Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК

Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы һаҡлағыҙ

Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы һаҡлағыҙ

1, 2. Беҙ ҡайҙан ышыҡ урын таба алабыҙ?

КҮҘ алдына килтерегеҙ, һеҙ ел-дауыл ваҡытында урам буйлап китеп бараһығыҙ. Ҡапыл ҡараңғы булып китә, йәшен йәшнәй, күк күкрәй. Бына-бына ҡойоп ямғыр яуырға тора. Һеҙ ышыҡ урын эҙләй башлайһығыҙ. Дауылдан йәшенер өсөн урын, ниһайәт, табылғас, һеҙ тыныс һулап ҡуяһығыҙ.

2 Беҙ ел-дауыл ваҡытында йәшәйбеҙ, тип әйтеп була. Донъялағы хәлдәр көндән-көн насарая бара. Һеҙ, бәлки: «Миңә ҡайҙан ышыҡ урын табырға?» — тип һорайһығыҙҙыр. Мәҙхиә йырлаусы былай тип яҙған: «Мин Йәһүәгә: „Һин минең һыйыныу урыным һәм нығытмам, таянған Аллам минең“, — тиермен» (Зәбур 91:2). Эйе, Йәһүә беҙгә ауырлыҡтар менән көрәшергә бөгөн үк ярҙам итә, киләсәккә лә иҫ киткес өмөт бирә.

3. Йәһүә беҙҙең һыйыныу урыны булһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

3 Йәһүә беҙҙе нисек яҡлай? Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, ул беҙгә еңеп сығырға көс бирәсәк. Ул һәр дошмандан да көслөрәк. Берәй бәләгә эләкһәк тә, беҙгә килтерелгән зыянды Йәһүә киләсәктә бөтөрәсәк. Изге Яҙма: «Алла һөйөүендә ҡалығыҙ», — тип дәртләндерә (Йәһүҙә 21). Һәр төрлө ваҡытта ла Йәһүәнең ярҙамын алырға теләһәгеҙ, унан йыраҡлашмағыҙ. Әммә бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?

ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫН ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

4, 5. Йәһүә беҙҙе яратыуын нисек күрһәтә?

4 Йәһүә менән дуҫлыҡты һаҡлар өсөн, уның беҙҙе ни тиклем ныҡ яратыуын иҫтә тотоу мөһим. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Йәһүә беҙҙең хаҡҡа күпме яҡшылыҡ эшләгән! Ул беҙгә төрлө-төрлө ғәжәп үҫемлектәр һәм йәнлектәр менән тулы иҫ киткес матур планета бүләк иткән. Бынан тыш, ул төрлө тәмле ризыҡ һәм таҙа һыу биргән. Изге Яҙма аша Йәһүә үҙ исемен һәм күркәм сифаттарын асҡан. Әммә барыһынан да мөһимерәге, Алла үҙ Улын, беҙҙең өсөн үлһен тип, ергә ебәргән (Яхъя 3:16). Ғайсаның ҡорбаны арҡаһында киләсәккә беҙҙең өмөтөбөҙ бар.

5 Йәһүә күктә үҙ хөкүмәтен — Мәсих етәкселегендәге Батшалығын урынлаштырған. Был Батшалыҡ тиҙҙән бар яуызлыҡты бөтөрәсәк. Уның хакимлығы аҫтында бөтә ер ожмахҡа әйләнәсәк, һәм унда бәхетле кешеләр тыныслыҡта мәңге йәшәйәсәк (Зәбур 37:29). Йәһүәнең беҙҙе иң яҡшы тормош юлынан алып барыуы ла уның яратыуын күрһәтә. Ул шулай уҡ үҙенә доға ҡылырға саҡыра һәм беҙҙе һәр ваҡыт тыңларға әҙер. Эйе, Йәһүә һәр беребеҙгә үҙ яратыуын ап-асыҡ күрһәтә.

6. Йәһүәнең яратыуын ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтергә?

