Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ БҮЛЕК

Кем беҙҙән көслөрәк?

Кем беҙҙән көслөрәк?

ҺИН минән дә, һинән дә ҡеүәтлерәк һәм көслөрәк шәхестәр барлығы менән ризалашырһың, әлбиттә. Нисек уйлайһың, улар кемдәр? ~ Эйе, Йәһүә Алла. Ә уның Улы — Ғайса Мәсих? Ул беҙҙән ҡеүәтлерәкме? ~ Әлбиттә, ҡеүәтлерәк.

Ғайса Алла менән күктә йәшәгән. Ул Алланың рухи Улы, йәғни фәрештә булған. Ә Ғайса берҙән-бер фәрештә булғанмы? ~ Юҡ, Алла миллионлаған фәрештәне барлыҡҡа килтергән. Улар ҙа беҙҙән көслөрәк (Зәбур 104:4; Данил 7:10).

Мәрйәм менән һөйләшкән фәрештәнең исемен хәтерләйһеңме? ~ Эйе, уның исеме Ябраил. Ул Мәрйәмгә, һин тыуҙырасаҡ ир бала Алла Улы тип аталыр, тигән. Ғайса ерҙә бала булып тыуа алһын өсөн, Алла рухи Улының ғүмерен Мәрйәмдең эсенә күсергән (Лука 1:26, 27).

Йософ менән Мәрйәм, күрәһең, Ғайсаға нимә тураһында һөйләгәндер?

Һин был мөғжизәгә ышанаһыңмы? Ә Ғайсаның Алла менән бергә күктә йәшәгәненә ышанаһыңмы? ~ Был турала Ғайса үҙе һөйләгән. Ғайса ул хаҡта ҡайҙан белгән һуң? Күрәһең, бәләкәй сағында әсәһе уға Ябраил фәрештәнең әйткәндәрен һөйләгән булған. Йософ та Ғайсаға, ысынында һинең Атайың — Алла, тип әйткәндер.

Ғайса һыуға сумдырылғас, Алла күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым», — тип әйткән (Матфей 3:17). Үлеме алдынан, төндә, Ғайса: «Атам, донъя яратылғанға тиклем Һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө Үҙ ҡаршыңда кире ҡайтарып бир», — тигән (Яхъя 17:5). Эйе, Ғайса Алланан үҙен кире күккә ҡайтарыуын һораған. Әммә Ғайса нисек кире күккә ҡайта алған? ~ Бының өсөн Аллаға Ғайсаны яңынан рухи шәхес, йәғни фәрештә итергә кәрәк булған.

Ә хәҙер мин һиңә бик мөһим һорау бирергә теләйем? Һин нисек уйлайһың, бөтә фәрештәләр ҙә һәйбәтме? ~ Ҡасандыр уларҙың бөтәһе лә яҡшы булған. Сөнки уларҙы Йәһүә бар иткән, ә ул барлыҡҡа килтергән бөтә нәмә яҡшы. Әммә бер ни ҡәҙәр ваҡыт үтеү менән, бер фәрештә яуыз булып киткән. Нисек шулай килеп сыҡҡан һуң?

Был һорауға яуап бирер өсөн, Йәһүә беренсе ир менән ҡатынды, Әҙәм менән Һауаны, барлыҡҡа килтергән ваҡытты иҫкә төшөрәйек. Ҡайһы берәүҙәр быны уйлап сығарылған хикәйә тип һанай. Әммә Бөйөк Остаз был ваҡиғаларҙың ысындан да булғанын белгән.

Алла Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергәс, уларҙы Эден тип аталған бер матур баҡсаға урынлаштырған. Был һоҡланғыс баҡса ожмах булған. Алла Әҙәм менән Һауаның, күп балалар тыуҙырып, Ожмахта мәңге йәшәүен теләгән. Әммә бының өсөн улар бик мөһим бер нәмәгә өйрәнергә тейеш булған. Беҙ һинең менән был турала һөйләшкәйнек инде. Әйҙә, иҫкә төшөрәйек.

Әҙәм менән Һауаға, Ожмахта мәңге йәшәр өсөн, нимә эшләргә кәрәк булған?

Йәһүә Әҙәм менән Һауаға баҡсалағы бөтә ағастарҙың емешен ашарға рөхсәт иткән. Ләкин бер ағастың емешен ашамаҫҡа ҡушҡан. Тыйылған ошо ағастың емешен ашаһалар, улар менән нимә буласағын Алла алдан әйтеп ҡуйған. Ул: «Үлерһең», — тип киҫәткән (Башланмыш 2:17). Шулай итеп Әҙәм менән Һауа нимәгә өйрәнергә тейеш булған? ~

Улар тыңлаусанлыҡҡа өйрәнергә тейеш булған. Эйе, кешенең ғүмере Аллаға тыңлаусан булыуға бәйле! Әммә Алланы тыңларға риза булыу ғына әҙ. Уларға тыңлаусан булыуҙарын эш менән күрһәтергә кәрәк булған. Тыңлаусан булып, улар Алланы яратыуын һәм уның үҙҙәре менән етәкселек итеүен теләгәнен күрһәтер ине. Шул саҡта улар ожмахта мәңге йәшәй алыр ине. Ә инде тыйылған ағастан ашаһалар, был нимәне аңлатыр ине? ~

Был уларҙың бар яҡтан да ҡайғыртып торған Аллаға ҡарата бер ниндәй ҙә рәхмәт хисе юҡ икәнен күрһәтер ине. Әгәр һин унда булһаң, Йәһүәне тыңлар инеңме? ~ Башта Әҙәм менән Һауа ла Алланы тыңлаған. Әммә һуңыраҡ уларҙан ҡеүәтлерәк бер шәхес Һауаны алдаған. Ул уны Йәһүәне тыңламаҫҡа ҡотортҡан. Был шәхес кем булған һуң? ~

Һауа менән йылан аша кем һөйләшкән?

