Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН АЛТЫНСЫ БҮЛЕК

Аллаға ул хуплағанса табынығыҙ

Аллаға ул хуплағанса табынығыҙ

1, 2. Һеҙ үҙегеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә тейеш, һәм ни өсөн был мөһим?

ИЗГЕ ЯҘМАНЫ өйрәнеп, һеҙ үҙҙәрен иманлы тип атаған күп кешеләрҙең өйрәтеүҙәрен һәм эштәрен Алла хупламай икәнен белдегеҙ (2 Коринфтарға 6:17). Йәһүә беҙгә ялған диндән, «Бөйөк Вавилон»дан, сығырға ҡуша (Асылыш 18:2, 4). Һеҙ нимә эшләрһегеҙ? Һәр беребеҙ һайлау яһарға һәм үҙенә ошондай һорауҙар бирергә тейеш: «Мин Аллаға ул хуплағанса табынырға теләйемме? Әллә үҙем нисек өйрәнгәнмен, шулай табынырға теләйемме?»

2 Ялған динде ҡалдырғанһығыҙ икән, бик яҡшы. Әммә ялған дин менән бәйле ниндәйҙер йолаларҙың һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күңелегеҙ төбөндә һаман да ҡалыуы ихтимал. Әйҙәгеҙ, киң таралған ҡайһы бер йолаларҙы ҡарап сығайыҡ һәм ни өсөн уларға Йәһүә күҙе менән ҡарарға кәрәк икәнен беләйек.

ҺҮРӘТТӘРГӘ ТАБЫНЫУ ҺӘМ ӘРУАХТАРҘЫ ОЛОЛАУ

3. а) Ни өсөн ҡайһы бер кешеләргә Аллаға табыныуҙа һүрәттәр йә башҡа әйбер ҡулланыуҙан баш тартыу еңел булмаҫҡа мөмкин? б) Был әйберҙәрҙе ҡулланыу хаҡында Изге Яҙмала нимә әйтелә?

3 Күп кешеләр ғүмере буйы Аллаға табыныуҙа һүрәттәр һәм башҡа әйбер ҡуллана. Бәлки, һеҙ ҙә шулай эшләйһегеҙҙер, һәм уларҙан башҡа Аллаға табыныу һеҙгә сәйер, хатта дөрөҫ түгел һымаҡ тойолалыр. Әммә шуны иҫтә тотоғоҙ: Алла үҙенә нисек табынырға кәрәклеген үҙе билдәләй. Йәһүәнең уға табыныуҙа ниндәй ҙә булһа һүрәттәр йәки башҡа әйбер ҡулланыуҙы теләмәгәнен Изге Яҙма ап-асыҡ күрһәтә. (Ғәмәлдәр 17:29, 30-ҙы уҡығыҙ; Зәбур 115:4—8; Ишағыя 42:8; 1 Яхъя 5:21.)

4. а) Ни өсөн беҙ әруахтарға доға ҡылырға тейеш түгел? б) Ни өсөн Йәһүә үҙ халҡына үлгәндәр менән аралашмаҫҡа ҡушҡан?

4 Ҡайһы бер кешеләр, үлгән туғандарым хаҡына йолалар үтәйем тип, мәҫәлән, улар хаҡына доға ҡылып, күп ваҡыт, көс һәм аҡса сарыф итә. Улар әруахтарға ярарға тырыша йә уларҙан ярҙам һорай. Әммә, белеүебеҙсә, үлгәндәр беҙгә ярҙам итә лә, зыян килтерә лә алмай. Улар бер ҡайҙа ла йәшәмәй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, үлгәндәр менән аралашырға тырышыу хатта ҡурҡыныс та, сөнки уларҙан килгән «хәбәр» ысынбарлыҡта ендәрҙән килә. Бына ни өсөн Йәһүә израилдәрҙе үлгәндәр менән бәйләнешкә инеүҙән тыйған. Израилдәр ендәр менән аралашыуҙың һәр төрөнән ситтә торорға тейеш булған. (Ҡанун 18:10—12; 26-сы һәм 31-се ҡушымталарҙы ҡарағыҙ.)

5. Аллаға табыныуҙа һүрәттәр йәки башҡа әйбер ҡулланыуҙан баш тартырға йә үлгәндәр менән бәйле йолаларҙы ташларға һеҙгә нимә ярҙам итер?