6 Йәһүәнең яратыуын ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ? Уның беҙҙең хаҡҡа эшләгән эштәре өсөн һәр ваҡыт рәхмәттәр белдерегеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күптәр рәхмәтһеҙ. Ғайса көндәрендә лә шундай уҡ хәл булған. Бер көндө Ғайса махау сире менән ауырыған ун кешене һауыҡтырған, әммә уларҙың береһе генә уға рәхмәт әйтер өсөн кире әйләнеп килгән (Лука 17:12—17). Беҙ шул кешегә оҡшап, рәхмәтле булырға теләйбеҙ. Әйҙәгеҙ, бер ҡасан да Йәһүәгә рәхмәт белдерергә онотмайыҡ!

7. Беҙ Йәһүәне ни ҡәҙәр ныҡ яратырға тейеш?

7 Беҙгә шулай уҡ Йәһүәнең яратыуына яуап итеп үҙебеҙҙең дә уны яратыуыбыҙҙы күрһәтергә кәрәк. Ғайса үҙ шәкерттәрен, Йәһүәне бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат, тип өйрәткән. (Матфей 22:37-не уҡығыҙ.) Был нимәне аңлата?

8, 9. Йәһүәне яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

8 Мин Йәһүәне яратам, тип әйтеү генә етерлек түгел. Йәһүәне бөтә йөрәгебеҙ, бөтә йәнебеҙ һәм бөтә аҡылыбыҙ менән яратһаҡ, был беҙҙең эштәребеҙҙән күренер (Матфей 7:16—20). Изге Яҙмала, Алланы яратыу уның әмерҙәрен үтәү менән бәйле, тип асыҡтан-асыҡ әйтелә. Ә уның әмерҙәре үтәрлекме? Эйе, Йәһүәнең «әмерҙәре ауыр түгел». (1 Яхъя 5:3-тө уҡығыҙ.)

9 Йәһүәгә буйһоноп йәшәһәк, бәхетле булырбыҙ (Ишағыя 48:17, 18). Әммә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡларға нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, беләйек.

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ДУҪЛЫҒЫҒЫҘҘЫ НЫҒЫТЫҒЫҘ

10. Ни өсөн Йәһүә хаҡында артабан да белем алырға кәрәк?

10 Һеҙ Йәһүә менән нисек дуҫлаштығыҙ? Һеҙ Изге Яҙманы өйрәнә башланығыҙ. Алла хаҡында күберәк белем алған һайын уның менән дуҫлығығыҙ нығый барҙы. Йәһүә менән дуҫлыҡты усаҡ менән сағыштырып була. Усаҡ һүрелмәһен өсөн, утын өҫтәп торорға кәрәк. Шуның кеүек үк, Йәһүә менән дуҫлығығыҙ һүрелмәһен өсөн, уның хаҡында белем алыуығыҙҙы дауам итегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1—5).

Йәһүә менән дуҫлыҡ усаҡ шикелле — ул һүрелмәһен өсөн, утын өҫтәп торорға кәрәк

11. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр һеҙгә нисек тәьҫир итер?

11 Изге Яҙманы өйрәнеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, ундағы хәҡиҡәттәр ысындан да йөрәгегеҙгә үтеп инер. Мәҫәлән, Ғайсаның ике шәкерте, уларға үҙенә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлатып биргәс, шундай уҡ хистәр кисергән. «Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ ялҡынланманымы ни?» — тигән улар (Лука 24:32).

12, 13. а) Аллаға ҡарата яратыу менән нимә булырға мөмкин? б) Аллаға ҡарата яратыуыбыҙҙы тере килеш һаҡлар өсөн нимә эшләргә?

12 Ғайсаның шәкерттәренә нимә тәьҫир иткән һуң? Улар Яҙмаларҙы аңлай башлаған. Изге Яҙманы аңлай башлағас, һеҙҙең дә, теге шәкерттәрҙеке кеүек, йөрәгегеҙ ялҡынланып киткәндер. Был һеҙҙе Йәһүә менән яҡшыраҡ танышырға һәм уға ҡарата яратыу үҫтерергә дәртләндергәндер. Һеҙ, һис шикһеҙ, Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙҙың һүрелеүен теләмәйһегеҙ (Матфей 24:12).

