Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ДӘРЕС

Алла беренсе ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергән

Алла беренсе ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергән

Йәһүә матур баҡса булдырған һәм уны Эде́н тип атаған. Баҡсала төрлө-төрлө сәскәләр, ағастар һәм хайуандар күп булған. Шунан Алла беренсе кешене — Әҙәмде барлыҡҡа килтергән. Ул уны ер тупрағынан яһаған да, танауына һулыш өргән. Шул саҡ нимә булған, беләһеңме? Кеше тере булып киткән! Йәһүә Әҙәмгә баҡсаны ҡарарға ҡушҡан. Шулай уҡ Әҙәм һәр хайуанға исем ҡушырға тейеш булған.

Йәһүә Әҙәмгә мөһим бер әмер биргән. Ул уға: «Баҡсалағы бөтә ағастың да емешен ашай алаһың, тик айырым бер ағастың ғына емешен ашама. Ашаһаң, үләһең», — тигән.

Һуңыраҡ Йәһүә: «Әҙәмгә ярҙамсы яһап бирәм», — тип әйткән. Ул Әҙәмде йоҡлатҡан да, уның бер ҡабырғаһын алып, шул ҡабырғанан ҡатын яһаған. Ҡатындың исеме — Һауа. Әҙәм менән Һауа беренсе ғаилә булған. Әҙәм шатланғанмы? Әлбиттә! Ул хатта былай тигән: «Бына, ҡабырғамдан миңә Йәһүә кемде яһаны! Ул минең кеүек тә баһа!»

Йәһүә Әҙәм менән Һауаға, балалар тыуҙырып, ерҙе кешеләр менән тултырырға ҡушҡан. Ул кешеләрҙең, бергә рәхәтләнеп эшләп, бөтә ер йөҙөн Эден баҡсаһына оҡшаш матур парк итеүен теләгән. Ләкин барыһы ла башҡаса килеп сыҡҡан. Ни өсөн? Быны беҙ киләһе бүлектән белербеҙ.

«Кешене бар иткәндә, Булдырыусы тәүҙән үк „уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты“» (Матфей 19:4)