Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26-СЫ БҮЛЕК

Ни өсөн дөрөҫ булғанды эшләүе ауыр?

Ни өсөн дөрөҫ булғанды эшләүе ауыр?

САВЛ насар эштәр ҡылып, кемде ҡыуандырған? ~ Шайтан Иблисте. Шулай уҡ йәһүдтәрҙең дин әһелдәре лә ҡыуанған. Әммә Савл Бөйөк Остаздың шәкерте булып китеп Павел исемен алғас, шул уҡ дин әһелдәре уны инде нәфрәт итә башлаған. Хәҙер һин Ғайсаның шәкерттәренә ни өсөн дөрөҫ булғанды эшләүе ауыр икәнен аңлайһыңмы? ~

Павел, дөрөҫ булғанды эшләгәндә, ниндәй ғазаптар кисергән?

Анания исемле иң баш рухани Павелдың ауыҙына һуғырға ҡушҡан. Ул хатта уны төрмәгә ябырға маташҡан. Эйе, Ғайсаның шәкерте булып киткәс, Павел күп ғазаптар кисергән. Мәҫәлән, насар кешеләр Павелды туҡмаған һәм уны таштар менән бәргесләп үлтерергә тырышҡан (Ғәмәлдәр 23:1, 2; 2 Коринфтарға 11:24, 25).

Башҡалар беҙҙе Алла хупламаған эштәрҙе эшләргә мәжбүр итергә мөмкин. Шуға күрә бындай һорау тыуа: «Һин дөрөҫ булғанды ни ҡәҙәр яратаһың?» Башҡалар һине дөрөҫ булғанды эшләгәнең өсөн нәфрәт итһә, һин бирешерһеңме? Бының өсөн ҡыйыу булырға кәрәк, шулай бит? ~

Бәлки, һин: «Ни өсөн кешеләр беҙҙе яҡшы эштәр өсөн нәфрәт итә? Улар шатланырға тейеш түгелме һуң?» — тип һорарһың. Эйе, улар шатланырға тейеш. Күп кенә кеше Ғайсаны яҡшы эштәр өсөн яратҡан. Бер ваҡыт ҡаланың барлыҡ халҡы Ғайса туҡталған өйҙөң ишек алдына йыйылған, сөнки улар, Ғайса ауырыуҙарҙы һауыҡтыра икән, тип ишеткән (Марк 1:33).

Әммә ҡайһы саҡта кешеләргә Ғайсаның өйрәткәндәре оҡшамаған. Уның өйрәткәндәре дөрөҫ булһа ла, ҡайһы берәүҙәр уны нәфрәт иткән, сөнки ул хәҡиҡәтте һөйләгән. Шундай хәл Ғайса тыуып үҫкән Назара ҡалаһында булған. Ул синагогаға — йәһүд халҡы Аллаға ғибәҙәт ҡылыр өсөн йыйылған урынға барған.

Унда Ғайса, Яҙмаларға нигеҙләнеп, иҫ киткес телмәр һөйләгән. Башта кешеләргә был бик оҡшаған, уның һүҙҙәренә улар таң ҡалған. Улар был йәш кешенең үҙҙәренең ҡалаһында үҫкәненә ышана алмаған.

Ләкин һуңынан Ғайса тағы бер нәмә хаҡында әйткән. Ул Алланың йәһүд булмаған кешеләрҙе фатихалағаны тураһында һөйләгән. Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, синагогала булған кешеләрҙең асыуы килгән. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Сөнки улар, Алла йәһүд халҡын ғына фатихаларға тейеш, тип уйлаған. Улар үҙҙәрен башҡа халыҡтарҙан яҡшыраҡ тип һанаған. Шуға күрә лә Ғайсаның әйткәндәре шул кешеләргә оҡшамаған. Улар, беләһеңме, нимә эшләргә маташҡан? ~

Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Улар Ғайсаны ала ла ҡаланан ҡыуып сығара. Шунан улар уны тауҙың башынан упҡынға ырғытырға йыйына. Әммә Ғайса, халык араһынан үтеп, үҙ юлы менән китә» (Лука 4:16—30).

Ни өсөн был кешеләр Ғайсаны үлтерергә теләй?

Әгәр һинең менән шундай хәл булһа, һин, был кешеләргә яңынан килеп, уларға Алла тураһында һөйләр инеңме? ~ Бының өсөн ҡыйыу булырға кәрәк, шулай бит? ~ Бер йыл тирәһе ваҡыт үткәс, Ғайса яңынан Назара ҡалаһына ҡайта. Изге Яҙмала: «Ул кешеләрҙе ғибәҙәтханаларҙа өйрәтә башлаған», — тиелә. Ғайса Алланы яратмаған кешеләрҙән ҡурҡмаған. Ул хәҡиҡәткә өйрәтеүен дауам иткән (Матфей 13:54).

