Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺӨЙЛӘШЕҮ БАШЛАҒЫҘ

Яхъя 4:6—9

1-СЕ ДӘРЕС

Ҡыҙыҡһыныу күрһәтеү

Ҡыҙыҡһыныу күрһәтеү

Принцип: «Мөхәббәт... үҙенә файҙа эҙләмәй» (1 Кор. 13:5).

Ғайса нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Яхъя 4:6—9-ҙы уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Һөйләшеү башлар алдынан Ғайса нимәгә иғтибар иткән?

  2.  б) Ғайса: «Миңә эсергә һыу бир әле», — тип әйткән. Ни өсөн был әңгәмәне башлар өсөн уңышлы ысул булған?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Һөйләшеүҙе кешене ҡыҙыҡһындырған теманан башлаһаҡ, уның уңышлы булыу ихтималлығы ҙурыраҡ.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Һығылмалы булығыҙ. Инеш һүҙ әҙерләгәндә, үҙегеҙ өсөн түгел, ә кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы теманы һайлағыҙ. Үҙегеҙҙән һорағыҙ:

  1.   а) Яңылыҡтарҙа нимә хаҡында һүҙ бара?

  2.  б) Күршеләрем, хеҙмәттәштәрем йә синыфташтарым нимә тураһында һөйләшә?

4. Күҙәтеүсән булығыҙ. Үҙегеҙҙән һорағыҙ:

  1.   а) Был кеше нимә менән мәшғүл? Ул нимә хаҡында уйлай ала?

  2.  б) Кешенең тышҡы ҡиәфәте йә йорто уның дини ҡараштары йә мәҙәниәте тураһында нимә әйтә?

  3.  в) Һөйләшеү өсөн хәҙер уңайлы ваҡытмы?

5. Иғтибар менән тыңлағыҙ.

  1.   а) Артыҡ күп һөйләмәгеҙ.

  2.  б) Кешене үҙ фекере менән бүлешергә дәртләндерегеҙ. Урынлы булғанда, һорауҙар бирегеҙ.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Матф. 7:12; 1 Кор. 9:20—23; Флп. 2:4; Яҡ. 1:19