. Унда инде Ғайсаға ҡурҡыныс янамаҫ ине (Матфей 2:7—23).

Йәһүә Алла бәләкәй Ғайсаны ҡабат нисек яҡлаған?

Йәһүәнең үҙ Улын нисек яҡлап торғанын күрәһеңме? ~ Һин нисек уйлайһың, бәләкәй Ғайса менән йә ҡыуаҡлыҡта йәшерелгән ҡош балалары менән кемде сағыштырып була? Һине түгелме? ~ Ҡайһы бер кешеләр һиңә зыян итергә теләй. Беләһеңме, улар кем? ~

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Шайтан беҙҙе йоторға йөрөгән үкереүсе арыҫланға оҡшаш. Арыҫландар, ғәҙәттә, хайуандарҙың балаларына ташлана. Шайтан менән уның ендәре лә, ғәҙәттә, балаларға һөжүм итә (1 Петр 5:8). Әммә Йәһүә Шайтандан көслөрәк. Йәһүә үҙ балаларын яҡлай ала һәм Шайтан килтергән зыянды бөтөрә ала.

Хәтерләйһеңме, Иблис һәм уның ендәре, был китаптың 10-сы бүлегендә әйтелгәнсә, беҙҙе нимәгә этәрә? ~ Эйе, улар беҙҙе Алла рөхсәт итмәгән енси мөнәсәбәттәргә инергә ҡоторта. Кемдәргә генә енси мөнәсәбәткә инергә рөхсәт ителә? ~ Эйе, никахта торған ир менән ҡатынға ғына.

Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ололарға балалар менән енси мөнәсәбәттәргә инеү оҡшай. Ололар шулай эшләһә, малайҙар һәм ҡыҙҙар, ололарҙан өйрәнеп, әхлаҡһыҙ нәмәләр эшләй башларға мөмкин. Уларҙың да үҙ енси ағзаларын ярамағанса ҡуллана башлауы бар. Күп йылдар элек Содом ҡалаһында бына нимә булған. Изге Яҙмала, ундағы кешеләр, «олоһонан алып кесеһенә тиклем» Лутҡа килгән ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инергә маташҡан, тип әйтелә (Башланмыш 19:4, 5).

Ғайса ярҙамға мохтаж булған һымаҡ, һин дә үҙең менән енси мөнәсәбәткә инергә теләгән ололарҙан, хатта балаларҙан, яҡлауға мохтажһың. Ғәҙәттә, ундай кешеләр дуҫ булып ҡылана. Һин уларҙың ниәтләгән эше хаҡында бер кемгә лә әйтмәһен өсөн, улар хатта һиңә берәй бүләк вәғәҙә итергә мөмкин. Әммә ул кешеләр, Шайтан менән уның ендәре һымаҡ, тик үҙ теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында ғына уйлай. Һәм енси ҡәнәғәтлек табыр өсөн, улар балалар менән енси мөнәсәбәткә инә. Ә был әшәке эш!

Һин беләһеңме, үҙ теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн, улар нимә эшләй ала? ~ Улар һинең енси ағзаларыңа тейергә йә уларҙы һыйпарға мөмкин. Йә хатта үҙҙәренең енси ағзалары менән һинекенә ҡағылырға мөмкин. Әммә һин бер кемгә лә енси ағзаларың менән уйнарға рөхсәт итергә тейеш түгелһең. Быны бер кемгә лә, ағайың менән апайыңа ла, хатта атайың менән әсәйеңә лә, эшләргә рөхсәт итмә!

Берәйһе һиңә ярамағанса ҡағылырға тырышһа, һин нимә әйтергә һәм нимә эшләргә тейеш?

Һин үҙеңде шундай әшәке эштәр ҡылған кешеләрҙән нисек яҡлай алаһың? ~ Бер кемгә лә үҙеңдең енси ағзаларың менән уйнарға рөхсәт итмә! Берәйһе быны эшләргә маташһа, ҡысҡырып һәм ҡурҡмайынса: «Теймә миңә! Мин һинең турала барыһын да һөйләп бирәм!» — тип әйт. Ә инде был кеше, килеп тыуған хәлдә һин үҙең ғәйепле, тиһә, уға ышанма. Ул алдай! Кем булыуына ҡарамаҫтан, уның хаҡында барыһын да һөйләп бир. Хатта ул, был минең менән һинең арала сер булып ҡалһын, тип үтенһә лә, һин барыбер әйтергә тейеш. Ундай кеше һине ҡурҡытырға йәиһә һиңә ҡиммәтле бүләктәр алып бирергә вәғәҙә итергә мөмкин. Әммә һин, янынан шунда уҡ китеп, уның тураһында бөтәһен дә һөйләп бирергә тейеш.

Ҡурҡма, әммә һаҡ бул. Атай-әсәйең һине ундай кешеләр йә ҡурҡыныс урындар тураһында киҫәткәндә, уларҙы тыңлау бик мөһим. Тыңлаусан булһаң, насар кешеләр һиңә зыян килтерә алмаҫ.

Тыйылған енси мөнәсәбәттәрҙән үҙеңде нисек яҡлап була икәнен белер өсөн, ошо шиғырҙарҙы уҡы: Башланмыш 39:7—12; Ғибрәтле һүҙҙәр 4:14—16; 14:15, 16; 1 Коринфтарға 6:18 һәм 2 Петр 2:14.