Шәмбе көндәренең береһендә Ғайса ғибәҙәт ҡылыу урынына килгән. Шәмбе көнөндә, израилдәргә, Йәһүә биргән Ҡанун буйынса, бер нәмә лә эшләргә ярамаған. Ул көндә улар Аллаға ғибәҙәт ҡылырға тейеш булған. Шунда Ғайса ҡулы ҡороған кешене күргән. Ғайсаның, шул кешене һауыҡтырыр өсөн, Алланан бирелгән көсө булған. Әммә унда булған кешеләр Ғайсаға ҡамасауларға теләгән. Бөйөк Остаз нимә эшләгән? ~ Башта ул: «Һеҙҙең һарығығыҙ булһа һәм ул Шәмбе көнө соҡорға төшһә, һеҙ уны сығармаҫ инегеҙме әллә?» — тип һораған.

Әлбиттә, сығарырҙар ине, улар быны хатта Шәмбе көнө — ял итергә кәрәк булған көндә лә эшләр ине. Быны белеп, Ғайса: «Кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, Шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләү дөрөҫ!» — тигән. Шуға Ғайса был кешене һауыҡтырған да!

Ғайса уға: «Ҡулыңды һуҙ!» — тигән. Кешенең ҡулы шунда уҡ һауыҡҡан. Ни ҡәҙәр шатланғандыр ул шул мәлдә! Ә унда булған кешеләр тураһында нимә әйтеп була? Улар шатланғанмы? ~ Юҡ. Улар Ғайсаны тағы ла нығыраҡ нәфрәт итә башлаған. Улар ғибәҙәтхананан сығып, уны үлтереү тураһында кәңәш ҡорған (Матфей 12:9—14).

Бөгөн дә шулай. Нимә генә эшләһәк тә, бөтә кешегә лә ярап булмай. Шуға күрә беҙгә кемгә ярарға теләгәнебеҙҙе хәл итергә кәрәк. Әгәр ҙә беҙ Йәһүә Аллаға һәм Ғайса Мәсихкә ярарға теләһәк, беҙ улар өйрәткәнсә эш итергә тейеш. Әммә шулай эшләһәк, кем беҙҙе нәфрәт итер? Кем беҙгә дөрөҫ булғанды эшләргә ҡамасаулар? ~

Шайтан Иблис. Ә тағы кем? ~ Иблискә ышанып алданған кешеләр. Ул уларҙы дөрөҫ булмаған нәмәләргә ышандыра. Ғайса дин әһелдәренә былай тигән: «Һеҙҙең атағыҙ — Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ» (Яхъя 8:44).

Иблистең күңеленә хуш килгән кешеләр бик күп. Ғайса ундай кешеләрҙе «донъя» тип атаған. Нисек уйлайһың, Ғайса, «донъя» тигәндә, нимә тураһында әйтергә теләгән? ~ Әйҙә, Яхъя китабының 15-се бүлегенең 19-сы шиғырын асып, Ғайсаның һүҙҙәрен уҡыйыҡ. Унда былай тиелгән: «Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенекеләре кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнгән» (Яхъя 15:19).

Шулай итеп, Ғайсаның шәкерттәрен нәфрәт иткән донъя — ул Бөйөк Остаз артынан эйәрмәгән кешеләр. Ләкин ни өсөн донъя Ғайсаның шәкерттәрен нәфрәт итә? ~ Әйҙә, уйлап ҡарайыҡ. Кем был донъя менән идара итә? ~ Изге Яҙмала: «Бөтөн донъя Иблис хакимлығы аҫтында тора», — тиелә (1 Яхъя 5:19).

Хәҙер күрәһеңме, ни өсөн дөрөҫ булғанды эшләүе шул тиклем ауыр? ~ Беҙгә Шайтан һәм уның донъяһы ҡамасаулай. Әммә тағы бер сәбәп бар. Ниндәй сәбәп, хәтерләйһеңме? ~ Был китаптың 23-сө бүлегенән беҙ бөтә кешеләр ҙә гонаһлы булып тыуа икәнлеген белдек. Гонаһ, Иблис һәм уның донъяһы юҡ ителгәс, ни ҡәҙәр рәхәт буласаҡ, эйеме? ~

Был донъя үтеп киткәс, дөрөҫ булғанды эшләгән кешеләр менән нимә буласаҡ?

Изге Яҙмала: «Донъя үтеп китә», — тигән вәғәҙә яҙылған. Был һүҙҙәр нимә аңлата? Был Бөйөк Остаздың шәкерттәре булмаған кешеләр юҡ ителәсәк тигәнде аңлата (1 Яхъя 2:17). Уларға мәңгелек тормош бирелмәйәсәк. Ә кем мәңге йәшәйәсәк, һин беләһеңме? ~ Изге Яҙманың шул уҡ шиғырында: «Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй», — тип әйтелә (1 Яхъя 2:17). Эйе, дөрөҫ булғанды эшләгәндәр — «Алла ихтыярын үтәгән» кешеләр генә Алланың яңы донъяһында йәшәйәсәк. Шуға күрә, ауыр булһа ла, беҙ барыбер дөрөҫ булғанды эшләргә теләйбеҙ, шулай бит? ~

Ошо шиғырҙарҙа ни өсөн дөрөҫ булғанды эшләүе ауыр икәне әйтелә: Матфей 7:13, 14; Лука 13:23, 24 һәм Ғәмәлдәр 14:21, 22.