Изге Яҙмала, Һауа менән йылан һөйләшкән, тип әйтелә. Әммә йыландар һөйләшә белмәй бит. Быны нисек аңларға? ~ Ысынында Һауа менән бер фәрештә һөйләшкән. Ул быны йылан һөйләшкән кеүек итеп эшләгән. Был фәрештәнең башына яуыз уй килгән. Ул Әҙәм менән Һауаның үҙенә табыныуын, һәм уларҙың үҙе ҡушҡанды ғына эшләүен теләгән. Ул Алланың урынын алырға хыялланған.

Был яуыз фәрештә Һауаны насар нәмәләр тураһында уйларға этәргән. Ул йылан аша уға былай тигән: «Алла һеҙҙе алдаған. Ағастың емешен ашаһағыҙ, үлмәйһегеҙ. Киреһенсә, һеҙ, Алла һымаҡ, аҡыллы булып китәсәкһегеҙ». Һин был һүҙҙәргә ышаныр инеңме? ~

Һауаның Алла тыйған нәмәне алыу теләге уянған. Ул тыйылған ағастың емешен ашаған, ә һуңынан Әҙәмгә лә биргән. Әҙәм йыландың һүҙҙәренә ышанмаған. Әммә уның Һауа менән бергә булыу теләге Алланы яратыуға ҡарағанда көслөрәк булған. Шуға күрә ул да тыйылған ағастың емешен ашаған (Башланмыш 3:1—6; 1 Тимофейға 2:14).

Был нимәгә килтергән? ~ Әҙәм менән Һауа камиллығын юғалтҡан, ҡартайған һәм үлгән. Улар үҙҙәре камил булмағас, балалары ла камил булып тыуа алмаған. Шуға күрә балалары ла ҡартайған һәм үлгән. Алла дөрөҫ әйткән! Эйе, ғүмеребеҙ Аллаға тыңлаусан булыуға бәйле (Римдарға 5:12). Һауаны алдаған фәрештә Изге Яҙмала Шайтан Иблис тип, ә уның һымаҡ яуыз булып киткән фәрештәләр ендәр тип атала (Яҡуб 2:19; Асылыш 12:9).

Алланы тыңламағас, Әҙәм һәм Һауа менән нимә булған?

Ни өсөн һуң Алла барлыҡҡа килтергән яҡшы фәрештә яуыз булып киткән? ~ Ул насар нәмәләр тураһында уйлай башлаған. Ул иң бөйөк шәхес булырға теләгән. Шайтан Алланың Әҙәм менән Һауаға балалар тыуҙырырға ҡушҡанын белгән, һәм ул уларҙың барыһының дә үҙенә табыныуын теләгән. Шайтан бар кешеләрҙең дә Алланы тыңламауын теләй. Шуға күрә ул беҙҙе лә насар нәмәләр тураһында уйларға этәрә (Яҡуб 1:13—15).

Шайтан, Алланы ысынында бер кем дә яратмай, ти. Ул, һин дә, мин дә Алланы яратмайбыҙ һәм Алла ҡушҡанды эшләргә теләмәйбеҙ, тип әйтә. Уның һүҙҙәре буйынса, беҙ, имеш, Йәһүәне үҙебеҙгә кәрәк саҡта ғына тыңлайбыҙ. Беҙ ысындан да шундаймы? Шайтан хаҡмы?

Бөйөк Остаз Иблисте алдаҡсы тип атаған! Атаһын тыңлап, Ғайса уны ысынлап та яратыуын күрһәткән. Ул Аллаға еңел саҡта ғына түгел, ә һәр ваҡыт тыңлаусан булған. Хатта башҡалар уға ауырлыҡтар килтергәндә лә, ул Алланы тыңлаған. Ғайса үлеменә ҡәҙәр тоғролоҡ һаҡлап ҡалған. Бына ни өсөн Алла, уны терелтеп, уға мәңгелек тормош бүләк иткән.

Ә кемде һин беҙҙең иң яуыз дошманыбыҙ тип атар инең? ~ Эйе, был Шайтан Иблис. Һин уны күрә алаһыңмы? ~ Әлбиттә, юҡ! Әммә беҙ уның барлығын һәм уның беҙҙән күпкә көслөрәк, ҡеүәтлерәк икәнен беләбеҙ. Ләкин кем Иблистән көслөрәк? ~ Йәһүә Алла. Һис шикһеҙ, Йәһүә Алла беҙҙе унан яҡлай ала.

Беҙ кемгә табынырға тейеш? Әйҙә, бының тураһында уҡыйыҡ: Ҡанун 30:19, 20; Ешуа 24:14, 15; Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11 һәм Матфей 4:10-ды.