Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ҠУШЫМТА

Һөйләшеүҙе дауам итергә кәрәкме?

Һөйләшеүҙе дауам итергә кәрәкме?

Кеше беҙҙең менән ихлас килешмәһә йә берәй нәмәне аңлатыуыбыҙҙы һораһа, беҙ, әлбиттә, һөйләшеүҙе дауам итербеҙ. Беҙ бит «мәңгелек тормош юлына баҫырға теләгән бөтә кешегә» вәгәзләргә теләйбеҙ (Илс. 13:48).

Әммә кеше асыулы булһа, бәхәсләшергә теләһә йә, киреһенсә, һөйләшергә теләмәһә, нимә эшләргә? Һөйләшеүҙе тыныс һәм әҙәпле итеп тамамлағыҙ (Ғиб. һүҙ. 17:14). Үҙегеҙҙе ихтирамлы һәм ипле тоторға тырышығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, моғайын, кеше икенсе тапҡыр беҙҙең менән һөйләшергә әҙер булыр (1 Пет. 2:12).