5 Аллаға табыныуҙа һүрәттәр йәки башҡа әйбер ҡулланыуҙан баш тартырға йә үлгәндәр менән бәйле йолаларҙы ташларға һеҙгә нимә ярҙам итер? Бының өсөн Изге Яҙманы уҡырға, Йәһүәнең быға нисек ҡарауы хаҡында уйланырға кәрәк. Йәһүә иһә ундай нәмәләрҙе «ерәнес», йәғни әшәке тип һанай (Ҡанун 27:15). Йәһүәгә уның ҡарашын үҙләштерергә һәм уға дөрөҫ табынырға ярҙам итһен тип, көн һайын доға ҡылығыҙ (Ишағыя 55:9). Ялған табыныу менән бәйле бөтә нәмәнән баш тартыр өсөн, Йәһүә һеҙгә һис шикһеҙ көс бирәсәк.

ЯҢЫ ЙЫЛ ҺӘМ НАУРУЗ БАЙРАМЫ

6. Яңы йыл байрамы ҡайҙан килеп сыҡҡан?

6 Яңы йыл байрамы Изге Яҙмаға ҡапма-ҡаршы килә. Ул мәжүси йолаларға нигеҙләнгән. Бер энциклопедия буйынса, б. э. 46 йылында Рим идарасыһы Юлий Цезарь, йыл 1 ғинуар көнөнән башланасаҡ, тигән фарман сығарған. Был көн римдарҙың Янус исемле илаһына бағышланған булған. Уның хөрмәтенә айҙың исеме лә ғинуар [январь] тип аталған булған. Римдар, Яңы йылды байрам итһәң, киләһе йылда тормошоң бәхеткә тулы буласаҡ, тип һанаған («The World Book Encyclopedia»).

7. а) Науруз байрамы ҡайҙан килеп сыҡҡан? б) Ни өсөн Алла хеҙмәтселәре Яңы йыл һәм Науруз байрамын үткәрмәй?

7 Науруз байрамы ҡайҙан килеп сыҡҡан? Бер энциклопедияла: «Науруз йолалары яңы йылда мул, имен тормош булһын өсөн тәбиғәт көстәрен һәм ата-бабалар рухтарын йыумалау өсөн үткәрелгән», — тип әйтелә («Башкортостан. Краткая энциклопедия»). Башҡа бер энциклопедия буйынса, Науруз — был «Яңы йыл байрамы, һәм уны йыш ҡына зороастризм [утҡа табыныу менән бәйле диндең] байрамы тип таныйҙар» («Encyclopedia Britannica»). Ни өсөн Алла хеҙмәтселәре Яңы йыл һәм Науруз байрамын үткәрмәй? Сөнки улар тик Алла хуплағанды ғына эшләргә теләй.

ТЫУҒАН КӨН ҮТКӘРЕҮ ДӨРӨҪМӨ?

8, 9. Ни өсөн тәүге мәсихселәр тыуған көндәрҙе үткәрмәгән?

8 Башҡа бер киң таралған байрам — ул тыуған көн. Алла хеҙмәтселәре уны үткәрәме? Изге Яҙмала тыуған көн хаҡындағы ике осраҡ һүрәтләнә, әммә был байрамды Йәһүәгә табынмаған кешеләр үткәргән (Башланмыш 40:20; Марк 6:21). Тыуған көн байрамдарында ялған илаһтарҙы данлағандар. Шуға күрә лә, бер энциклопедияла әйтелгәнсә, тәүге мәсихселәр «кемдең дә булһа тыуған көнөн үткәреүҙе мәжүси йола тип һанаған» («The World Book Encyclopedia»).

9 Боронғо римдар һәм гректар, һәр кешенең уны ғүмере буйы күҙәтеп торған яҡлаусы рухы бар, тип ышанған. «Кешенең тыуған көнө берәй илаһтың тыуған көнөнә тура килгән. Кешене яҡлап тороусы рух шул илаһ менән сихри бәйләнештә торған», — тип әйтелә бер китапта («The Lore of Birthdays»).

10. Ни өсөн Алла хеҙмәтселәре тыуған көндәрҙе үткәрмәй?

10 Йәһүә ялған дин менән бәйле байрамдарҙы хуплаймы, нисек уйлайһығыҙ? (Ишағыя 65:11, 12; 1 Коринфтарға 10:20). Юҡ. Бына ни өсөн беҙ тыуған көндәрҙе һәм ялған дин менән бәйле башҡа байрамдарҙы үткәрмәйбеҙ.

