Инеш һүҙ
Бер үҫешкән илдәге 90 проценттан ашыу кешеләрҙең ҡайһы берҙәре, беҙ үҙебеҙҙе бәхетле тоябыҙ, тип, ә ҡайһы берҙәре, тормоштан ҡәнәғәтбеҙ, тип әйтә. Әммә был илдә киң ҡулланылған дарыуҙарҙың 10-дан 3-һө депрессия ауырыуынан яҙып бирелә. Шул уҡ илдә йәшәүселәрҙең 91 проценты, ғаилә тормошонан ҡәнәғәтлек табабыҙ, ти. Ләкин теркәлгән никахтарҙың яртыһы тиерлек тарҡала. Был ҡапма-ҡаршылыҡтар һеҙҙе ғәжәпкә ҡалдырмаймы?
Ун һигеҙ илдә һорау алыу үткәрелгән. Ул илдәрҙә йәшәүселәр һаны ер шарындағы бөтөн халыҡтың яртыһын тиерлек тәшкил итә. Был һорау алыу буйынса, «кешеләрҙең күпселеге, күрәһең, киләсәккә өмөтһөҙлөк менән ҡарай». Эйе, бөгөн кешеләрҙең күбеһе тормоштарынан ҡәнәғәт түгел. Ә һеҙҙең турала нимә әйтеп була? Был брошюраның маҡсаты — һеҙгә тормоштан ҡәнәғәтлек табып йәшәргә ярҙам итеү.