9-СЫ БҮЛЕК
Исраилдар үҙҙәренә батша һорайҙар
Исраилдың беренсе батшаһы Саул Йәһүәнең һүҙен тыңламай. Уның урынына батша итеп Дауыт билдәләнә. Йәһүә Дауыт менән мәңгелек батшалыҡ хаҡында килешеү төҙөй
САМСОНДАН һуң Исраилда хөкөмсө һәм пәйғәмбәр булып Ишмуил хеҙмәт итә. Исраилдар башҡа халыҡтарға оҡшарға теләп, унан ныҡышмалы рәүештә үҙҙәре өҫтөнән батша ҡуйырға һорайҙар. Йәһүә исраилдарҙың батшаһы булғанға, уларҙың был үтенестәре уны рәнйетә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, ул Ишмуилға халыҡтың талабын үтәргә ҡуша. Алла батша итеп Саул исемле баҫалҡы кешене һайлай. Ләкин ваҡыт уҙыу менән Саул батша тәкәббер булып китә һәм Алланы тыңламай башлай. Йәһүә уны кире ҡаға һәм Ишмуилға батша итеп башҡа кешене, йәш Дауытты, билдәләргә ҡуша. Әммә Дауыт батша булып идара итә башлағансы, күп йылдар үтә.
Бер ваҡыт Дауыт, әле йәш үҫмер сағында, Саул армияһында хеҙмәт иткән ағаларының хәлдәрен белергә бара. Бөтөн армия Голиаф исемле әзмәүер алдында ҡурҡыуға төшкән була. Был дошман исраилдарҙан һәм уларҙың Аллаһынан мыҫҡыллап көлә. Дауыттың әзмәүергә асыуы ҡуба, һәм ул уның менән һуғышырға ризалаша. Йәш Дауыт таш ата торған ҡорал менән бер нисә генә таш алып, өс метрлы әзмәүергә ҡаршы сыға. Голиаф Дауытты мәсхәрәләп көлә башлағас, Дауыт уға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡоралланғаны тураһында әйтә, сөнки ул Йәһүә исеме хаҡына һуғыша. Дауыт бер генә таш атып Голиафты йыға һәм уның уҡ ҡылысы менән башын сабып өҙә. Филистиҙәр ҡурҡыштарынан ҡаса башлайҙар.
Тәүҙә Саул Дауыттың батырлығына һоҡланып, был йәш кешене армияһының етәксеһе итеп билдәләй. Әммә Дауыттың уңыштарын күреп, Саул унан яман көнләшә башлай. Тормошон һаҡлап ҡалыр өсөн, Дауытҡа ҡасып китергә һәм йылдар буйы ҡасҡын булып йәшәргә тура килә. Шулай ҙа ул үҙен үлтерергә тырышҡан Саулға тоғролоҡ һаҡлай, сөнки уны батша итеп Йәһүә Алла билдәләгәнен аңлай. Ахыр сиктә, Саул һуғышта үлә. Тиҙҙән, Йәһүә вәғәҙә иткәнсә, Дауыт батша булып идара итә башлай.
«Мин уның батшалығының тәхетен мәңгегә урынлаштырырмын» (2 Ишмуил 7:13)
Дауыт батшаның Йәһүәгә ғибәҙәтхана төҙөргә ҙур теләге була. Ләкин Йәһүә уға был эште уның улы Сөләймән башҡарасаҡ тип әйтә. Шулай ҙа Алла Дауыт менән ғәжәп килешеү төҙөп, уны бүләкләй. Был килешеү буйынса Дауыттың нәҫелендә бер-бер артлы идара итеүсе батшалар буласаҡ. Ошо батшалар нәҫеленән Эден баҡсаһында вәғәҙә ителгән Ҡотҡарыусы, йәғни Тоҡом киләсәк. Был Алла тарафынан ебәрелгән Мәсих («Майланған Зат») буласаҡ. Йәһүә вәғәҙә иткәнсә, Мәсих мәңгелек хөкүмәт, йәғни Батшалыҡ менән идара итәсәк.
Ысын күңелдән рәхмәтле булып, Дауыт ғибәҙәтхана төҙөр өсөн бик күп төҙөлөш материалдары, алтын һәм көмөш йыя. Ул шулай уҡ Алла тарафынан рухландырылып күп мәҙхиәләр яҙа. Ғүмеренең аҙағында Дауыт: «Йәһүәнең рухы минең аша һөйләне, уның һүҙе телемдә ине», — тип әйтә (2 Ишмуил 23:2).
1 Ишмуил, 2 Ишмуил, 1 Йылъяҙма китаптарына, Ишағия 9:7, Маттай 21:9, Лука 1:32, Яхъя 7:42-гә нигеҙләнгән.