Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Һеҙ нисек Алланың дуҫы була алаһығыҙ?

Һеҙ нисек Алланың дуҫы була алаһығыҙ?

1, 2. Йәһүә кемде дуҫ тип һанаған?

ҺЕҘ кем менән дуҫлашырға теләр инегеҙ? Моғайын, үҙегеҙ оҡшатҡан, һеҙҙең менән яҡшы мөнәсәбәттә булған кеше менәндер. Ғәҙәттә, беҙ кешелә игелек һәм башҡа яҡшы сифаттарҙы ҡәҙерләйбеҙ.

2 Йәһүә ҡайһы бер кешеләрҙе дуҫ итеп һайлай. Мәҫәлән, Алла Ибраһим пәйғәмбәрҙе үҙенең дуҫы тип һанаған (Ишағыя 41:8; Яҡуб 2:23). Йәһүә Дауытты ла яратҡан. Уның хаҡында ул: «Күңелемә оҡшаған бер ир», — тигән (Ғәмәлдәр 13:22). Данил пәйғәмбәр ҙә Йәһүә өсөн ҡәҙерле кеше булған (Данил 9:23).

3. Ни өсөн Йәһүә Ибраһимды, Дауытты һәм Данилды үҙенең дуҫтары тип һанаған?

3 Ни өсөн Йәһүә Ибраһимды, Дауытты һәм Данилды үҙ дуҫтары тип һанаған? Мәҫәлән, Ибраһим Йәһүәне тыңлағаны өсөн уның дуҫы булып киткән (Башланмыш 22:18). Эйе, Алланы тыңлаған баҫалҡы кешеләр уның дуҫы була ала. Хатта тулайым бер халыҡ уның менән дуҫлаша ала. Мәҫәлән, Йәһүә Израиль халҡына: «Тауышыма буйһоноғоҙ, һәм мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын, ә һеҙ минең халҡым булырһығыҙ», — тигән (Иремия 7:23). Алланың дуҫы булырға теләһәгеҙ, һеҙгә лә уға буйһонорға кәрәк.

ЙӘҺҮӘ ҮҘ ДУҪТАРЫН ЯҠЛАЙ

4, 5. Йәһүә үҙ дуҫтарын нисек яҡлай?

4 Инжилдә: «Раббының күҙҙәре тәҡүә кешеләргә, ҡолаҡтары уларҙың доғаһына йүнәлгән», — тиелә (1 Петр 3:12). Зәбур китабында Йәһүәнең үҙ дуҫтарына бирелгән вәғәҙәһе яҙылған: «Мин һиңә аңлау һәләте бирермен һәм дөрөҫ юлға өйрәтермен. Кәңәш биреп, һине күҙәтермен» (Зәбур 32:8).

5 Беҙҙең бик көслө дошманыбыҙ бар, һәм ул беҙгә Йәһүә менән дуҫлашырға ҡамасаулай. Әммә Йәһүә беҙҙе унан яҡларға теләй. (1 Петр 5:7-не уҡығыҙ.) Йәһүәнең дуҫтары булараҡ, беҙ уға бөтә йөрәктән хеҙмәт итәбеҙ. Ауыр шарттарҙа ла беҙ уға тоғро булып ҡалабыҙ. Беҙ ҙә илсе Павел һымаҡ: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын», — тип ышаныс менән әйтә алабыҙ (Еврейҙарға 13:6; Зәбур 63:8). Әммә Иблис Алла менән дуҫлығыбыҙҙы емерергә тырыша. Быны ул нисек эшләй?

ИБЛИС КЕШЕЛӘРҘЕ ҒӘЙЕПЛӘЙ

6. Иблис кешеләрҙе нимәлә ғәйепләгән?

6 Ун беренсе бүлектән белеүебеҙсә, Иблис, Йәһүәне ялғансы тип атап, уға ҡаршы сыҡҡан. Йәһүә, имеш, Әҙәм менән Һауаға нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен үҙҙәренә һайларға рөхсәт итмәйенсә, ғәҙелһеҙ эш иткән. Изге Яҙманың Әйүп тигән китабы буйынса, Иблис Алланы ғына түгел, ә уның бөтә дуҫтарын да ғәйепләй. Иблис, улар Алланы яратҡанға түгел, ә үҙҙәренә файҙа алыр өсөн уның менән дуҫлаша, тип яла яға. Ул хатта, үҙем теләгән һәр кешене мин Алланан алып китә алам, тип маҡтана. Әйҙәгеҙ, Әйүп пәйғәмбәрҙең миҫалына иғтибар итәйек һәм Йәһүә уны нисек яҡлағанын беләйек.

