Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-сө бүлеккә инеш һүҙ

3-сө бүлеккә инеш һүҙ

Изге Яҙманан күренеүенсә, Туфандан һуңғы йылдарҙа Йәһүәгә хеҙмәт итеүсе кешеләр әҙ булған. Шуларҙың береһе — Ибраһи́м. Йәһүә уны үҙенең дуҫы тип атаған. Ни өсөн Йәһүә уны шул тиклем яҡын күргән? Йәһүә һеҙҙең балағыҙҙы ла ярата һәм уға ярҙам итергә теләй. Был китапты бала менән бергә уҡыһағыҙ, уға быны аңларға ярҙам итегеҙ. Ибраһи́м һәм башҡа тоғро хеҙмәтселәр, мәҫәлән, Лут һәм Яҡу́п Йәһүәнән ярҙам эҙләгән. Беҙ ҙә һәр ваҡыт шулай эшләй алабыҙ. Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә һис тә шикләнмәҫкә була.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

7-СЕ ДӘРЕС

Вавилон манараһы

Кешеләр күккә ашып торған манара төҙөргә теләгән. Ни өсөн Алла кешеләрҙең телдәрен бутаған?

8-СЕ ДӘРЕС

Ибраһим менән Сара Алланы тыңлаған

Ни өсөн Ибраһим менән Сара ҡалалағы тормошто ҡалдырып, Ҡынаан ерендә күсмә тормош башлаған?

9-СЫ ДӘРЕС

Ниһайәт уларҙың улы тыуа!

Алла Ибраһимға биргән вәғәҙәһен нисек үтәйәсәк? Был вәғәҙә Исхаҡ йә Исмәғил аша үтәлерме?

10-СЫ ДӘРЕС

Луттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ

Йәһүә Содо́м һәм Амо́рраға утлы көкөрт яуҙырған. Ни өсөн Алла был ҡалаларҙы юҡ иткән? Ни өсөн Луттың ҡатынын иҫтә тоторға кәрәк?

11-СЕ ДӘРЕС

Ибраһимдың иманы һынала

Алла Ибраһимға́: «Берҙән-бер улыңды ал да, Мория ерендәге тауға барып, уны ҡорбанға килтер», — тип әйтә. Ибраһим Алланы тыңлағанмы?

12-СЕ ДӘРЕС

Яҡупҡа мираҫ бирелә

Исхаҡ менән Рабиғаның ике игеҙәк улдары тыуған. Ғаяз беренсе булып тыуғанға күрә мираҫ алырға тейеш булған. Ни өсөн ул мираҫын бер тәрилкә ашҡа алмаштырған?

13-СӨ ДӘРЕС

Яҡуп менән Ғаяз татыулаша

Ни өсөн фәрештә Яҡупты фатихалаған? Яҡуп Ғаяз менән нисек татыулашҡан?