Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ ДӘРЕС

Яҡшы егет ҡоллоҡҡа эләгә

Яҡшы егет ҡоллоҡҡа эләгә

Йосо́ф — Яҡупты́ң иң кесе балаларының береһе. Уның ағалары аталарының Йософто́ үҙҙәренә ҡарағанда нығыраҡ яратыуын күрә. Һинеңсә, улар быға нисек ҡарай? Улар Йософта́н көнләшә һәм уны нәфрәт итә. Бер ваҡыт Йосо́ф ғәжәп төштәр күрә һәм уларҙы ағаларына һөйләй. Ағалары төштө былай тип аңлай: имеш, ҡасан да булһа улар, ҡустыһына килеп, баш эйәсәк. Шунан бирле улар Йософто́ тағы ла нығыраҡ күрә алмай башлай.

Көндәрҙән бер көн Йософто́ң ағалары Шехе́м ҡалаһы янында һарыҡ көтә. Яҡу́п Йософто́ ағаларының хәлен белергә ебәрә. Уны күргәс, ағалары: «Ана, төш күреүсебеҙ килә! Әйҙә, уны үлтерәйек!» — тиешә. Улар Йософто́ тотоп ала ла, тәрән соҡорға ырғыта. Шунда уларҙың береһе, Йәһүҙә́: «Үлтермәгеҙ! Әйҙәгеҙ, уны ҡоллоҡҡа һатып ебәрәйек. Шулай яҡшыраҡ булыр», — тип ҡаршы төшә. Улар ризалашып, Йософто́ егерме шекел көмөшкә Мысы́р еренә китеп барыусы Мәдйә́н сауҙагәрҙәренә һата.

Шунан улар Йософто́ң кейемен алып, кәзә ҡанына буяй. Шул кейемде аталарына ебәреп: «Был улыңдың кейеме түгелме?» — тип һорай. Яҡу́п, Йософто́ йыртҡыс хайуан ботарлаған, тип уйлай. Был уның өсөн ҙур ҡайғы була! Бер кем дә уны йыуата алмай.

Мысырҙа́ Йософто́ Потифа́р исемле абруйлы түрәгә һаталар. Әммә Йәһүә Йософто́ ташламай. Потифа́р Йософто́ң эшсән һәм ышаныслы кеше икәнен күрә. Тиҙҙән ул Йософҡа́ бар мөлкәтен ҡарарға ҡуша.

Хужа ҡатыны, Йософто́ң бик сибәр һәм көслө егет булыуын күреп, уны оҡшата. Ул көн һайын: «Ят минең менән!» — тип уға бәйләнә башлай. Йосо́ф үҙен нисек тота? Ул уға ҡаты итеп: «Юҡ, был дөрөҫ түгел! Хужам миңә ышана, ә һин бит уның ҡатыны. Һинең менән ятһам, Алла алдында гонаһ ҡылырмын!» — ти.

Бер саҡ хужа ҡатыны уның менән көсләп ятырға маташа. Ул Йософто́ кейеменән эләктереп ала, әммә Йосо́ф йүгереп сығып китә, ә кейеме ҡатындың ҡулында тороп ҡала. Потифа́р ҡайтҡас, ҡатыны уны: «Йосо́ф мине көсләргә маташты», — тип алдай. Хужа бик ныҡ асыуланып, Йософто́ төрмәгә ябып ҡуя. Әммә Йәһүә Йософто́ онотмай.

«Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул Үҙ ваҡытында һеҙҙе юғары күтәрер» (1 Петр 5:6)