Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘГЕҘ

11-СЕ ДӘРЕС

Ябайлыҡ

Ябайлыҡ

Принцип: «Аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтһәгеҙ, нимә һөйләгәнегеҙҙе нисек аңларҙар?» (1 Кор. 14:9).

Ғайса нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Матфай 6:25—27-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Йәһүәнең кешеләр хаҡында ҡайғыртыуын күрһәтер өсөн, Ғайса ниндәй миҫал килтергән?

  2.  б) Ғайса ҡоштар тураһында күпте белһә лә, ни өсөн бер нескәлеккә генә иғтибар иткән? Ни өсөн ундай алым уңышлы булған?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Ябай итеп өйрәтһәк, кешегә белгәндәрен хәтерендә ҡалдырыу еңелерәк булыр, һәм беҙ уның йөрәгенә тәьҫир итә алырбыҙ.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Үтә күп һөйләмәгеҙ. Теге йә был тема буйынса белгәндәрегеҙҙең барыһын һөйләү урынына, иғтибарығыҙҙы өйрәнеү өсөн баҫмалағы материалға туплағыҙ. Һорау биргәс, түҙемлек менән яуапты көтөгөҙ. Өйрәнеүсе яуапты белмәһә йә Изге Яҙмаға ҡаршы килгән берәй нәмә әйтһә, өҫтәмә һорауҙар биреп, уға дөрөҫ һығымтаға килергә ярҙам итегеҙ. Өйрәнеүсе төп фекерҙе үҙләштергәс кенә, киләһе пунктҡа күсегеҙ.

4. Өйрәнеүсегеҙгә яңы белемдәрҙең элек белгәндәре менән нисек бәйле икәнен күрергә ярҙам итегеҙ. Мәҫәлән, терелтеү хаҡындағы дәресте ҡарар алдынан, өйрәнеүсегеҙ менән үлгәндәрҙең ниндәй хәлдә булғанын иҫкә төшөрә алаһығыҙ.

5. Миҫалдарҙы ҡулланғанда һаҡ булығыҙ. Берәй миҫал килтерер алдынан уйлап алығыҙ:

  1.   а) Был миҫал ябаймы?

  2.  б) Өйрәнеүсегә уны аңлауы еңел булырмы?

  3.  в) Өйрәнеүсе нимәне иҫтә ҡалдырыр: төп фекерҙеме йә миҫалдымы?

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Матф. 11:25; Яхъя 16:12; 1 Кор. 2:1