Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

55-СЕ ДӘРЕС

Йәһүәнең фәрештәһе Езекияны яҡлай

Йәһүәнең фәрештәһе Езекияны яҡлай

Асси́рия империяһы ун ҡәбиләле Изра́иль батшалығын баҫып алған. Хәҙер иһә Асси́рия батшаһы Синахири́б ике ҡәбиләле Йәһүҙә́ батшалығын яуларға ниәтләй. Ул Йәһүҙә́ ҡалаларын бер-бер артлы баҫып ала. Әммә уның төп маҡсаты — Иерусалим. Иерусалимды Йәһүә үҙе яҡлағанын Синахири́б әле белмәй.

Синахири́б Иерусалимға һөжүм итмәһен тип, Йәһүҙә́ батшаһы Езеки́я уға күп аҡса бирә. Синахири́б аҡсаны ала, әммә барыбер Иерусалимға үҙенең көслө ғәскәрен ебәрә. Асси́риялыларҙың яҡынлашыуын күреп, Иерусалим халҡы ныҡ ҡурҡа. Езеки́я иһә: «Ҡурҡмағыҙ! Асси́риялылар көслө, әммә Йәһүә менән беҙ көслөрәк!» — тип тынысландыра.

Синахири́б үҙ хәбәрсеһен рапшаҡты́ Иерусалимға ебәрә. Рапша́ҡ ҡала янына килә лә, халыҡты мыҫҡыллап, ҡысҡыра башлай: «Йәһүә һеҙгә ярҙам итә алмаҫ! Езеки́я һеҙҙе алдай. Бер ниндәй алла ла һеҙҙе яҡлай алмаҫ».

Езеки́я Йәһүәнән, нимә эшләргә, тип һорай. Йәһүә: «Рапшаҡты́ң һүҙҙәренән ҡурҡма. Синахири́б Иерусалимды яулай алмаясаҡ», — тип әйтә. Һуңыраҡ Езеки́я Синахирибта́н бер нисә хат ала. Был хаттарҙа: «Йәһүә һине яҡлай алмай. Миңә буйһон», — тип яҙылған була. Езеки́я Йәһүәгә доға ҡыла башлай: «Йәһүә, зинһар, ҡотҡарсы беҙҙе. Шул саҡ бөтәһе лә һинең берҙән-бер хаҡ Алла икәнеңде белерҙәр ине». Йәһүә уға: «Асси́рия батшаһы Иерусалимға инмәйәсәк. Мин ҡаламды яҡлаясаҡмын», — тип яуап бирә.

Синахири́б Иерусалимды тиҙҙән яулап аласағына һис тә шикләнмәй. Уның ғәскәре ҡала янында лагерь ҡороп урынлаша. Бер төндө шул ергә Йәһүә үҙенең фәрештәһен ебәрә. Фәрештә 185 000 һуғышсыны үлтерә! Шулай итеп, Синахири́б иң көслө ғәскәриҙәрен юғалта. Ул, оятҡа ҡалып, ҡайтып китә. Йәһүә, вәғәҙә иткәнсә, Езеки́яны һәм Иерусалимды яҡлаған. Ә һин, шул ваҡытта Иерусалимда йәшәгән булһаң, Йәһүәгә таяныр инеңме?

«Йәһүәнең фәрештәһе Алланы тәрән хөрмәт итеүселәр тирәләй лагерь ҡора һәм уларҙы ҡотҡара» (Зәбур 34:7)