Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ БҮЛЕК

Тормошта нимә иң мөһиме?

Тормошта нимә иң мөһиме?

Был кеше нимәне аңламаған?

БЕР көндө Ғайса янына бер кеше килгән. Ул Ғайсаның бик зирәк булыуын белгән, шуға унан: «Остаз, ағайыма әйт әле, үҙендә булғаны менән минең менән уртаҡлашһын», — тип үтенгән. Был кеше ағаһының ҡайһы бер әйберҙәрен үҙенә алырға теләгән.

Һин Ғайса урынында булһаң, нимә тип яуап бирер инең? ~ Ғайса эштең нимәлә икәнен аңлаған. Ысынында был кеше ағаһының әйберҙәренә мохтаж булмаған. Ул тормошта иң мөһиме нимә икәнен аңламаған.

Әйҙә, уйлап алайыҡ. Беҙҙең өсөн нимә иң мөһиме булырға тейеш? Матур уйынсыҡтар, яңы кейем йә башҡа нәмәләрме? ~ Юҡ, был әйберҙәрҙән күпкә мөһимерәк нәмә бар. Ғайса шуға өйрәтергә теләгән дә. Ул Алланы онотҡан кеше тураһында хикәйә һөйләгән. Һин шул хикәйәне тыңларға теләйһеңме?

Ул кеше бик бай булған. Уның ере, келәттәре булған. Баҫыуында игене бик уңған. Бер саҡ ул шул тиклем күп иген йыйған, хатта игенде һаҡлар өсөн келәттәрендә урын да етмәгән. Ул нимә эшләргә булған? Был кеше үҙенә: «Келәттәрҙе һүтеп, ҙурырағын һалайым да бөтә ашлығымды, бөтә байлығымды шунда йыяйым», — тигән.

Был бай кеше, аҡыллы эш итәм, тип уйлаған. Күп байлыҡ йыйғанға, ул үҙен зирәк тип һанаған. Ул үҙ-үҙенә: «Мин күп байлыҡ йыйҙым. Ул миңә күп йылдарға етер. Хәҙер ял итергә лә була. Мин ашармын, эсермен, күңел асырмын». Әммә был кеше хаталанған. Беләһеңме ни өсөн? ~ Ул тик үҙе тураһында уйлаған һәм үҙе өсөн генә рәхәтләнеп йәшәргә теләгән. Ул Алланы онотҡан.

Был бай кеше нимә тураһында уйлай?

Шуға күрә Алла шул байға былай тигән: «Һин аҡылһыҙ кеше. Ошо төндә һин үлерһең. Йыйған әйберҙәрең кемгә ҡалыр һуң?» Үлгәндән һуң, был бай йыйған әйберҙәре менән ҡуллана алыр инеме? ~ Әлбиттә, юҡ. Уның әйберҙәре башҡа кешегә ҡалыр ине. Ғайса хикәйәһен былай тип тамамлаған: «Үҙе өсөн генә хазина туплаған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр» (Лука 12:13—21).

Һин, һис шикһеҙ, был бай кеше һымаҡ булырға теләмәҫ инең, шулай бит? ~ Ул гел байлыҡ йыйыу тураһында ғына уйлаған, һәм был уның хатаһы булған. Уға һәр ваҡыт нимәлер етмәгән, ул күберәкте теләгән. Әммә был бай кеше «Алла алдында бай булмаған».

Күп кешеләр шул байға оҡшаш. Уларға һәр ваҡыт нәмәлер етмәй. Ләкин был ҙур проблемаларға килтерергә мөмкин. Һинең уйынсыҡтарың бармы? Ә ниндәй уйынсыҡтар? ~ Әгәр ҙә дуҫыңда үҙеңдә булмаған туп йә ҡурсаҡ, йә башҡа берәй уйынсыҡ күреп ҡалһаң, һин нимә эшләрһең? Ата-әсәйеңдән шундай уҡ уйынсыҡ һатып алыуын талап итеү дөрөҫ булыр инеме? ~

Башта был уйынсыҡ һинең өсөн донъяла иң мөһим нәмә булып күренергә мөмкин. Әммә ваҡыт үтеү менән нимә була? Уйынсыҡ иҫкерә. Ул ватылырға мөмкин һәм шул саҡта уның менән уйнауы бүтән ҡыҙыҡ булмаҫ. Ысындан да, уйынсыҡтарҙан күпкә мөһимерәк бер нәмә бар. Беләһеңме, нимә? ~

Нимә уйынсыҡтарҙан күпкә мөһимерәк?

