1-СЕ ҺОРАУ
Мин ниндәй кеше?
ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?
Бындай осраҡты күҙ алдыңа килтер: балиғ булмаған Ләйсән йәштәр кисәһенә килә. Ун минут та үтмәй, ул таныш тауыш ишетә:
— Нишләп тораһың бында?
Ләйсән боролоп ҡараһа, ике шешә тотҡан Руфина тора. Был иҫерткес эсемлек икәнен Ләйсән яҡшы аңлай. Руфина уға бер шешәне һуҙа ла: «Әҙ генә күңел асып алырға ярамаймы ни? Һин бәләкәй түгел дә инде?» — ти.
Ләйсән баш тартырға теләй, әммә Руфина уның әхирәте бит. Шулай уҡ Ләйсән дәртһеҙ кеше булараҡ та танылырға теләмәй. Бынан тыш, Руфина — әҙәпле ҡыҙҙарҙың береһе. Ул эсә икән, тимәк, был эштә бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ. «Был бит эсемлек кенә, наркотик түгел», — тип тынысландыра үҙен Ләйсән.
Ләйсән урынында булһаң, һин нисек эш итер инең?
ТУҠТА ҺӘМ УЙЛАН!
Быға оҡшаш хәлдә аҡыллы ҡарар ҡабул итер өсөн, һиңә үҙеңдең ниндәй кеше икәнеңде, йәғни үҙ ҡараштарыңды, нимәгә ышанғаныңды яҡшы белергә кәрәк. Быны белһәң, тормошоңа башҡалар түгел, ә һин үҙең хужа буласаҡһың (1 Коринфтарға 9:26, 27).
Үҙ ҡараштарыңа инанғанлыҡты ҡайҙан алырға һуң? Башта түбәндәге һорауҙарға яуап бир.
1. МИНЕҢ КӨСЛӨ ЯҠТАРЫМ НИНДӘЙ?
Һәләттәреңде һәм көслө яҡтарыңды белеү һиңә үҙ-үҙеңә ышаныс өҫтәр.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ МИҪАЛ: Илсе Павел: «Һөйләргә оҫта булмаһам да, белемгә эйәмен», — тип яҙған (2 Коринфтарға 11:6). Эйе, Павел Изге Яҙманы яҡшы белгән. Шул көслө яғын танып, ул бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан ныҡ булып ҡала алған. Ул башҡаларҙың тиҫкәре мөнәсәбәтенә үҙ-үҙенә ышанысты ҡаҡшатырға юл ҡуймаған (2 Коринфтарға 10:10; 11:5).
ҮҘЕҢДЕ ТИКШЕР. Һин ниндәй оҫталыҡҡа йә һәләткә эйә? Яҙып ҡуй.
Берәй ыңғай сифатыңды тасуирлап бир. (Бәлки, һин ҡайғыртыусан, йомарт, тоғро йә пунктуаль кешелер.)
2. МИНЕҢ ЙОМШАҠ ЯҠТАРЫМ НИНДӘЙ?
Еп нәҙек еренән өҙөлә. Шуға күрә йомшаҡ яҡтарыңа үҙең менән етәкселек итергә юл ҡуйһаң, ҡараштарың һәм ышаныуҙарың тиҙ арала насар яҡҡа үҙгәреп китергә мөмкин.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ МИҪАЛ: Павел үҙенең йомшаҡ яҡтарын белгән. «Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым, әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора», — тип яҙған ул (Римдарға 7:22, 23).
ҮҘЕҢДЕ ТИКШЕР: Миңә ниндәй йомшаҡ яҡтарымды контроль аҫтында тоторға өйрәнергә кәрәк?
3. МАҠСАТТАРЫМ НИНДӘЙ?
Әйтәйек, һин таксиға ултырҙың, ти. Һин машина йөрөтөүсегә, бензин бөтөп туҡтағансы, бер тегеләй, бер былай йөрөргә ҡушыр инеңме? Әлбиттә, юҡ! Был ахмаҡлыҡ булыр һәм ҡыйбатҡа төшөр ине!
Фәһем: маҡсаттар һине бер урында тапаныуҙан һаҡлай һәм, дөрөҫ йүнәлеш алып, алға барырға ярҙам итә. Улар ярҙамында һин ҡайҙа барырға һәм унда нисек барып етергә икәнен белерһең.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ МИҪАЛ: Павел: «Мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем», — тип яҙған (1 Коринфтарға 9:26). Ул шарттарға буйһоноп, ағым ыңғайына йөҙөү урынына, маҡсаттар ҡуйған һәм шул маҡсаттарға ирешергә тырышҡан (Филиптарға 3:12—14).
ҮҘЕҢДЕ ТИКШЕР. Бер йыл дауамында үҙең ирешергә теләгән өс маҡсатты яҙып ҡуй.
4. МИНЕҢ ҠАРАШТАРЫМ НИНДӘЙ?
Ныҡлы ҡараштарың булмаһа, һин баҙнатһыҙ булып китерһең. Һөҙөмтәлә, башҡаларға ярар өсөн, һин, төҫөн үҙгәртеп торған хамелеон шикелле, ҡараштарыңды гел үҙгәртеп торорһоң. Ә был — үҙ ҡараштарында тора белмәгән кешенең һыҙаты.
Киреһенсә, үҙ ҡараштарың буйынса эш итһәң, һин башҡаларҙың эшенә һәм фекер йөрөтөүенә үҙеңдең ҡарарҙарыңа тәьҫир итергә юл ҡуймаҫһың.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ МИҪАЛ: Данил пәйғәмбәрҙе йәш сағында туғандарынан айырғандар. Быға ҡарамаҫтан, ул «күңеленән... үҙен нәжесләмәҫкә тип хәл иткән» (Данил 1:8). Шулай итеп, ул үҙ-үҙенә тоғро ҡалыуын күрһәткән. Данил ысындан да үҙ ҡараштары буйынса йәшәгән.
ҮҘЕҢДЕ ТИКШЕР: Ҡараштарың ниндәй? Мәҫәлән: һин Аллаға ышанаһыңмы? Ышанһаң, ни өсөн? Уның барлығына һине нимә инандыра?
Алланың әхлаҡи нормалары үҙеңә файҙа килтерә тип иҫәпләйһеңме? Ни өсөн шулай уйлайһың?
Шулай итеп, һин үҙеңде нимә менән сағыштырыр инең: ағастан төшкән һәм ел иҫкән һайын төрлө яҡҡа осҡан япраҡ менәнме йә көслө дауылдарҙа ныҡ ҡалған ағас менәнме? Ҡараштарыңда ныҡ торорға тырышһаң, һин шундай ағас кеүек булырһың. Ул саҡта һин «Мин ниндәй кеше?» тигән һорауға яуап бирә алырһың.