13 Хәҙер инде һеҙ Алланың дуҫы, әммә был дуҫлыҡты артабан да нығытып торорға кәрәк. Уның хаҡында һәм Ғайса хаҡында белем алыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Белгәндәрегеҙ өҫтөндә уйланығыҙ. Алған белемде тормошоғоҙҙа ҡулланығыҙ (Яхъя 17:3). Изге Яҙманы уҡығанда йә уны өйрәнгәндә, үҙегеҙгә ошондай һорауҙар бирегеҙ: «Мин Йәһүә тураһында нимә белдем? Ни өсөн ул бөтә йөрәгем һәм бөтә йәнем менән яратыуыма лайыҡ?» (1 Тимофейға 4:15).

14. Йәһүәне яратыу доға менән нисек бәйле?

14 Яҡшы дуҫтар йыш аралаша, һәм был уларҙың дуҫлығын нығыта. Йәһүә менән дә доға аша даими аралашып торһаҡ, уның менән дуҫлығыбыҙ нығыныр. (1 Фессалоникаларға 5:17-не уҡығыҙ.) Доға — ул Күктәге Атайыбыҙ биргән иҫ киткес бүләк. Беҙ уға эскерһеҙ рәүештә ихлас доға ҡылырға тейеш (Зәбур 62:8). Уға ятланған доғаларҙы ҡабатлап түгел, ә йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрҙе әйтеп доға ҡылырға кәрәк. Тимәк, Йәһүәне яратыуыбыҙ көсәйә барһын өсөн, Изге Яҙманы өйрәнеүҙе дауам итергә һәм эскерһеҙ доға ҡылырға кәрәк.

ЙӘҺҮӘ ХАҠЫНДА БАШҠАЛАРҒА ҺӨЙЛӘГЕҘ

15, 16. Вәғәз эшенә ҡарашығыҙ ниндәй?

15 Йәһүә менән дуҫлыҡты һаҡлар өсөн, Изге Яҙманан белгәндәребеҙҙе башҡаларға һөйләргә кәрәк. Кешеләргә Йәһүә хаҡында һөйләү — ул иҫ киткес хөрмәт (Лука 1:74, ЯДТ). Бынан тыш, был — Ғайса үҙ шәкерттәренә тапшырған бурыс. Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе беҙҙең һәр беребеҙ вәғәзләргә тейеш. Ә һеҙ вәғәзләйһегеҙме? (Матфей 24:14; 28:19, 20).

16 Илсе Павел да вәғәзләү эшен хөрмәт тип һанаған, ул уны «хазина» тип атаған (2 Коринфтарға 4:7). Башҡаларға Йәһүә һәм уның ниәте хаҡында һөйләү — һеҙ башҡара алған эштәрҙең иң мөһиме. Был Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙең бер өлөшө, һәм Йәһүә тырышлыҡтарығыҙҙы бик ҡәҙерләй (Еврейҙарға 6:10). Вәғәзләүегеҙ үҙегеҙгә лә, тыңлаған кешеләргә лә файҙа килтерәсәк, сөнки был эш уларға ла Йәһүә менән дуҫлыҡ үҫтерергә һәм мәңгелек тормошҡа эйә булырға мөмкинлек бирә. (1 Коринфтарға 15:58-ҙе уҡығыҙ.) Бынан да күберәк ҡәнәғәтлек килтерә торған эш бармы һуң?

17. Ни өсөн вәғәз эше кисектергеһеҙ?

17 Вәғәзләү — ул кисектергеһеҙ эш. Инжилдә: «Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ла, уңайһыҙ ҙа ваҡытта эшләргә әҙер тор», — тиелә (2 Тимофейға 4:2). Кешеләр Алла Батшалығы хаҡында ишетергә тейеш. Изге Яҙмала былай тиелә: «Йәһүәнең бөйөк көнө яҡын! Ул яҡын һәм бик тиҙ яҡынлаша!» Ул «һуңға ҡалмаясаҡ!» (Сафуния 1:14; Абаҡум 2:3). Йәһүә Иблистең яуыз донъяһын бына-бына юҡ итәсәк. Шуға күрә, кешеләр Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлап өлгөрһөн өсөн, беҙ был хаҡта уларҙы киҫәтергә тейеш.

18. Ни өсөн Йәһүәгә уның башҡа хеҙмәтселәре менән берлектә табынырға кәрәк?