Был — һинең ғүмерең. Һинең ғүмерең бик ҡәҙерле. Сөнки унһыҙ һин бер нәмә эшләй алмаҫһың. Әммә ғүмерең Йәһүәгә тыңлаусан булыуыңа бәйле, шулай бит? ~ Шуға күрә Алла тураһында онотҡан теге аҡылһыҙ бай кеше һымаҡ булма.

Әммә, балалар ғына был бай кеше һымаҡ аҡылһыҙ эш итә, тип әйтеп булмай. Күп ололар ҙа шулай эш итә. Улар үҙҙәрендә булғандан күберәкте алырға теләй. Уларҙың бөгөнгө көнгә кәрәкле ризығы, кейер кейеме һәм йәшәр урыны булырға мөмкин. Әммә был ғына уларға етмәй. Улар күберәк кейем алырға, ҙурыраҡ йортта йәшәргә теләй. Бының өсөн күп аҡса кәрәк. Шуға күрә, аҡса йыйыр өсөн, улар күп эшләй. Ләкин күберәк аҡса эшләгән һайын улар тағы ла күберәкте теләй.

Ҡайһы бер ололар аҡса кәрәк тип шул тиклем күп эшләй, уларҙың хатта ғаиләләре өсөн ваҡыты ҡалмай. Уларҙың Алла өсөн дә ваҡыты юҡ. Әммә аҡсалары уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡала аламы? ~ Юҡ. Улар үлһә, аҡсаларын ҡуллана алырмы? ~ Юҡ, сөнки үлеләр бер нәмә лә эшләй алмай (Вәғәзсе 9:5, 10).

Тимәк, аҡсаң булһа, был насармы? ~ Юҡ. Аҡсаға ризыҡ һәм кейем һатып алырға була. Изге Яҙмала, аҡса яҡлау бирә, тип әйтелә (Вәғәзсе 7:12). Әммә беҙ аҡсаны яратһаҡ, был етди проблемаларға килтерәсәк. Ул саҡта беҙ үҙенә байлыҡ йыйған, әммә Алла алдында бай булмаған аҡылһыҙ кешегә оҡшаш булырбыҙ.

Алла алдында бай булыу нимә аңлата? ~ Был Алланы тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуйыуҙы аңлата. Күп кешеләр, Аллаға ышанабыҙ, ти. Улар, Алланың барлығына ышаныу ғына етә, тип уйлай. Әммә ундай кешеләр Алла алдында баймы? ~ Юҡ, уларҙы Алла тураһында онотҡан бай кеше менән сағыштырып була.

Ғайса күктәге Атаһын бер ҡасан да онотмаған. Ул күп аҡса эшләргә тырышмаған. Уның әйбере күп булмаған. Ғайса тормошта ысынында нимә иң мөһиме икәнен белгән. Ә һин беләһеңме нимә? ~ Иң мөһиме — Алла алдында бай булыу.

Был ҡыҙҙың тормошонда нимә иң мөһиме?

Әйтсе, беҙ Алла алдында нисек бай була алабыҙ? ~ Эйе, Аллаға тыңлаусан булһаҡ, беҙ уның алдында бай булабыҙ. Ғайса: «Мин һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем», — тигән (Яхъя 8:29). Беҙ Алла теләгәнде эшләһәк, ул шатлана. Ә Алланы ниндәй эштәр ҡыуандыра? ~ Эйе, Изге Яҙманы уҡыу, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү, Аллаға доға ҡылыу һәм башҡаларға уның менән танышырға ярҙам итеү уны шатландыра.

Ғайса Алла алдында бай булған. Шуға Йәһүә Алла уның хаҡында ҡайғыртҡан. Ул уға мәңгелек ғүмер бүләк иткән. Беҙ Ғайсанан үрнәк алһаҡ, Йәһүә беҙҙе лә яратыр һәм беҙҙең турала ҡайғыртыр. Шуға күрә, әйҙә, Ғайсанан үрнәк алайыҡ һәм бер ҡасан да Алла тураһында онотҡан бай кеше һымаҡ булмайыҡ.

Был шиғырҙар байлыҡҡа ниндәй ҡараш булырға тейеш икәнен күрһәтә: Ғибрәтле һүҙҙәр 23:4; 28:20; 1 Тимофейға 6:6—10 һәм Еврейҙарға 13:5.