20-СЕ БҮЛЕК
Һин һәр ваҡыт беренсе булырға теләйһеңме?
ҺИН һәр ваҡыт беренсе булырға теләгән кешеләрҙе беләһеңме? ~ Бәлки, улар, сиратта беренсе булыр өсөн, башҡаларҙы этеп-төртөп, алға үтергә тырышалыр. Һин шундай кешеләрҙе күргәнең бармы? ~ Бөйөк Остаз ололарҙың да беренсе, йәғни иң яҡшы, урындар алырға тырышҡанын күргән. Ғайсаға был бик оҡшамаған. Әйҙә, бер осраҡҡа иғтибар итәйек.
Бер ваҡыт Ғайсаны бер фарисейҙың өйөнә ашҡа саҡырғандар. Ул фарисей күренекле дин етәксеһе булған. Ғайса, өйгә ингәс, ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә иң яҡшы урын һайлағанын күҙәткән. Шуға күрә ул ҡунаҡтарға бер хикәйә һөйләргә булған. Һиңә лә уны һөйләйемме? ~
Ғайса былай тигән: «Берәү һине мәжлескә саҡырһа, иң яҡшы урынға ултырма». Ни өсөн Ғайса шулай тип әйткән, беләһеңме? ~ Мәжлескә хөрмәтлерәк ҡунаҡтың саҡырылыуы ихтимал, тип әйткән Ғайса. Шул саҡта, рәсемдә күрһәтелгәнсә, хужа: «Урыныңды был кешегә бир, икенсе урынға ултыр», — тип әйтер. Шунда ҡунаҡ нимә хис итер? ~ Уға оят булыр, сөнки бөтә ҡунаҡтар алдында түбәнерәк урынға ултырырға тура килер.
Ғайса яҡшыраҡ урынға ултырырға тырышыу дөрөҫ түгел икәнен күрһәткән. Ул былай тигән: «Мәжлескә саҡырылһаң, килгәс ситкәрәк ултыр. Шул саҡта һине саҡырған кеше яныңа килеп: „Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр“, — тип әйтер. Шунда һине бөтәһе алдында түргә ултыртырҙар һәм шулай итеп һиңә хөрмәт күрһәтерҙәр» (Лука 14:1, 7—11).
Ни өсөн Ғайса был хикәйәне һөйләгән, аңланыңмы? ~ Әйҙә, һиңә бер миҫал килтерәйем. Әйтәйек, туҡталышҡа автобус килеп туҡтаған, ти. Һин башҡаларҙы этеп-төртөп, оло кешеләрҙе урынһыҙ ҡалдырып, үҙеңә урын алырға тырышырһыңмы? ~ Был Ғайсаға оҡшар инеме? ~
Кемдер, беҙ үҙебеҙҙе дөрөҫ тотабыҙмы, юҡмы — Ғайсаға барыбер, тип әйтер. Ә һин нисек уйлайһың? ~ Ғайса фарисейҙың өйөндә булғанда, ҡунаҡтарҙың үҙенә ниндәй урын һайлағанына иғтибар иткән. Ә бөгөн Ғайса беҙҙең тәртибебеҙ менән ҡыҙыҡһынамы? ~ Хәҙер Ғайса күктә, һәм унан ул барыбыҙҙы ла бик яҡшы күрә.
Берәйһе беренсе булырға теләһә, төрлө ҡыйынлыҡтар тыуа. Ғәҙәттә, был кешеләрҙе асыуландыра һәм бәхәстәр тыуҙыра. Ундай хәл балалар автобусҡа ултырышҡан саҡта тыуырға
мөмкин. Автобустың ишеге асылыу менән, бөтә балалар ҙа автобусҡа беренсе булып инергә ашыға. Һәр бер бала иң яҡшы урынға, тәҙрә янына ултырырға тырыша. Әммә был нимәгә килтерергә мөмкин? ~ Эйе, улар бер-береһен асыуландырырға мөмкин.Беренсе булырға теләү күп ауырлыҡтарға килтерә. Бының арҡаһында хатта Ғайсаның илселәре бәхәсләшкән. Беҙ был китаптың 6-сы бүлегендә уларҙың араларында кем иң бөйөгө тип бәхәсләшкәне тураһында инде уҡығайныҡ. Ғайса нимә эшләгән? ~ Ул уларҙы төҙәткән. Әммә һуңынан улар араһында яңынан бәхәс тыуған. Әйҙә, уларҙың нимә арҡаһында бәхәсләшә башлағанын ҡарайыҡ.
