Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

11-се бүлеккә инеш һүҙ

11-се бүлеккә инеш һүҙ

Был бүлектән башлап, һүҙ Мәсихсе Грек Яҙмаларында тасуирланған ваҡиғалар тураһында барасаҡ. Ғайса ябай ғаиләлә тыуып, бәләкәй ҡалала үҫкән. Уның атаһы балтасы булған, һәм Ғайса уға ярҙам иткән. Ғайса бөтә кешелектең Ҡотҡарыусыһы булырға тейеш булған. Йәһүә уны күктәге Батшалыҡтың Батшаһы итеп билдәләгән. Был китапты бала менән бергә уҡыһағыҙ, уның иғтибарын шуға йүнәлтегеҙ: Йәһүә Ғайсаның иманлы ғаиләлә тыуыуы һәм имен-һау үҫеүе хаҡында алдан ҡайғыртҡан. И́род Ғайсаны үлтерергә маташҡанда, Йәһүәнең уны нисек яҡлағаны тураһында һөйләгеҙ. Йәһүәнең ниәтенә бер кем дә, бер нимә лә ҡамасаулай алмай икәнен аңлатығыҙ. Яхъяның халыҡты нисек итеп Ғайса килеүгә әҙерләгәне тураһында фекер алышығыҙ. Ғайсаның бәләкәйҙән үк Йәһүәнең кәңәштәрен яратҡанына баҫым яһағыҙ.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

68-СЕ ДӘРЕС

Елизавета бала таба

Ни өсөн фәрештә Елизаветаның иренә, бала тыуғансы ул һөйләшә алмаясаҡ, тип әйткән?

69-СЫ ДӘРЕС

Мәрйәмгә Ябраил фәрештә килә

Ябраил Мәрйәмгә бер хәбәр килтергән. Был Мәрйәмдең тормошон үҙгәрткән.

70-СЕ ДӘРЕС

Фәрештәләр Ғайсаның тыуыуы хаҡында хәбәр итә

Көтөүселәр Ғайсаның тыуыуы хаҡында ишеткәс, шунда уҡ эш итә башлаған.

71-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Ғайсаны яҡлай

Яуыз батша Ғайсаны үлтерергә теләгән.

72-СЕ ДӘРЕС

Ғайсаға 12 йәш булғанда

Ул ғибәҙәтханала ултырған дини уҡытыусыларҙы нисек ғәжәпләндергән?

73-СӨ ДӘРЕС

Яхъя юл әҙерләгән

Яхъя үҫкәс, пәйғәмбәр булып киткән. Ул Мәсихтең килеүе тураһында вәғәзләгән. Кешеләр был хәбәрҙе нисек ҡабул иткән?