ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘГЕҘ
12-СЕ ДӘРЕС
Батырлыҡ
Принцип: «Еҫле май һәм хуш еҫтәр йөрәккәләззәт бирә, дуҫтың ихлас кәңәше күңелгә рәхәт» (Ғиб. һүҙ. 27:9).
Ғайса нисек эш иткән?
1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Марк 10:17—22-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:
Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?
2. Берәй нәмә кешегә рухи яҡтан үҫергә ҡамасаулаһа, асыҡтан-асыҡ, әммә шул уҡ ваҡытта игелекле итеп уның менән был хаҡта һөйләшеп алырға кәрәк.
Ғайсанан өлгө алығыҙ
3. Өйрәнеүсегеҙгә рухи маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ирешергә ярҙам итегеҙ.
-
а) Бының өсөн «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тип аталған китаптағы «Маҡсаттар» тигән рамканы ҡулланығыҙ.
-
б) Өйрәнеүсегеҙгә бәләкәй һәм ҙур маҡсаттарға ирешер өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген билдәләргә ярҙам итегеҙ.
4. Өйрәнеүсегеҙгә үҫергә нимә ҡамасаулағанын билдәләп, уға был кәртәләрҙе еңеп сығырға ярҙам итегеҙ.
-
-
Өйрәнеүсемә һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулай?
-
Мин уға нисек ярҙам итә алам?
-
-
б) Өйрәнеүсегеҙгә нимәне үҙгәртергә кәрәклеге тураһында асыҡтан-асыҡ, әммә игелекле итеп әйтер өсөн, батырлыҡ һорап доға ҡылығыҙ.
5. Кеше рухи яҡтан үҫмәһә, өйрәнеүҙе туҡтатығыҙ.
-
а) Өйрәнеүсе рухи яҡтан үҫәме икәнен билдәләр өсөн, уйлап алығыҙ:
-
Ул белгәндәрен ҡулланамы?
-
Ул йыйылыш осрашыуҙарына йөрөймө һәм башҡаларға хәҡиҡәт тураһында һөйләйме?
-
Ул оҙаҡ ваҡыт өйрәнгән булһа, уның Йәһүә шаһиты булып китергә теләге бармы?
-
-
б) Өйрәнеүсенең рухи яҡтан үҫмәүе асыҡ күренеп торһа:
-
Уға нимә ҡамасаулай икәнен һорағыҙ.
-
Өйрәнеүҙе ни өсөн туҡтатырға булғанығыҙҙы ипле генә аңлатығыҙ.
-
Өйрәнеүҙе яңынан башлар өсөн уға ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәклеге тураһында әйтегеҙ.
-
ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ
Зәб. 141:5; Ғиб. һүҙ. 25:12; 27:6; 1 Кәр. 9:26; Кол. 4:5, 6