Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

24-СЕ ДӘРЕС

Улар вәғәҙәһен үтәмәгән

Улар вәғәҙәһен үтәмәгән

Йәһүә Мусаға́: «Минең яныма тауға мен. Мин таш таҡталарға закондар яҙырмын һәм һиңә бирермен», — тигән. Муса́ тауға менгән. Унда ул 40 көн, 40 төн булған. Йәһүә ике таш таҡтаға 10 мөһим закон яҙып, Мусаға́ биргән.

Бер ни тиклем ваҡыт үтә. Изра́илдәр, Муса́ кире ҡайтмаҫ инде, тип уйлай. Улар Һарунға́ былай ти: «Беҙгә алла эшлә! Ул беҙҙе алып барыр». Һару́н: «Миңә алтындарығыҙҙы килтерегеҙ», — ти. Ул алтынды иретеп, быҙау һыны яһай. Халыҡ: «Был быҙау — беҙҙе Мысырҙа́н сығарған Аллабыҙ!» — тип, алтын быҙауға табына һәм байрам итә башлай. Улар дөрөҫ эшләйме? Юҡ, улар Йәһүәгә генә табынырға һүҙ биргәйне бит. Тимәк, изра́илдәр үҙ вәғәҙәһен боҙа.

Йәһүә барыһын да күреп тора һәм Мусаға́: «Бар, халыҡ янына төш. Улар мине тыңламаны һәм ялған аллаға табына», — тип әйтә. Шунда Муса́ ике таш таҡтаны тотоп, тауҙан төшә башлай.

Лагерға яҡыная башлағас, Муса́ йыр яңғырағанын ишетә. Һуңынан халыҡтың бейеүен һәм быҙауға табыныуын күрә. Муса́ ҡыҙып китә. Ул ике таш таҡтаны ергә бәрә, һәм улар ярыла. Муса́ шунда уҡ быҙау һынын юҡ итә. Ул Һарунда́н: «Нисек был кешеләр һине шундай ҡот осҡос эш эшләргә күндерә алды һуң?» — тип һорай. «Асыуланма инде. Һин бит уларҙы беләһең. Улар минән алла һораны. Мин уларҙың алтындарын утҡа ташлағайным, быҙау килеп сыҡты!» — тип яуап бирә Һару́н. Ул һис тә улай эшләргә тейеш булмаған. Муса́ яңынан тауға менә. Ул, Йәһүәгә ялбарып, халыҡты ғәфү итеүен һорай.

Йәһүә уны тыңларға әҙер булған кешеләрҙе ғәфү иткән. Күрәһеңме, Йәһүәне тыңлау һәм ул билдәләгән кешене таныу изра́илдәр өсөн ни тиклем мөһим булған?

«Аллаға вәғәҙә биргәндә, уны кисектермәйенсә үтә, сөнки ул аҡылһыҙҙарҙы хупламай. Биргән вәғәҙәңде үтә» (Вәғәзсе 5:4)