Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

44-СЕ ДӘРЕС

Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы

Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы

Сөләймә́н Изра́иль батшаһы булып киткәс, Йәһүә унан: «Һиңә нимә бүләк итәйем?» — тип һорай. «Мин йәш һәм әле күп нәмәне белмәйем, — ти Сөләймә́н. — Яҡшы батша булыр өсөн, зинһар, миңә аҡыллылыҡ бирсе». Йәһүә уға былай ти: «Аҡыллылыҡ һорағаның өсөн, мин һине ерҙәге иң аҡыллы кеше итермен. Мин һиңә шулай уҡ бик күп байлыҡ бирермен. Мине тыңлап йәшәһәң, оҙон ғүмерле итермен».

Сөләймә́н ғибәҙәтхана төҙөй башлай. Ул иң яҡшы алтын, көмөш, ағас һәм ҡиммәтле таштар ҡуллана. Ғибәҙәтхананы төҙөүҙә оҫта ҡуллы меңләгән ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Ете йыл үтеүгә ғибәҙәтхана төҙөлөп бөтә, һәм уны Йәһүәгә бағышлау ваҡыты етә. Сөләймә́н ҡорбан килтереү урыны алдына тубыҡлана ла былай тип доға ҡыла: «Эй Йәһүә, был ғибәҙәтхана һинең өсөн етерлек дәрәжәлә ҙур ҙа, матур ҙа түгел, әммә ғибәҙәтебеҙҙе һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул итсе, зинһар». Һинеңсә, ғибәҙәтхана һәм Сөләймәнде́ң доғаһы Йәһүәгә оҡшағанмы? Сөләймә́н доға ҡылып бөткәс тә, күктән ут төшә һәм бөтә ҡорбандарҙы бер юлы йота. Шулай итеп Йәһүә ғибәҙәтхана уға оҡшай икәнен күрһәтә. Изра́илдәр быны күреп, бик ҡыуана.

Сөләймә́н батшаның аҡыллылығы Изра́илдә генә түгел, ә алыҫ ерҙәрҙә лә билдәле була. Кешеләр Сөләймә́н янына кәңәш һорарға килә. Хатта Шева́ батшабикәһе лә, Сөләймә́н ауыр һорауҙарға яуап бирә аламы икән, тип тикшерергә килә. Уның яуаптарын ишеткәс, ул былай ти: «Мин кешеләр һөйләгәнгә ышанмағайным, әммә хәҙер күрәм: һин улар һөйләгәндән дә аҡыллыраҡ икәнһең! Күрәһең, Йәһүә Аллаң һине шулай фатихалай». Сөләймә́н идара иткәндә, Изра́иль халҡы тыныс, имен йәшәгән. Әммә һуңыраҡ хәл үҙгәргән.

«Алдығыҙҙағы — Сөләймәндә́н бөйөгөрәк» (Матфей 12:42)