7, 8. а) Йәһүә ҡарашынан Әйүп ниндәй кеше булған? б) Иблис Әйүп тураһында нимә тигән?

7 Әйүп яҡшы кеше булған. Ул 3 600 йыл самаһы элек йәшәгән. Йәһүә уның хаҡында: «Ер йөҙөндә уға тиң кеше юҡ», — тип әйткән. Әйүп Йәһүәне тәрән хөрмәт иткән һәм яуызлыҡты нәфрәт иткән (Әйүп 1:8). Эйе, Йәһүә уны үҙенең дуҫы тип һанаған.

8 Иблистең һүҙҙәре буйынса, Әйүп үҙенә файҙа алыу уйы менән генә Йәһүәгә хеҙмәт иткән булып сыға. Иблис Йәһүәгә былай тигән: «Һин уны, уның йортон һәм бөтә мөлкәтен яҡлап тораһың түгелме? Һин уның эштәрен фатихалайһың, һәм уның малдары ишәйеп тора. Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә мөлкәтенә ҡағылһаң, ул һине асыҡтан-асыҡ ҡәһәрләйәсәк» (Әйүп 1:10, 11).

9. Йәһүә Иблискә нимә эшләргә рөхсәт иткән?

9 Иблис Әйүпте, ул берәй нәмәгә эйә булыр өсөн генә Йәһүәгә хеҙмәт итә, тип ғәйепләгән. Шулай уҡ ул, мин Әйүпте Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтата алам, тип әйткән. Йәһүә Иблистең хаҡ булмауын белгән, әммә ул уға Әйүпте һынап ҡарарға рөхсәт иткән. Был һынау Әйүптең Йәһүәгә ысындан да яратыуҙан сығып хеҙмәт итәме икәнен күрһәтер ине.

ИБЛИС ӘЙҮПКӘ ҺӨЖҮМ ИТӘ

10. Иблис Әйүпкә нисек һөжүм итә, әммә Әйүп үҙен нисек тота?

10 Башта Иблис Әйүпте мал-тыуарынан мәхрүм итә: ҡайһы берҙәрен урлайҙар, икенселәре һәләк була. Шунан ул Әйүптең хеҙмәтселәрен үлтерә. Әйүп бөтә нәмәһен юғалта, тип әйтеп була. Ахырҙа Иблис, дауыл ебәреп, Әйүптең ун балаһын үлтерә. Әммә Әйүп Йәһүәгә тоғро ҡала. «Бының барыһына ҡарамаҫтан, Әйүп гонаһ ҡылманы һәм Алланы бер ниндәй яуызлыҡта ла ғәйепләмәне», — тиелә Изге Яҙмала (Әйүп 1:12—19, 22).

Йәһүә Әйүпте тоғролоғо өсөн бүләкләгән

11. а) Иблис Әйүпкә тағы нисек һөжүм итә? б) Әйүп үҙен нисек тота?

11 Ләкин Иблис бының менән дә туҡтамай. Ул Йәһүәгә: «Һин бына, ҡулыңды һуҙып, уның һөйәктәрен һәм тәнен зарарла, шул саҡта ул һине асыҡтан-асыҡ ҡәһәрләйәсәк», — ти. Иблис Әйүпкә бик ҡаты ауырыу ебәрә (Әйүп 2:5, 7). Әйүп шунда ла Йәһүәгә тоғро ҡала. «Үлгәнсе үҙ сафлығымдан баш тартмам!» — ти ул (Әйүп 27:5).

12. Иблистең һүҙҙәре ялған икәнен Әйүп нисек күрһәткән?

12 Әйүп үҙе өҫтөнә ябырылған ғазаптарҙың Иблис арҡаһында булыуын белмәгән. Ул, бөтә бәлә-ҡазаларға Йәһүә сәбәпсе, тип уйлаған (Әйүп 6:4; 16:11—14). Әммә, шуға ҡарамаҫтан, Әйүп Йәһүәгә тоғро булып ҡалған. Хәҙер инде ап-асыҡ күренгән: Әйүп берәй нәмә алыр өсөн түгел, ә Алланы яратҡанға уға хеҙмәт иткән. Иблистең бөтә һүҙҙәре ялған булып сыҡҡан!

13. Әйүптең тоғролоғо нимәне иҫбатлаған?

13 Әйүп күктә булған ваҡиғалар тураһында белмәһә лә, Аллаға тоғро ҡалған һәм Иблистең ялғансы булыуын иҫбатлаған. Йәһүә Әйүпте тоғролоғо өсөн бүләкләгән (Әйүп 42:12—17).

ИБЛИС ҺЕҘҘЕ ЛӘ ҒӘЙЕПЛӘЙ

14, 15. Иблис беҙҙең һәр беребеҙҙе нимәлә ғәйепләй?

