Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

59-СЫ ДӘРЕС

Йәһүәне тыңлаған дүрт егет

Йәһүәне тыңлаған дүрт егет

Набуҡадниза́р батша Йәһүҙә́ кенәздәрен Вавилонға́ алып килгәс, улар өҫтөнән Ашпина́з исемле түрәне ҡуя. Батша Ашпиназға́ улар араһынан иң аҡыллы һәм сәләмәт егеттәрҙе һайлап алып, өс йыл буйы уҡытырға ҡуша. Был егеттәрҙе Вавилонда́ ҙур түрәләр итергә йыйыналар. Улар акка́д телендә уҡырға, яҙырға һәм һөйләшергә өйрәнергә тейеш. Шулай уҡ уларҙан батша һәм уның түрәләре ашаған ризыҡты ашау талап ителә. Ул егеттәр араһында Дани́л, Ханания́, Мисаи́л һәм Азария́ ла була. Ашпина́з уларға яңы исемдәр ҡуша: Балтаса́р, Сидра́х, Миса́х һәм Әбдинә́х. Бындай уҡытыу уларға ниндәй йоғонто яһар? Улар Йәһүәне тыңлауҙан туҡтармы?

Был дүрт егет Йәһүәгә тоғро ҡалырға була. Улар батша ашаған ризыҡты ашарға ярамай икәнен белә. Сөнки Йәһүәнең ҡануны буйынса, ҡайһы бер малдың итен ашарға ярамай. Шуға күрә улар Ашпиназға́ былай ти: «Зинһар, беҙҙән батша ризығын ашауҙы талап итмә». Әммә Ашпина́з: «Ашамаһағыҙ, ауырып китерһегеҙ. Ә бының өсөн батша мине үлтерәсәк!» — тип ҡаршы төшә.

Шунда Данилды́ң башына бер уй килә. Ул һаҡсыға былай ти: «Зинһар өсөн, ун көн дауамында беҙгә йәшелсә һәм һыу ғына бир. Ә һуңынан беҙҙе батша ризығын ашаған егеттәр менән сағыштырырһың». Һаҡсы ризалаша.

Ун көн үткәс, Дани́л һәм уның өс дуҫы башҡа егеттәрҙән сәләмәтерәк күренә. Улар тоғро ҡалғанға, Йәһүә бик ҡыуана, хатта Данилға́ күренештәр һәм төштәр аңлау һәләте бирә.

Билдәләнгән ваҡыт үткәс, Ашпина́з егеттәрҙе Набуҡаднизарға́ алып килә. Батша улар менән һөйләшә, һәм Дани́л, Ханания́, Мисаи́л һәм Азарияны́ң башҡаларға ҡарағанда аҡыллыраҡ, отҡорораҡ булыуын күрә. Улар батшаға хеҙмәт итә башлай. Батша йыш ҡына төрлө һорауҙар буйынса улар менән кәңәшләшә. Йәһүә был егеттәрҙе башҡа аҡыл эйәләренән һәм күрәҙәселәрҙән аҡыллыраҡ итә.

Дани́л, Ханания́, Мисаи́л һәм Азария́ сит илдә йәшәгән, әммә улар үҙҙәренең Йәһүә хеҙмәтсеһе икәнен бер ҡасан да онотмаған. Ә һин, атай-әсәйең яныңда булмағанда, Йәһүәне онотмаҫһыңмы?

«Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул» (1 Тимофейға 4:12)