БЫЛ ҺОРАУ МӨҺИММЕ?

11. Ни өсөн кешеләр байрамдарҙы ярата? Беҙҙең өсөн иң мөһиме нимә булырға тейеш?

11 Ҡайһы берәүҙәр Яңы йыл һәм башҡа байрамдарҙың ялған диндән килгәнен белә, ләкин барыбер байрам итә. Улар уйлауынса, был — ни бары, ғаилә менән йыйылып, бергә ваҡыт үткәрер өсөн яҡшы мөмкинлек кенә. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Һис шикһеҙ, ғаилә менән йыйылып бергә ваҡыт үткәреүҙең бер насарлығы ла юҡ. Ғаиләне барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, Йәһүә ғаиләләрҙә яҡшы мөнәсәбәттәр булыуын теләй (Ефестарға 3:14, 15). Ялған дингә бәйле берәй байрамды туғандарыбыҙ менән бергә үткәрергә ризалашһаҡ, улар, әлбиттә, бик ҡыуаныр. Әммә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡлау барыһынан да мөһимерәк. Илсе Павел былай тигән: «Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ» (Ефестарға 5:10).

12. Йәһүә ниндәй байрамдарҙы хупламай?

12 Күптәр уйлауынса, байрамдарҙың сығышы мөһим түгел. Әммә Йәһүә улай тип уйламай. Ул берәй кешене данлаған байрамдарҙы, патриотик йә ялған дингә бәйле байрамдарҙы хупламай. Мәҫәлән, мысырҙарҙың ялған илаһтарға арналған күп байрамдары булған. Мысырҙан сыҡҡас израилдәр уларҙың бер байрамын үткәргән һәм уны «Йәһүә хөрмәтенә байрам» тип атаған. Ләкин Йәһүә бының өсөн уларҙы язаға тартҡан (Сығыш 32:2—10). Бына ни өсөн Инжил: «Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ», — тип саҡыра. (2 Коринфтарға 6:17-не уҡығыҙ.)

БАШҠАЛАРҘЫҢ ХИСТӘРЕН ИҪӘПКӘ АЛЫҒЫҘ

13. Байрамдарҙы үткәрмәҫкә булһаҡ, ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин?

13 Байрамдарҙы үткәрмәҫкә ҡарар иткән булһағыҙ, бәлки, шундай һорауҙарығыҙ тыуыр: үҙем менән бергә эшләгән кешеләр, ни өсөн беҙҙең менән байрам итмәйһең, тип һораһа, ни тиермен? Байрам айҡанлы бирелгән бүләктәрҙе ҡабул итергәме? Тормош иптәшем берәй байрамды уның менән бергә үткәрергә һораһа, нишләргә? Балам уның тыуған көнөн йә башҡа байрамды үткәрмәгәнгә үҙен нимәнәндер мәхрүм ҡалған тип хис итмәһен өсөн, нимә эшләргә?

14, 15. Әгәр берәйһе беҙҙе байрам менән ҡотлаһа йә бүләк бирһә, нишләргә?

14 Нимә әйтергә, нисек эш итергә — был хаҡта һәр айырым осраҡта яҡшылап уйларға кәрәк. Әйтәйек, берәй кеше һеҙҙе байрам менән ҡотлай, ти. Быны иғтибарһыҙ ҡалдырмай, рәхмәт кенә әйтергә була. Әммә ҡайһы саҡта кеше, ни өсөн һин байрам үткәрмәйһең, тип һорарға мөмкин. Ул саҡта инде һеҙ үҙ ҡарашығыҙҙы ипле генә һәм хөрмәт менән аңлатып бирә алаһығыҙ. Мәҫәлән, башҡалар менән ваҡыт үткәреү һәм бүләктәр бирешеү миңә лә оҡшай, тик быны байрамдар менән бәйләргә теләмәҫ инем, тип әйтергә була. Инжилдә: «Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ», — тиелә (Колосстарға 4:6).

