Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

42-СЕ БҮЛЕК

Ни өсөн беҙ эш яратырға тейеш?

Ни өсөн беҙ эш яратырға тейеш?

ҺИН нимә күберәк яратаһың: уйнарғамы, әллә эшләргәме? ~ Дөрөҫөн генә әйткәндә, уйнауҙың бер насарлығы ла юҡ. Изге Яҙмала Иерусалим тураһында: «Ҡала майҙандары уйнап йөрөгән малайҙар һәм ҡыҙҙар менән туласаҡ», — тип әйтелә (Зәкәриә 8:5).

Бөйөк Остазға уйнаған балаларға ҡарап тороу оҡшаған. Ергә килгәнсе, ул былай тигән: «Мин уның янында оҫта һөнәрсе инем. Уның ҡаршыһында һәр ваҡыт шатланып торҙом». Иғтибар ит, Ғайса, Йәһүә менән күктә йәшәгәндә, оҫта һөнәрсе булған, ул Атаһы менән бергә тырышып эшләгән. Ул шулай уҡ: «Ер йөҙөнә, айырыуса әҙәм улдарына ҡарап ҡыуандым», — тигән. Эйе, инде белгәнебеҙсә, Бөйөк Остаз бөтә кешеләр, шул иҫәптән балалар менән, эскерһеҙ ҡыҙыҡһынған (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:30, 31).

Ергә килгәнгә тиклем, Бөйөк Остазға нимә шатлыҡ килтергән?

Нисек уйлайһың, Ғайса бала сағында уйнағанмы? ~ Моғайын, уйнағандыр. Күктә булғанда, Ғайса «оҫта һөнәрсе» булған. Ә ерҙә булғанда ул эшләргә яратҡанмы? ~ Ғайсаны «балта оҫтаһының улы» һәм «балта оҫтаһы» тип йөрөткәндәр. Был нимәне күрһәтә? ~ Йософ Ғайсаны үҙ улы һымаҡ күреп үҫтергәндә, уны балтасы һөнәренә өйрәткән. Шуға күрә Ғайса балта оҫтаһы булып киткән дә (Матфей 13:55; Марк 6:3).

Ғайса ниндәй балта оҫтаһы булған? ~ Күктә оҫта һөнәрсе булғанға күрә, ул, әлбиттә, ерҙә лә оҫта балтасы булғандыр, шулай бит? ~ Әммә ул ваҡытта балтасы эше еңел булмаған. Ғайсаға, моғайын, урманға барып ағас ҡырҡырға, уны бысырға һәм өйгә алып ҡайтырға кәрәк булғандыр. Һуңынан Ғайса шул ағастан өҫтәлдәр, эскәмйәләр һәм башҡа әйберҙәр эшләгәндер.

Нисек уйлайһың, был эш Ғайсаға оҡшағанмы? ~ Ә һиңә кешеләр өсөн өҫтәлдәр, эскәмйәләр һәм башҡа файҙалы әйберҙәр эшләргә оҡшар инеме? ~ Изге Яҙмала: «Кеше өсөн үҙ эштәренән ҡәнәғәтлек табыуҙан яҡшыраҡ нәмә юҡ», — тиелгән. Эш эшләү уйнау килтерә алмаған үҙенә күрә бер шатлыҡ килтерә (Вәғәзсе 3:22).

Ысынлап та, берәй эш менән шөғөлләнеү тәнебеҙгә лә, аҡылыбыҙға ла файҙа килтерә. Күп балалар телевизор ҡарап йә видеоуйындар уйнап тик ултыра. Улар һимерә һәм хәлһеҙләнә. Уларҙы бәхетле тип атап булмай. Шулай уҡ улар башҡаларҙы ла бәхетле итмәй. Ә нисек бәхетле булырға? ~

Был китаптың 17-се бүлегендә беҙ, башҡаларға биреү һәм ярҙам итеү беҙҙе бәхетле итә, тип уҡығайныҡ (Ғәмәлдәр 20:35). Изге Яҙмала Йәһүә бәхетле Алла тип атала (1 Тимофейға 1:11). Ғибрәтле һүҙҙәр китабында беҙ Ғайсаның «уның ҡаршыһында һәр ваҡыт шатланып торҙом» тигән һүҙҙәрен уҡығайныҡ. Ни өсөн Ғайса бәхетле булған? ~ Ул сәбәптәрҙең береһен килтереп: «Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем», — тип әйткән (Яхъя 5:17).

Ғайса ерҙә йәшәгәндә ғүмере буйы балта оҫтаһы булған, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Йәһүә Алла ерҙә уға бер махсус эш тапшырған. Был ниндәй эш булған, һин беләһеңме? ~ Ғайса: «Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит», — тип әйткән (Лука 4:43). Ғайса вәғәзләгәндә, ҡайһы берәүҙәр уға ышанған һәм уның өйрәткәндәрен башҡаларға һөйләгән. Мәҫәлән, рәсемдә һүрәтләнгән Самария ҡатыны тап шулай эшләгән дә (Яхъя 4:7—15, 27—30).

Ерҙә булғанда, Ғайса ниндәй ике эш менән шөғөлләнгән?