Ғайса үҙенең илселәре һәм башҡа кешеләр менән Иерусалимға юл тота. Был Ғайса өсөн Иерусалимға һуңғы сәйәхәт. Ул шәкерттәренә Батшалыҡ хаҡында инде күп нәмә һөйләгән, һәм хәҙер Яҡуб менән Яхъя, шул Батшалыҡта Матфей 27:56; Марк 15:40). Шулай итеп, Иерусалимға китеп барғанда, Саломия, үтенес менән Ғайса янына килеп, уның алдында тубыҡлана.
иң яҡшы урын алып, Ғайса менән бергә идара итеү тураһында уйлана. Улар был турала хатта әсәләренә — Саломияға әйтә («Һиңә нимә кәрәк һуң?» — тип һорай Ғайса. Шунда Саломия: «Һинең Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине», — тип үтенә. Әммә Яҡуб менән Яхъяның үҙ әсәләре аша еткергән үтенесе тураһында башҡа ун илсе белеп ҡала. Һин нисек уйлайһың, шул саҡта улар нимә хис иткән? ~
Эйе, улар Яҡуб менән Яхъяға бик асыуланған. Шуға күрә Ғайса бөтә илселәренә лә яҡшы кәңәш биргән: «Һеҙ беләһегеҙ: хакимдар, Матфей 20:20—28)
башҡалар уларға хеҙмәт итһен өсөн, хакимлыҡ итергә ярата. Әммә минең шәкерттәрем улай эшләргә тейеш түгел». Аҙаҡ Ғайса өҫтәгән: «Арағыҙҙа беренсе булырға теләүсе башҡалар өсөн ҡол булһын». Уйлап ҡына ҡара: ундай кеше ҡол булырға тейеш! (Ә һин беләһеңме, ҡол нимә эшләй? ~ Ҡол башҡаларға хеҙмәт итә, ул башҡаларҙың үҙенә хеҙмәт итеүен көтмәй. Ул яҡшы урынға ынтылмай, ә, киреһенсә, иң түбән урын алырға тырыша. Ул үҙен бер ҡасан да иң бөйөк кеше һымаҡ тотмай. Хәтерләйһеңдер, Ғайса, беренсе булырға теләүсе үҙен ҡол кеүек тоторға тейеш, тигән.
Уның был һүҙҙәре беҙҙең өсөн нимә аңлата? ~ Ҡол, кем иң яҡшы урын алырға тейеш, тип үҙенең хужаһы менән бәхәсләшерме? Йәки, кем беренсе булып ашарға тейеш, тип бәхәсләшерме? Һин нисек уйлайһың? ~ Ғайса аңлатҡанса, ҡол хужаһын һәр ваҡыт үҙенән өҫтөн ҡуя (Лука 17:7—10).
Шулай итеп, беренсе булырға тырышыу урынына беҙ нимә эшләргә тейеш? ~ Эйе, беҙ үҙебеҙҙе ҡол һымаҡ тоторға һәм башҡаларға һәр ваҡыт юл бирергә тейеш. Ә был шуны аңлата: беҙгә башҡаларҙы үҙебеҙҙән өҫтөнөрәк ҡуйырға кәрәк. Быны нисек эшләргә, һин беләһеңме? ~ Әйҙә, был китаптың 40-сы һәм 41-се битен яңынан асайыҡ һәм нисек беҙ, башҡаларға хеҙмәт итеп, уларҙы үҙебеҙҙән өҫтөн ҡуя алғаныбыҙҙы ҡарайыҡ.
Иҫеңдә тот, Бөйөк Остаз башҡаларҙы үҙенән өҫтөн күргән һәм уларға хеҙмәт иткән. Ерҙәге ғүмеренең һуңғы кисен ул илселәре менән үткәргән һәм хатта, тубыҡланып, уларҙың аяғын йыуған. Әгәр беҙ Бөйөк Остаздан үрнәк алһаҡ, уның үҙен дә һәм Атаһын — Йәһүә Алланы ла шатландырырбыҙ.
Әйҙә, Изге Яҙмалағы башҡаларҙы үҙебеҙҙән өҫтөн ҡуйырға дәртләндергән шиғырҙарҙы уҡыйыҡ: Лука 9:48; Римдарға 12:3 һәм Филиптарға 2:3, 4.