15 Әгәр берәйһе һеҙгә бүләк бирһә, нишләргә? Изге Яҙма быға ҡағылышлы ҡағиҙәләр урынлаштырмай, шулай ҙа беҙгә саф выждан һаҡларға ҡуша (1 Тимофейға 1:18, 19). Бәлки, бүләк биреүсе кеше һеҙҙең был байрамды үткәрмәүегеҙҙе белмәйҙер. Ә, бәлки, ул: «Беләм, һин байрамдарҙы үткәрмәйһең, шулай ҙа һиңә бүләк бирергә теләйем», — тиер. Ике осраҡта ла бүләкте алырғамы, юҡмы икәнен үҙегеҙгә хәл итергә. Ҡарарығыҙ ниндәй генә булмаһын, иң мөһиме — выжданығыҙҙың саф ҡалыуы. Беҙ Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә зыян килтерерҙәй бар нәмәнән дә һаҡланырға теләйбеҙ.

БАЙРАМДАР ҺӘМ ҒАИЛӘГЕҘ

Йәһүә хеҙмәтселәре бәхетле

16. Ғаиләгеҙ берәй байрам үткәрергә теләһә, нисек эш итергә?

16 Ғаиләгеҙ берәй байрамды үткәрергә теләһә, нисек аҡыллы эш итергә? Бәхәсләшмәгеҙ, сөнки һәр кемдең ҡарар ҡабул итергә хоҡуғы бар. Яғымлы һәм ихтирамлы булығыҙ, үҙегеҙ ҙә уларҙың ҡараштарығыҙҙы хөрмәт итеүен теләйһегеҙ бит. (Матфей 7:12-не уҡығыҙ.) Әммә ғаиләгеҙ байрамда улар менән бергә булыуығыҙҙы теләһә, нишләргә? Аҡыллы ҡарар ҡабул итер өсөн, ярҙам һорап Йәһүәгә доға ҡылырға кәрәк. Буласаҡ байрам һәм уның нисек үтәсәге хаҡында күберәк белергә тырышығыҙ. Иҫтә тотоғоҙ, иң мөһиме — Йәһүәне шатландырыу.

17. Башҡалар байрам иткәндә, балағыҙ үҙен ниҙәндер мәхрүм ҡалған кеүек хис итмәһен өсөн, нимә эшләргә?

17 Башҡалар байрам иткәндә, балағыҙ үҙен ниҙәндер мәхрүм ҡалған кеүек хис итмәһен өсөн, нимә эшләргә? Ваҡыт-ваҡыт, дуҫтарҙы йыйып, балағыҙ өсөн төрлө кисәләр үткәрергә, көтмәгәндә бүләктәр биреп уны шатландырырға була. Ә бала өсөн иң ҡәҙерле бүләк — һеҙҙең уға бағышлаған ваҡытығыҙ һәм яратыуығыҙ.

АЛЛАҒА ДӨРӨҪ ИТЕП ТАБЫНЫҒЫҘ

18. Ни өсөн беҙ йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөргә тейешбеҙ?

18 Йәһүәнең хуплауын алыр өсөн, беҙгә ялған динде ҡалдырырға, шул иҫәптән уның менән бәйле йолаларҙан, байрамдарҙан ситтә торорға кәрәк. Әммә был ғына әҙ. Беҙгә Аллаға дөрөҫ итеп табына башларға кәрәк. Нисек итеп? Мәҫәлән, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү бик мөһим. (Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡығыҙ.) Эйе, йыйылыш осрашыуҙары — хаҡ ғибәҙәттең мөһим бер өлөшө (Зәбур 22:22; 122:1). Бергә йыйылып, беҙ бер-беребеҙҙе дәртләндерәбеҙ (Римдарға 1:12).

19. Изге Яҙманан белгәндәрегеҙҙе башҡаларға һөйләү ни өсөн шул тиклем мөһим?

19 Хаҡ ғибәҙәттең тағы бер мөһим өлөшө — ул Изге Яҙманан белгәндәрегеҙҙе башҡаларға һөйләү. Күптәр, донъяла яуызлыҡтың шул тиклем киң таралыуын күреп, көйөнә. Бәлки, таныштарығыҙ араһында ла шундай кешеләр барҙыр. Киләсәккә иҫ киткес өмөт хаҡында уларға ла һөйләгеҙ. Йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөп һәм Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт тураһында башҡаларға һөйләп, һеҙ ялған дин менән бүтән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡҡа эйә булырға теләмәүегеҙҙе аңларһығыҙ. Йәһүәгә дөрөҫ итеп табыныуҙы һайлаһағыҙ, ул һеҙҙе, һис шикһеҙ, фатихалар, һәм бәхетле булырһығыҙ! (Малахи 3:10).