Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

54-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Юнысҡа сабырлыҡ күрһәтә

Йәһүә Юнысҡа сабырлыҡ күрһәтә

Асси́рияның Нине́вия ҡалаһы кешеләре бик яуыз эштәр ҡыла. Йәһүә үҙенең пәйғәмбәре Юнысҡа́, Нине́вияға барып, ундағы кешеләргә, яҡшы яҡҡа үҙгәрегеҙ, тип әйтергә ҡуша. Ләкин Юны́с, карапҡа ултырып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа, Тарши́ш ҡалаһына, ҡаса.

Диңгеҙҙә көслө дауыл күтәрелә. Моряктар ҡурҡыуға төшә. Улар үҙ илаһтарына доға ҡылып: «Был бәлә башыбыҙға ни өсөн төштө?» — тип һорай. Ахырҙа Юны́с уларға былай ти: «Был бәлә минең арҡала. Сөнки мин Йәһүә ҡушҡанды эшләмәй ҡасып киттем. Мине диңгеҙгә ырғытһағыҙ, дауыл туҡтар». Моряктар уны диңгеҙгә ташларға теләмәй, әммә Юны́с ныҡыша. Уларҙың Юнысты́ ташлауы була, дауыл баҫыла.

Юны́с, хәҙер инде үләм, тип уйлай. Ул батҡандан-бата бара, ә үҙе Йәһүәгә доға ҡыла. Шунда Йәһүә бер ҙур балыҡты Юны́с янына ебәрә. Балыҡ уны йота, әммә ул үлмәй. Балыҡ эсендә Юны́с: «Мин һине һәр ваҡыт тыңлармын», — тип, Йәһүәгә вәғәҙә бирә. Йәһүә Юнысты́ балыҡ эсендә өс көн буйы тере килеш һаҡлай, шунан балыҡҡа, уны ярға сығарып, төкөрөргә ҡуша.

Шулай итеп Йәһүә Юнысты́ ҡотҡара. Был хәҙер инде уға Нине́вияға бармаһа ла ярай тигәнде аңлатамы? Юҡ. Йәһүә Юнысҡа́, Нине́вияға бар, тип, тағы әйтә. Был юлы Юны́с буйһона. Ул унда бара һәм яуыз кешеләрҙе: «40 көндән һуң Нине́вия юҡ ителәсәк», — тип иҫкәртә. Шул саҡ көтөлмәгән хәл була: Нине́вия кешеләре Юнысҡа́ ышана һәм насар юлдарын ҡалдырып, яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Нине́вия батшаһы үҙ халҡына: «Тәүбә итегеҙ һәм Аллаға ялбарығыҙ. Бәлки, ул беҙҙе юҡ итмәҫ», — тигән әмер бирә. Йәһүә кешеләрҙең тәүбә итеүен күргәс, Нине́вияны юҡҡа сығармаҫҡа була.

Йәһүә ҡаланы юҡ итмәгәс, Юны́с уға асыулана. Уйлап ҡына ҡара: Йәһүә Юнысҡа́ ҡарата сабыр һәм мәрхәмәтле булған, ә Юны́с Нине́вияла йәшәгән кешеләрҙе йәлләмәй. Үпкәләгән пәйғәмбәр ҡаланан сыға ла, турһайып, киң япраҡлы бер үҫемлектең күләгәһенә барып ултыра. Үҫемлек һулып төшкәс, Юнысты́ң асыуы килә. Шунда Йәһүә уға былай ти: «Һиңә, нине́вияларға ҡарағанда, үҫемлек ҡәҙерлерәк. Мин иһә уларға мәрхәмәт күрһәттем, һәм улар тере ҡалды». Йәһүә Юнысты́ нимәгә өйрәтергә теләгән? Нине́вияла йәшәүселәр ниндәйҙер бер үҫемлектән күпкә ҡәҙерлерәк булған.

«Раббы... һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә» (2 Петр 3:9)