14 Әйүп менән булған хәлдән беҙ мөһим һабаҡ алабыҙ. Иблис, асылда, Алла хеҙмәтселәре унан ниҙер алырға теләгәнгә күрә генә хеҙмәт итә, тип әйтә. «Үҙ йәне өсөн кеше бөтә нәмәһен бирәсәк», — тигән ул (Әйүп 2:4). Шулай итеп Иблис, Әйүп кенә түгел, ә һәр кеше үҙ файҙаһын ғына ҡайғырта, тип, бар кешегә лә ғәйеп ташлаған. Әйүп үлгәндән һуң йөҙәр йылдар үткәс тә Иблис Йәһүәне мыҫҡыллауын һәм уның хеҙмәтселәрен ғәйепләүен дауам иткән. Быны беҙ Йәһүәнең Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙә яҙылған өндәүенән күрәбеҙ. Унда былай тиелә: «Улым, аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр; шул саҡ мин мыҫҡыллаусыма яуап ҡайтара алырмын».

15 Йәһүәне тыңлап йәшәргә, уның тоғро дуҫы булырға ҡарар итеп, һеҙ Иблистең ялғансы икәнен иҫбатлай алырһығыҙ. Йәһүәнең дуҫы булыр өсөн тормошоғоҙҙа бик ҙур үҙгәрештәр яһарға кәрәк булһа ла, был һеҙҙең иң аҡыллы ҡарарығыҙ буласаҡ! Был бик тә етди ҡарар. Сөнки Иблис әйтеүенсә, ауырлыҡтар тыуғанда һеҙ Аллаға тоғро ҡалмаясаҡһығыҙ. Ул беҙҙе Аллаға хыянат итергә ҡоторта. Нисек итеп?

16. а) Кешеләргә Аллаға хеҙмәт итергә ҡамасаулар өсөн, Иблис ниндәй ысулдар ҡуллана? б) Шәхсән һеҙгә ҡамасаулар өсөн, Иблис нимә эшләй ала?

16 Алла менән дуҫлығыбыҙҙы емерер өсөн Иблис төрлө ысулдар ҡуллана. Мәҫәлән, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул «үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй» (1 Петр 5:8). Иблис нисек һөжүм итә? Дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ йә башҡа кешеләр Изге Яҙманы өйрәнеүегеҙҙе туҡтатырға һәм Йәһүә ҡушҡанса эш итергә ҡамасауларға тырышырға мөмкин * (Яхъя 15:19, 20). Иблис шулай уҡ, үҙен «яҡтылыҡ фәрештәһе» итеп күрһәтеп, ысын йөҙөн йәшерергә тырыша. Шулай итеп ул беҙҙе Йәһүәне тыңламаҫҡа ҡоторта (2 Коринфтарға 11:14). Иблис ҡулланған тағы бер ысул бар: ул беҙҙе, Йәһүәгә хеҙмәт итергә лайыҡ түгелбеҙ, тигән ялған фекергә ышандырырға тырыша (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:10).

ЙӘҺҮӘГӘ БУЙҺОНОҒОҘ

17. Йәһүәгә буйһонорға беҙҙе нимә дәртләндерә?

17 Йәһүәгә буйһоноп, беҙ Иблистең ялғансы икәнен күрһәтәбеҙ. Аллаға буйһоноусан булырға беҙгә нимә ярҙам итә ала? Инжилдә: «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат», — тиелә (Марк 12:30). Йәһүәне яратҡанға күрә, беҙ уны тыңлайбыҙ. Яратыуыбыҙ үҫкән һайын беҙ уға нығыраҡ буйһонорға теләйбеҙ. Илсе Яхъя: «Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел», — тигән (1 Яхъя 5:3).

18, 19. а) Йәһүә ниндәй эштәрҙе нәфрәт итә? б) Йәһүәнең көсөбөҙҙән килмәгәнде талап итмәүен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

18 Йәһүә тыйған эштәр ҙә бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре « Йәһүә нәфрәт иткәнде нәфрәт итегеҙ» тигән рамкала килтерелә. Тәү ҡараштан шул эштәрҙең ҡайһы берҙәре һеҙгә бик үк насар ҙа булып күренмәҫ. Әммә был рамкала килтерелгән аяттар өҫтөндә уйланһағыҙ, Йәһүәне тыңлау ни ҡәҙәр аҡыллы икәнен аңларһығыҙ. Бәлки, һеҙ йәшәү рәүешегеҙҙә ниндәйҙер үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген күрерһегеҙ. Үҙгәреү еңел булмаҫҡа ла мөмкин. Әммә, Йәһүә ҡушҡанса эшләһәгеҙ, уның тоғро дуҫтарына хас тыныслыҡ һәм шатлыҡ тойорһоғоҙ (Ишағыя 48:17, 18). Үҙгәрештәр яһау ҡулыбыҙҙан килә икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