18 Йәһүә үҙенә уның хеҙмәтселәре менән бергә табыныуыбыҙҙы теләй. Инжилдә былай тиелә: «Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек. Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит» (Еврейҙарға 10:24, 25). Осрашыуҙарҙы ҡалдырмаҫ өсөн, беҙ мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейеш, сөнки осрашыуҙар бер-беребеҙҙе дәртләндерергә һәм нығытырға ярҙам итә.

19. Ҡәрҙәштәребеҙҙе яратырға беҙгә нимә ярҙам итер?

19 Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөп һеҙ Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам иткән яҡшы дуҫтар табырһығыҙ. Йәһүәгә һеҙҙең кеүек ысын күңелдән хеҙмәт иткән төрлө ҡәрҙәштәр менән танышырһығыҙ. Улар ҙа камил түгел, улар ҙа хаталана. Шуға күрә кисерергә әҙер булығыҙ. (Ефестарға 4:32-не уҡығыҙ.) Һәр ваҡыт ҡәрҙәштәрҙең яҡшы яҡтарына иғтибар итергә тырышығыҙ. Шул саҡта уларҙы яратыу еңелерәк булыр, һәм Йәһүә менән дуҫлығығыҙ ҙа нығыр.

ЫСЫН ТОРМОШ

20, 21. Нимә ул «ысын тормош»?

20 Йәһүә үҙ дуҫтары өсөн иң яҡшы тормош теләй. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, киләсәктә тормошобоҙ бөгөнгө тормоштан тулыһынса айырылып торасаҡ.

Йәһүә һеҙҙең «ысын тормошҡа» өлгәшеүегеҙҙе теләй. Ә һеҙ быны теләйһегеҙме?

21 Киләсәктә беҙ 70—80 йыл ғына түгел, ә мәңге йәшәйсәкбеҙ. Беҙ гүзәл ожмахта йәшәйәсәкбеҙ. Сәләмәтлегебеҙ камил буласаҡ. Бер кем дә беҙҙе ҡурҡытмаясаҡ. Бындай тормош Изге Яҙмала «ысын тормош» тип атала. Йәһүә беҙгә ысын, йәғни мәңгелек тормош бүләк итергә вәғәҙә итә, әммә бының өсөн «ысын тормошҡа өлгәшер[гә]» кәрәк (1 Тимофейға 6:12, 19).

22. а) «Ысын тормошҡа өлгәшер өсөн» нимә эшләргә кәрәк? б) Ни өсөн беҙ үҙ тырышлығыбыҙ менән генә мәңгелек тормошҡа лайыҡ була алмайбыҙ?

22 «Ысын тормошҡа өлгәшер өсөн» нимә эшләргә кәрәк? Беҙ изгелек ҡылырға һәм «яҡшы эштәр менән бай» булырға тейеш (1 Тимофейға 6:18). Был Изге Яҙманан белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланырға кәрәк тигәнде аңлата. Беҙ үҙ тырышлығыбыҙ менән генә бер ҡасан да мәңгелек тормошҡа лайыҡ була алмайбыҙ. Ысын тормош — ул Алланың үҙ тоғро хеҙмәтселәренә «мәрхәмәт» йөҙөнән биргән бүләге (Римдарға 5:15). Күктәге Атайыбыҙ үҙ хеҙмәтселәренә был бүләкте бирергә бик тә теләй.

23. Ни өсөн хәҙер үк аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк?

23 Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Мин Аллаға ул хуплағанса табынаммы?» Берәй үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген абайлаһағыҙ, оҙаҡҡа һуҙмайынса эш итегеҙ. Йәһүәгә таянһаҡ һәм уны тыңлаһаҡ, ул беҙҙең һыйыныу урыныбыҙ буласаҡ. Был донъяның һуңғы көндәрендә ул үҙенә тоғро булғандарҙы яҡлаясаҡ һәм вәғәҙәһе буйынса киләсәктәге ожмахта мәңгелек тормош бүләк итәсәк. Эйе, бөгөн үк аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итһәгеҙ, һеҙ ысын тормошҡа эйә буласаҡһығыҙ!