Изге Яҙмаларҙың төп хәбәре. Ҡабатлау
Йәһүә Әҙәм менән Һауаны Ожмахта мәңге йәшәү өсөн барлыҡҡа килтерә. Шайтан Йәһүә исеменә яла яғып, уның хакимлыҡ итергә хоҡуғын шик аҫтына ала. Әҙәм менән Һауа Шайтан яғына баҫа. Шулай итеп улар үҙҙәрен дә, үҙ нәҫелдәрен дә гонаһ менән үлемгә дусар итә
Йәһүә фетнәселәргә үҙ хөкөмөн иғлан итә һәм Ҡотҡарыусы, йәғни Тоҡом киләсәк тип вәғәҙә итә. Был Тоҡом Шайтанды юҡ итәсәк, шулай уҡ фетнәнең бөтә эҙемтәләрен, шул иҫәптән гонаһты, бөтөрәсәк
Йәһүә Ибраһим менән Дауытҡа шундай вәғәҙә бирә: Батша булып мәңге идара итәсәк Тоҡом, йәғни Мәсих уларҙың нәҫеленән киләсәк
Пәйғәмбәрҙәр Йәһүә тарафынан рухландырылып, Мәсих кешелекте гонаһ менән үлемдән ҡотҡарасаҡ тип алдан әйтә. Мәсих үҙ вариҫташтары менән бергә Алла Батшалығында идара итеп, һуғыштарҙы, ауырыуҙарҙы һәм хатта үлемде юҡ итәсәк
Йәһүә Ғайсаны ергә ебәреп, уның вәғәҙә ителгән Мәсих икәнлеген күрһәтә. Ғайса Алла Батшалығы тураһында вәғәзләй һәм үҙ тормошон ҡорбан итеп бирә. Йәһүә уны рух итеп терелтә
Йәһүә Ғайсаны күктә батша тәхетенә ултырта, шунан бирле был донъя төҙөлөшөнөң һуңғы көндәре башлана. Ғайса бөтә Ер шары буйлап Алла Батшалығын вәғәзләгән шәкерттәре менән етәкселек итә
Йәһүә Ғайсаға Батшалыҡ хакимлығын ерҙә урынлаштырырға ҡуша. Батшалыҡ бөтә яуыз хөкүмәттәрҙе юҡ итә, ерҙә Ожмах урынлаштыра һәм тоғро кешеләргә камиллыҡҡа ирешергә ярҙам итә. Йәһүәнең хакимлыҡ итергә хоҡуғы мәңгегә аҡлана һәм исеме изгеләндерелә