19 Йәһүә бер ҡасан да беҙҙән көсөбөҙҙән килмәгәнде талап итмәй (Ҡанун 30:11—14). Ул беҙҙең ысын дуҫыбыҙ һәм беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен үҙебеҙҙән дә яҡшыраҡ белә. Ул көслө һәм йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы ла белә (Зәбур 103:14). Илсе Павел былай тигән: «Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк» (1 Коринфтарға 10:13). Шулай уҡ Йәһүәнең беҙгә дөрөҫ эш итер өсөн һәр ваҡыт көс биреп торасағына бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Һәр ҡайһы ауырлыҡты еңеп сығыр өсөн, ул беҙгә «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирергә вәғәҙә итә (2 Коринфтарға 4:7).

ЙӘҺҮӘ ЯРАТҠАНДЫ ЯРАТЫҒЫҘ

20. Беҙ ниндәй сифаттар сағылдырырға тейеш һәм ни өсөн?

20 Йәһүәнең дуҫы булырға теләһәк, ул тыйғанды эшләүҙән туҡтау ғына етмәй. Шулай уҡ ул яратҡанды яратырға ла кәрәк (Римдарға 12:9). Алла дуҫтарының сифаттары Зәбур китабында тасуирлана. (Зәбур 15:1—5-те уҡығыҙ *.) Йәһүәнең дуҫтары унан үрнәк алып, «мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ, баҫалҡылыҡ, тотанаҡлыҡ» кеүек сифаттарҙы сағылдыра (Галаттарға 5:22, 23).

21. Алланың күңеленә хуш килгән сифаттарҙы сағылдырырға нимә ярҙам итер?

21 Ундай сифаттар сағылдырырға беҙгә нимә ярҙам итер? Изге Яҙманы даими уҡып һәм өйрәнеп, һеҙ Йәһүәнең нимә ярата икәнен белерһегеҙ (Ишағыя 30:20, 21). Шул саҡта Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙ ҙа, уға буйһонорға теләгегеҙ ҙә үҫә барыр.

22. Йәһүәгә буйһонған кешеләрҙе нимә көтә?

22 Тормошобоҙҙа кәрәкле үҙгәрештәр яһауҙы иҫке кейемде сисеп яңыһын кейеү менән сағыштырып була. Изге Яҙмала, «элекке йәшәү рәүешегеҙҙе кейемегеҙҙе сискәндәй сисеп», «яңы кеше булып» кейенегеҙ, тип әйтелә (Колосстарға 3:9, 10). Был еңел булмаһа ла, шундай үҙгәрештәр яһаһаҡ һәм Йәһүәне тыңлап йәшәһәк, ул беҙгә «оло әжер» бирәсәк (Зәбур 19:11). Йәһүәгә буйһоноғоҙ һәм шулай итеп Иблистең ялғансы булыуын иҫбатлағыҙ. Йәһүәгә әжер алыр өсөн түгел, ә ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ. Шул саҡта һеҙ Алланың ысын дуҫы булырһығыҙ!

^ 16 абз. Юғарыла әйтелгәндәр Изге Яҙманы өйрәнергә беҙгә ҡамасаулаған һәр кеше менән Иблис етәкселек итә тигәнде аңлатмай. Әммә Изге Яҙмала Иблис «был донъяның илаһы» тип атала. Унда шулай уҡ, бөтөн донъя «Иблис хакимлығы аҫтында», тип әйтелә. Шуға күрә, берәйһе беҙгә Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасауларға тырышһа, беҙ һис тә ғәжәпләнмәйбеҙ (2 Коринфтарға 4:4; 1 Яхъя 5:19).

^ 20 абз. Зәбур 15:1—5: «Эй Йәһүә, һинең сатырыңда кем ҡунаҡ була ала? Һинең изге тауыңда кем йәшәй ала? Сафлыҡ юлынан йөрөүсе, тәҡүәлек буйынса эш итеүсе, үҙ йөрәгендә дөрөҫөн һөйләүсе кеше. Ул теле менән башҡаларға яла яҡмай, яҡынына һис ниндәй насарлыҡ ҡылмай һәм дуҫтарын хурламай. Ҡәбәхәт кешене кире ҡаға, ә Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт күрһәткәндәрҙе ҙурлай. Хатта үтәүе ауыр булһа ла, ул үҙ вәғәҙәһен боҙмай».