8-СЕ ҺОРАУ
Миңә енси көсләү тураһында нимә белергә кәрәк?
ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?
Ҡапыл Аннетҡа бер ир ташлана, күҙ асып йомған арала ул уны ергә йығып һала. «Мин бар көскә көрәшергә тырыштым, — тип иҫенә төшөрә Аннетт. — Мин ҡысҡырырға маташтым, әммә тыным ҡыҫылды. Ҡулынан ысҡыныр өсөн, этендем, тибендем, тырнаштым, һуғыштым. Ләкин тәнемә бысаҡ килеп ҡаҙалғанын тойғас, ҡаршы торорлоҡ хәлем тамам бөттө».
Ундай хәлгә эләкһәң, һин нишләр инең?
ТУҠТА ҺӘМ УЙЛАН!
Хатта уяу булырға тырышһаң да, мәҫәлән, ҡараңғы урамдан үтеп барған саҡта абай булһаң да, ҡурҡыныс хәлгә эләгеүең ихтимал. Изге Яҙмала былай тиелә: «Һәр ваҡытта ла йүгерештә — етеҙҙәр... еңмәй, ... һәм һәр мәлдә лә белемле кешеләр уңышҡа ирешмәй, сөнки уларҙың һәммәһе лә көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә эләгә» (Вәғәзсе 9:11).
Ҡайһы бер йәш үҫмерҙәр, Аннетт һымаҡ уҡ, таныш булмаған кешеләрҙән зыян күреп, енси көсләүҙең ҡорбаны булып киткән. Башҡалар иһә үҙҙәре белгән кешеләрҙән йә хатта ғаилә ағзаларынан зыян күргән. Наталиға ни бары 10 йәш булғанда, уны күршелә йәшәгән 19 йәшлек егет көсләгән. «Миңә оят та, ҡурҡыныс та булғанға, мин тәүҙә был турала бер кемгә лә һөйләмәгәйнем», — тип иҫенә төшөрә ул.
ҮҘЕҢДЕ ҒӘЙЕПЛӘМӘ
Аннетт һаман да булған хәлдә үҙен ғәйепләй. «Теге кисте онота алмайым, — ти ул. — Нығыраҡ көрәшергә кәрәк булғандыр. Әммә тәнемә бысаҡ ҡаҙалғас, мине ҡурҡыу солғап алды, һәм мин бүтән ҡаршылыҡ күрһәтмәнем... ә кәрәк булған».
Натали ла ғәйеп тойғоһо менән көрәшә. «Ниңә шундай тиҙ ышаныусан булғанмын икән? Атай-әсәйебеҙ һеңлем менән икебеҙгә, тышта уйнаған саҡта, бер-беребеҙҙән йыраҡ китмәҫкә ҡушҡайны, әммә мин тыңламаным. Шулай итеп мин үҙ-үҙемде бәләгә юлыҡтырҙым. Был ғаиләбеҙгә ҙур ҡайғы-хәсрәт килтерҙе. Тыуған хәлдә фәҡәт үҙем генә ғәйеплемен, шунлыҡтан үҙемде ғәфү итә алмайым».
Һин дә Аннетт менән Натали кисергән тойғолар кисерәһең икән, шуны иҫеңдә тот: енси көсләүгә дусар ителгән кеше — енәйәттә ҡатнашыусы түгел, ә енәйәттең ҡорбаны. Ҡайһы берәүҙәр ундай хәлдәргә етди ҡарамай һәм, ирҙәргә шундай тәртип хас йә енси көсләүҙең ҡорбандары үҙҙәре уларҙы быны эшләргә этәргән, тиҙәр. Әммә енәйәтсене был бер нисек тә аҡламай, сөнки бер кеше лә аяуһыҙ мөнәсәбәткә лайыҡ түгел. Әгәр һин шундай ҡәбәхәтлеккә юлыҡҡан булһаң, үҙ-үҙеңде ғәйепләмә!
Әлбиттә, «үҙ-үҙеңде ғәйепләмә» тип әйтеүе еңел, әммә быға үҙеңде ышандырыуы бик ауыр булырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр кисерештәре менән бер кем менән дә уртаҡлашмай, барыһын да эсендә тота. Һөҙөмтәлә улар ғәйеп һәм башҡа тиҫкәре тойғоларҙан ыҙалана. Әммә был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәүең тик енәйәтсе файҙаһына ғына булыр. Шуға башҡасараҡ эш ит.
БЕРӘЙҺЕ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШ
Ғүмеренең иң ҡайғылы сағында, Әйүп пәйғәмбәр былай тигән: «Йән әрнеүҙәремде асып һалайым!» (Әйүп 10:1). Уның үрнәге буйынса эш итһәң, һиңә еңелерәк булып ҡалыр. Ышаныслы дуҫыңа күңелеңде бушат. Был һиңә тынысланырға ярҙам итер, һәм яйлап күңел яралары бөтәшер.
