Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ ДӘРЕС

Кем ул Әйүп?

Кем ул Әйүп?

Ус ерендә Йәһүәне яратҡан Әйү́п исемле кеше йәшәгән. Ул бик бай булған, уның ғаиләһе ҙур булған. Әйү́п ярлыларға, ирҙәре үлгән ҡатындарға һәм атай-әсәйһеҙ ҡалған балаларға ярҙам итеп, игелек эшләгән. Әммә уны еңел тормош көткән тип әйтеп буламы?

Шайтан Иблис Әйү́п артынан иғтибар менән күҙәтә, әммә Әйү́п был турала белмәй. Йәһүә Шайтанға: «Минең хеҙмәтсем Әйүпте́ күрҙеңме? Ер йөҙөндә уның кеүек бер кем дә юҡ. Ул мине тыңлай һәм ғәҙел эш итә», — ти. Ләкин Шайтан: «Әлбиттә, Әйү́п һине тыңлай. Һин бит уны яҡлайһың, фатихалайһың. Һин уға ер, мал биреп тораһың. Уның бар нәмәһен тартып алһаң, ул һине яратырмы?» — тип ҡаршы килә. Йәһүә: «Теләһәң, Әйүпте́ һынап ҡара. Тик уны үлтермә», — ти. Ни өсөн Йәһүә Шайтанға уны һынарға рөхсәт итә? Сөнки Йәһүә Әйүпте́ң тоғро ҡаласағына ышана.

Шайтан Әйүпте́ һәр яҡлап һынай башлай. Башта ул бер төркөм юлбаҫарҙар — шебаларҙы́ — ебәреп, Әйүпте́ң ишәктәрен һәм башҡа малын урлата. Шунан Әйүпте́ң һарыҡтары уттан үлә. Ә икенсе төркөм кешеләр — халдейҙа́р — уның дөйәләрен урлай һәм көтөүселәрҙе үлтерә. Аҙаҡ иң ҙур бәлә килә: Әйүпте́ң балалары байрамға йыйылғанда, йорт емерелә, һәм улар барыһы ла һәләк була. Әйү́п ҡайғынан өҙгөләнә, әммә барыбер Йәһүәне ярата.

Шайтан Әйүпте́ң тағы ла нығыраҡ ғазапланыуын теләй. Шуға күрә ул Әйүпте́ ҡаты ауырыу менән язалай. Һөҙөмтәлә, уның бөтә тәне һыҙлауыҡ менән ҡаплана. Ул ауыртыуҙан яфалана. Үҙ өҫтөнә шундай бәлә-ҡазаларҙың ни өсөн төшөүен Әйү́п белмәй. Ләкин ул барыбер Йәһүәгә табыныуҙан туҡтамай. Алла күктән барыһын да күрә һәм Әйүпте́ң тоғролоғона шатлана.

Ә Шайтан Әйүпте́ һынауын дауам итә. Ул Әйү́п янына өс кешене ебәрә. «Һин гонаһ ҡылғанһыңдыр һәм уны йәшерергә маташаһыңдыр. Шуға ла Алла һиңә яза бирә», — тиҙәр улар Әйүпкә́. Әйү́п иһә: «Мин бер ниндәй насарлыҡ та эшләмәнем!» — ти. Әммә тора-бара Әйү́п, ғазаптарымда Йәһүә ғәйепле, тип уйлай башлай. Ул хатта, Алла минең менән ғәҙелһеҙ эш итә, тип зарлана.

Уларҙың һөйләшеүен Илу́й исемле бер егет иғтибар менән тыңлап тора. Ахырҙа ул һөйләшеүгә ҡушыла: «Һеҙ дөрөҫ һөйләмәйһегеҙ. Беҙ Йәһүәнең бөйөклөгөн күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ул берәүгә лә яуызлыҡ эшләмәй. Ул барыһын да күрә һәм кешеләргә бәлә ваҡытында ярҙам итә».

Шунан Әйү́п менән Йәһүә үҙе һөйләшә башлай. Ул: «Мин күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтергәндә, һин ҡайҙа инең? Ни өсөн мине ғәҙелһеҙ тип һанайһың? Һин бит быларҙың ни өсөн шулай килеп сыҡҡанын белмәйһең», — тип әйтә. Әйү́п үҙ хатаһын танып былай ти: «Мин яңылышҡанмын. Элек һинең турала ишетеп кенә белә инем, ә хәҙер иһә һине ысынлап та беләм. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ. Әйткән һүҙҙәрем өсөн ғәфү ит».

Бөтә һынауҙарҙан һуң Йәһүә Әйүпте́ һауыҡтырған һәм уға элеккегә ҡарағанда ла күберәкте биргән. Әйү́п оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгән. Ул ауыр саҡтарҙа ла Йәһүәне тыңлаған, шуға ла Йәһүә уны фатихалаған. Ә һинең Әйү́п һымаҡ булғың киләме? Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғро булырһыңмы?

«Һеҙ Әйүпте́ң түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ» (Яҡуб 5:11)