7-СЕ БҮЛЕК
Алла Исраил халҡын азат итә
Алла Мысырға бәлә-ҡазалар ебәрә, һәм Муса пәйғәмбәр Исраил халҡын был илдән сығара. Алла Муса аша Исраилға Ҡанун бирә
ИСРАИЛДАР Мысырҙа инде күп йылдар йәшәп, байлыҡ йыя һәм ишәйә. Ләкин илдә Йософто белмәгән яңы фирғәүен идара итә башлай. Был аяуһыҙ хаким Исраил халҡының һаны артҡандан-арта барыуын күреп, бик ҡурҡа. Ул исраилдарҙы ҡолдарға әйләндерә һәм уларҙың яңы тыуған малайҙарын Нил йылғаһына ташларға бойороҡ бирә. Ләкин бер ҡыйыу әсәй кеше үҙ улын кәрзингә һалып, уны ҡамыштар араһына йәшерә. Фирғәүендең ҡыҙы сабыйҙы таба һәм уға Муса тигән исем ҡушып, үҙ улы итеп батша һарайында үҫтерә.
Мусаға 40 йәш булғанда, ул бер исраиллы ҡолдо мысырлы күҙәтсенән яҡлай. Шуға күрә уға алыҫ ергә ҡасып, унда йәшәргә тура килә. Мусаға 80 йәш булғанда, Йәһүә уға кире Мысырға ҡайтып, фирғәүенгә барырға һәм Исраил халҡын азат итеүен талап итергә ҡуша.
Фирғәүен быға бөтөнләй риза түгел. Шуға күрә Алла Мысырға ун яза ебәрә. Һәр яза алдынан Муса фирғәүенгә килеп, уны киҫәтә һәм был язанан ҡасырға мөмкинлек бирә. Әммә фирғәүен үҙһүҙләнеп, Мусаның һәм Йәһүә Алланың талаптарын үтәргә теләмәй. Ахыр сиктә, унынсы яза арҡаһында Мысырҙағы беренсе булып тыуған һәр ир бала һәм хайуандарҙың ата енесле беренсе балалары ла үлә. Ләкин Йәһүәнең һүҙен тыңлап, ҡорбанға килтерелгән һарыҡ бәрәсенең ҡаны менән ишек яңаҡтарын буяған ғаиләләр зыян күрмәй. Язаны ғәмәлгә ашырыр өсөн Алла тарафынан ебәрелгән фәрештә уларҙың йорттары янынан үтеп китә. Һуңыраҡ исраилдар был мөғжизәле ҡотҡарылыуҙы һәр йыл байрам итә башлай, һәм уны Ҡотҡарылыу, йәғни Пасха байрамы тип атай.
Беренсе улын юғалтҡандан һуң фирғәүен Муса менән бөтә исраилдарға Мысыр еренән китергә ҡуша. Шул уҡ көндө улар Мысырҙан сығып китәләр. Әммә фирғәүен исраилдарҙы ебәргәненә үкенә. Ул һуғышсылары һәм һуғыш арбалары менән исраилдарҙың артынан ҡыуа төшә. Исраилдар алдында Ҡыҙыл диңгеҙ йәйелеп ята, һәм улар ҡапҡанға эләккән кеүек тойола. Әммә Йәһүә Ҡыҙыл диңгеҙҙе айыра һәм исраилдар ҡоро диңгеҙ төбө буйлап икенсе ярға үтә. Диңгеҙ һыуҙары ике яҡтан бейек стена булып тора! Мысырлылар улар артынан ташланғас, Алла диңгеҙ һыуҙарын кире урынына ҡайтара һәм фирғәүен менән уның ғәскәре батып үлә.
Аҙаҡ исраилдар Синай тауы эргәһендә урынлашып сатырҙарын ҡорғас, Йәһүә улар менән килешеү төҙөй. Алла Мусаны аралашсы итеп ҡулланып, уның аша Исраил халҡына ҡанундар бирә. Был ҡанундар тормоштоң һәр өлкәһендә тиерлек етәкселек биреп, уларҙы яҡлап торасаҡ. Исраил халҡы Алланың хакимлығына буйһонһа, Йәһүә улар менән булырға һәм улар аша башҡаларҙы фатихаларға вәғәҙә бирә.
Ләкин күпселек исраилдар Аллаға ышанмай һәм бының менән уны рәнйетә. Шуға күрә Йәһүә был быуынды 40 йыл буйы сүлдә йөрөтә. Шунан һуң Муса Йошуа исемле ышаныслы кешене үҙе урынына юлбашсы итеп ҡуя. Хәҙер инде халыҡ Алла Ибраһимға вәғәҙә иткән ергә инергә әҙер.
Тәүраттағы Сығыш, Левиттар, Һандар, Ҡанун китаптарына, шулай уҡ Мәҙхиә 135:10—15-кә һәм Илселәр 7:17—36-ға нигеҙләнгән.