Ғайса был эшкә нисек ҡараған? Һинеңсә, был эш уға оҡшағанмы? ~ Ғайса былай тигән: «Минең ризығым — Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү» (Яхъя 4:34). Яратҡан ризығыңды ашағанда һин шатланаһыңмы? ~ Был һиңә Ғайсаның Алланан тапшырылған эште ни тиклем ныҡ ярата икәнен аңларға ярҙам итәсәк.

Эшкә өйрәнеү беҙҙе бәхетле итә, сөнки беҙҙе Алла шулай итеп барлыҡҡа килтергән. Кеше «тырыш хеҙмәтенә шатлана» икән, был Алланың бүләге, тип әйтелгән Алла Һүҙендә. Шуға күрә, бала саҡтан уҡ эшләргә өйрәнһәң, тормошоң һиңә күпкә күберәк шатлыҡ килтерәсәк (Вәғәзсе 5:19).

Әлбиттә, балалар ололарҙың эшен башҡара алмай. Әммә барыбыҙ ҙа ниндәйҙер эш башҡара ала. Ғаиләгеҙҙең йәшәү урыны һәм ашарға ризығы булһын өсөн, атай-әсәйең көн һайын эшкә йөрөйҙөр. Һис шикһеҙ, һин беләһең: өйҙә таҙа һәм бөхтә булһын өсөн, күп тырышлыҡ һалырға кәрәк.

Ә һин өйҙә ниндәй эш башҡара алыр инең? ~ Мәҫәлән, өҫтәлгә ашамлыҡтар ҡуйышырға, һауыт-һаба йыуырға, сүп-сар түгергә, үҙ бүлмәңде йыйыштырырға һәм уйынсыҡтарыңды урынына йыйып ҡуйырға була. Бәлки, был эштәрҙең ҡайһы берҙәрен һин инде эшләйһеңдер. Был эштәр ғаиләң өсөн ҙур ярҙам булып тора.

Ни өсөн уйнағандан һуң уйынсыҡтарҙы йыйып ҡуйыу мөһим?

Әйҙә, был эштәр ниндәй файҙа килтерә икәнен ҡарап сығайыҡ. Уйнап алғас, һин уйынсыҡтарыңды йыйып ҡуйырға тейеш. Ни өсөн был мөһим, нисек уйлайһың? ~ Йыйыштырһаң, өйҙә тәртип буласаҡ, һәм төрлө ҡурҡыныс хәлдәрҙән һаҡланып булыр. Уйынсыктарыңды йыйып ҡуймаһаң, әсәйең уларға яңылыш баҫырға һәм, тайып йығылып, йәрәхәтләнергә мөмкин. Уны, бәлки, хатта хәстәханаға алып китергә тура килер. Был бик аяныс булыр ине, шулай бит? ~ Шулай итеп уйынсыҡтарыңды йыйыу бөтә ғаиләңә файҙа килтерә.

Балалар шулай уҡ дәрестәрен әҙерләргә тейеш. Мәктәптә һин уҡырға өйрәнәһең. Ҡайһы бер балаларға китап уҡыу бик оҡшай, әммә башҡалар өсөн был ауыр булырға мөмкин. Әммә китап уҡыу баштараҡ ауыр булып күренһә лә, һуңыраҡ һин яҡшы итеп уҡырға өйрәнгәнеңә бик шатланырһың. Уҡырға өйрәнеп, күп ҡыҙыҡлы әйберҙәр белә алырһың. Һин хатта Алла биргән китапты — Изге Яҙманы — үҙең уҡый алырһың. Тимәк, мәктәптә яҡшы уҡыһаң, был һиңә ҙур файҙа килтерер, шулай бит? ~

Әммә ҡайһы берәүҙәр эштән ҡасыу яғын ғына ҡарап тора. Бәлки, һин дә ундай кешеләрҙе беләһеңдер. Әммә Алла беҙҙе эшкә һәләтле итеп барлыҡҡа килтергән. Тимәк, беҙгә эштән шатлыҡ табырға өйрәнергә кәрәк. Бөйөк Остаздың үҙ эшен ни тиклем яратҡанын хәтерләйһеңме? ~ Уның өсөн был яратҡан ашамлыҡ һымаҡ булған. Ә ул ниндәй эш менән шөғөлләнгән? ~ Ғайса башҡаларға Йәһүә Алла тураһында һәм мәңгелек тормошҡа нисек эйә булырға икәне хаҡында һөйләгән.

Шулай итеп, эштән шатлыҡ табыр өсөн, үҙеңә ошондай һорау бир: «Ни өсөн был эште эшләргә кәрәк?» Әгәр һин быны аңлаһаң, эште башҡарыу еңелерәк булыр. Эш ниндәй генә булмаһын, ҙурмы ул, бәләкәйме, уны тырышып эшлә. Шул саҡта, һин Бөйөк Остаз һымаҡ, үҙ эшеңә ҡарап, шатлана алырһың.

Изге Яҙма һиңә тырыш эшсе булырға ярҙам итер. Был турала Ғибрәтле һүҙҙәр 10:4; 22:29; Вәғәзсе 7:12, 13 һәм Колосстарға 3:23-тә уҡы.