Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

67-СЕ ДӘРЕС

Иерусалим стеналары

Иерусалим стеналары

Езра́ менән бер ваҡытта Ниҡәми́ исемле бер изра́иль кешеһе йәшәгән. Ул Шуша́н тигән фарсы́ ҡалаһында Артаксе́ркс батшаның һарайында хеҙмәт иткән. Бер ваҡыт уның янына туғаны килгән. Ул Йәһүҙәнә́н насар хәбәр килтергән. Ул былай тигән: «Иерусалимға ҡайтҡан кешеләргә ҡурҡыныс янай. Сөнки вавилонда́р емергән ҡала стеналары һәм ҡапҡалары һаман да төҙөлөп бөтмәгән». Ниҡәмиҙе́ң күңеле төшкән. Кешеләргә ярҙам итер өсөн, ул Иерусалимға барырға булған. Ниҡәми́, батша уны ебәрһен тип, доға ҡыла башлаған.

Тиҙҙән батша Ниҡәмиҙе́ң кәйефһеҙ йөрөгәнен күреп ҡала. Ул: «Һинең былай күңелһеҙ булыуыңды күргәнем юҡ ине. Берәй нимә булдымы әллә?» — тип һорай. Ниҡәми́ былай тип яуап бирә: «Нисек инде ҡайғырмаҫҡа? Иерусалим, тыуған ҡалам, емерек хәлдә ята бит». Батша: «Мин һиңә ярҙам итә аламмы?» — тип һорай. Ниҡәми́ шунда уҡ эстән генә доға ҡыла. Шунан былай ти: «Зинһар, мине Иерусалимдың стеналарын торғоҙорға, ебәрсе». Артаксе́ркс батша Ниҡәмиҙе́ ебәрә һәм Иерусалимға иҫән-һау барып етергә ярҙам итә. Батша шулай уҡ Ниҡәмиҙе́ Йәһүҙә́ өҫтөнән идарасы итеп ҡуя һәм ҡапҡалар яһар өсөн уға бүрәнәләр бирә.

Иерусалимға килгәс, Ниҡәми́ ҡала стеналарын ҡарап сыға. Шунан ул бөтә руханиҙарҙы һәм түрәләрҙе йыя. Ниҡәми́ уларға: «Хәлдәр насар. Беҙ эшкә тотонорға тейеш», — ти. Кешеләр ризалаша һәм стеналарҙы торғоҙа башлай.

Әммә изра́илдәрҙең ҡайһы бер дошмандары уларҙы мыҫҡыллай. Улар: «Стенағыҙға төлкө бер һикерһә, ул шунда уҡ емереләсәк!» — тип көлә. Әммә төҙөүселәр быға иғтибар итмәй, үҙ эшен дауам итә. Көндән-көн стеналар күтәрелә бара һәм нығына.

Быны күреп, дошмандар Иерусалимға төрлө яҡтан һөжүм итергә була. Йәһүдтәр иһә ҡурҡыуға төшә. Әммә Ниҡәми́ былай ти: «Ҡурҡмағыҙ! Йәһүә беҙҙең менән!» Ниҡәми́, төҙөүселәрҙе яҡлар өсөн, һаҡсылар ҡуя. Шул арҡала дошмандар һөжүм итә алмай.

Шулай итеп, ҡала стеналары һәм ҡапҡалары 52 көн эсендә төҙөлөп бөтә. Шул айҡанлы Ниҡәми́ байрам үткәрергә була. Ул Иерусалимда бөтә левиттарҙы́ йыя һәм уларҙы ике йырсылар төркөмөнә бүлә. Шул ике төркөм стенаға менә лә, бер-береһенә ҡаршы атлап, ҡаланы урап сыға. Улар борғо, кимвал һәм а́рфа уйнап, Йәһүәгә йырҙар йырлап бара. Бер төркөм менән — Езра́, икенсеһе менән Ниҡәми́ атлай. Төркөмдәр ғибәҙәтхана янында осраша. Бөтә кеше — ирҙәр, ҡатындар һәм балалар — Йәһүәгә ҡорбан килтерә һәм байрам итә. Уларҙың шатлыҡлы тауышы алыҫтарға яңғырай.

«Һиңә ҡаршы яһалған бер ҡорал да уңышлы булмаҫ» (Ишағыя 54:17)