Аннетт быға үҙ тәжрибәһендә инанған. «Мин әхирәтем менән һөйләшеп алдым. Ул мине барыһын да йыйылыштағы өлкәндәргә һөйләп бирергә дәртләндерҙе. Әлдә уның кәңәшенә ҡолаҡ һалғанмым, — тип иҫенә төшөрә ул. — Өлкәндәр минең менән бер нисә тапҡыр һөйләшеп алдылар, улар, булған хәлдә һинең ғәйебең юҡ, тинеләр. Тап шундай һүҙҙәргә мин мохтаж инем дә. Минең бер ниндәй ҙә ғәйебем булмаған».
Натали ата-әсәһе менән һөйләшкән. «Улар мине йыуаттылар һәм барыһын да ҡурҡмайынса һөйләп биреүемде һоранылар. Был миңә артыҡ ҡайғырмаҫҡа һәм ҡаты бәғерле булып китмәҫкә ярҙам итте», — ти ул.
Натали шулай уҡ доғала йыуаныс тапҡан. «Алла менән һөйләшеү миңә — айырыуса кешеләргә күңелемде бушатырға ауыр булған саҡтарҙа — ярҙам итте, — тип уртаҡлаша ул. — Доғала мин оялмайынса барыһын һөйләй алам. Был миңә күңел тыныслығы бирә».
Һин дә «дауалау ваҡыты» барлығына инана алаһың (Вәғәзсе 3:3). Физик һәм эмоциональ һаулығың хаҡында ҡайғырт. Ял итеү тураһында ла онотма. Ә иң мөһиме Йәһүәгә — һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға таян (2 Коринфтарға 1:3, 4).
ОСРАШЫРҒА ЙӘШЕҢ ЕТКӘН БУЛҺА
Һин ҡыҙ булһаң һәм һине әхлаҡһыҙлыҡҡа этәрһәләр, ҡәтғи тауыш менән «юҡ!» йә «теймә миңә!» тип әйтеү дөрөҫ булыр. Осрашҡан егетеңде юғалтырға ҡурҡма. Әхлаҡһыҙ тәҡдимдән баш тартыуыңдан һуң егетең һине ташлаһа, тимәк, ул һиңә лайыҡлы түгел. Һин үҙеңде яратҡан һәм йәшәү принциптарыңды хөрмәт иткән кешегә лайыҡһың.
ТЕСТ: СЕКСУАЛЬ БӘЙЛӘНЕҮҘӘР
«Мәктәптә малайҙар, арттан килеп, күкрәксәнән тартҡылап әҙәпһеҙ нәмәләр әйтә торғайны: йәнәһе, улар менән йоҡлаһам, миңә был оҡшаясаҡ» (Коретта).
Шул малайҙарҙың ҡылығын һин нисек атар инең?
-
Шаяртыу ғына
-
Флирт
-
Сексуаль бәйләнеү
«Автобуста бер егет, оятһыҙ нәмәләр әйтеп, мине ҡосаҡлай башланы. Мин уның ҡулына һуғып ебәрҙем һәм янымдан шылырға ҡуштым. Ул миңә аҡылдан яҙған кешегә ҡараған кеүек ҡарап ҡуйҙы» (Кендис).
Был егеттең ҡылығын һин нисек атар инең?
-
Шаяртыу ғына
-
Флирт
-
Сексуаль бәйләнеү
«Былтыр бер егет, һине оҡшатам һәм һинең менән осрашырға теләйем, тип, мине ялҡытып йөрөнө. Мин һәр ваҡыт уға „юҡ“ тип яуап бирһәм дә, ул туҡтаманы. Ә ҡайһы саҡта ул хатта ҡулымдан һыйпарға тырыша торғайны. Мин уға „етәр“ тиһәм дә, ул аңламай ине. Бер ваҡыт, аяҡ кейемемде кейеп торғанда, ул арт яғыма килтереп һуҡты» (Бетани).
Был егеттең ҡылығын һин нисек атар инең?
-
Шаяртыу ғына
-
Флирт
-
Сексуаль бәйләнеү
Өс һорауға ла дөрөҫ яуап — В.
Сексуаль бәйләнеүҙәр флирт йә шаяртыуҙан нимә менән айырылып тора?
Сексуаль бәйләнеүҙәр бер яҡлы ғына була. Ҡорбаны «туҡта», «теймә», тиһә лә, бәйләнеүсе туҡтамай.
Сексуаль бәйләнеү бик етди нәмә. Ул енси көсләүгә килтерергә мөмкин.