Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ БҮЛЕК

Алла менән яҡшыраҡ танышыу

Алла менән яҡшыраҡ танышыу

КӘҢӘШКӘ мохтаж булғанда, һеҙ кемгә мөрәжәғәт итәһегеҙ? Берәй ышаныслы кешегәме? Эйе, кәңәштең сығанағы ышаныслы булғанда, һеҙ кәңәштең ни тиклем файҙалы булыуына шунда уҡ төшөнөп етмәһәгеҙ ҙә, уға теләп ҡолаҡ һалаһығыҙ. Ә Изге Яҙмала яҙылған ғәмәли кәңәштәрҙән файҙа алырға теләһәгеҙ, һеҙгә уның Авторы менән танышырға кәрәк. Бының ярҙамында һеҙ хатта уның «дуҫы» булып китә алаһығыҙ! (Яҡуп 2:23)

Алланың исеме йәһүд телендәге Ишағия китабында осрай

2 Әгәр ҙә һеҙ берәй кем менән дуҫлашырға теләһәгеҙ, һеҙҙең, һис шикһеҙ, тәүҙә уның исемен белгегеҙ килер. Ә Алланың, Изге Яҙма Авторының, исеме бармы? Ул үҙе: «Мин Йәһүә. Был — минең исемем, мин бер кемгә лә үҙ шөһрәтемде һәм боттарға данымды бирмәйем», — тип әйтә (Ишағия 42:8; Сығыш 3:15-те лә ҡарағыҙ). Алланың исеме — Йәһүә. Йәһүд телендә Алланың исеме ошолай яҙыла: יהוה (уңдан һулға уҡыла). Тулайым алғанда, был исем Тәүрат, Зәбур һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарының төп нөсхәләрендә яҡынса 7000 тапҡыр осрай. Алланың исеме «Ул булырға бирә» тигәнде аңлата. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Алла үҙ ниәттәрен тормошҡа ашырыр өсөн, кем булырға кәрәк шул була ала. Шулай уҡ йәһүд телендә был исемдең грамматик формаһы дауамлы эш-хәрәкәтте аңлата. Быны нисек аңларға? Йәһүә үҙ ниәтен үтәр өсөн, элек тә, хәҙер ҙә үҙенә кем булырға кәрәк шул булырға бирә. Ул ниндәйҙер билдәһеҙ бер көс түгел, ул — тере Алла!

3 Йәһүә — Барлыҡҡа Килтереүсе (Башланмыш 1:1). Ул «күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы һәр ниҙе яратҡан тере Алла» (Илселәр 14:15). Йәһүә бөтә нәмәне, шул иҫәптән беренсе кешеләрҙе — Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергән. Шуға күрә Алла — «йәшәү шишмәһе» (Мәҙхиә 36:9). Ул шулай уҡ йәшәү өсөн кәрәк булғандың барыһын биреп тора. Ул «яҡшылыҡтар ҡылып, Үҙен күрһәтеп торҙо: ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте һәм йөрәктәрегеҙҙе ҡыуанысҡа тултырҙы» (Илселәр 14:17). Африка менән Азияла йәшәгәндәрҙең күбеһе ата-бабаларына табына, сөнки ата-бабалары уларға ғүмер биргән. Әллә был кешеләр бөтәһенә лә ғүмер биреүсе, йәшәү өсөн барыһын биреп тороусы һәм беренсе ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтереп, уларға балалар тыуҙырыу һәләтен биреүсе Шәхескә тағы ла рәхмәтлерәк булырға тейеш түгелме? Ошолар тураһында уйланыу беҙҙе Алланы данларға дәртләндерер: «Йәһүә Аллабыҙ, һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлы. Сөнки бар нәмәне һин яраттың, һәм барыһы ла һинең ихтыярың менән тора һәм барлыҡҡа килтерелде» (Асылыш 4:11).

4 Изге Яҙма ярҙамында беҙ Барлыҡҡа Килтереүсебеҙ — Йәһүә менән танышып, уның ниндәй Алла икәнлеген белә алабыҙ. Инжилдә: «Алла — яратыу ул», — тип әйтелә (1 Яхъя 4:16; Сығыш 34:6, 7). Изге Яҙманы баштан аҙағына тиклем уҡып сыҡһағыҙ, һеҙ Алланың ысындан да яратыусан булыуына бик күп дәлилдәр табырһығыҙ. Алла Һүҙен көн һайын уҡыуҙы ғәҙәткә индерһәгеҙ, Барлыҡҡа Килтереүсебеҙҙе тағы ла яҡшыраҡ белерһегеҙ. Изге Яҙманы яҡшы белгән кешеләрҙең ярҙамы менән уны ентекләп өйрәнегеҙ (Илселәр 8:26—35). Шулай уҡ һеҙ Йәһүәнең ғәҙеллек Аллаһы булып, яуызлыҡты мәңге түҙеп тормаясағы тураһында белерһегеҙ (Ҡанун 32:4). Кешеләргә бер юлы яратыусан да, ғәҙел дә булыуы еңел түгел, ләкин Алла аҡыллы рәүештә ошо ике сифатты бер үк кимәлдә сағылдыра ала (Римлыларға 11:33; 16:27). Йәһүә Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе булғанға, үҙенең һәр ҡайһы ниәтен тормошҡа ашырырға һәләтле (Башланмыш 17:1). Изге Яҙмалағы аҡыллы кәңәштәрҙе ҡулланып ҡарағыҙ, шунда уларҙың ни тиклем файҙалы булыуын күреп, һеҙ Барлыҡҡа Килтереүсегә тағы ла рәхмәтлерәк булырһығыҙ.

Йәһүә Аллаға доға аша яҡынлашып була?

5 Аллаға яҡынлашыр өсөн тағы бер юл — доға. Йәһүә беҙҙең доғаларыбыҙҙы тыңлай (Мәҙхиә 65:2). Ул «беҙҙә эш итеүсе ҡөҙрәте ярҙамында беҙ һораған йәки уйлаған бар нәмәнән шаҡтай күберәкте эшләй ала» (Эфестарға 3:20). Үҙенә кәрәк саҡта ғына мөрәжәғәт иткән «дуҫ» тураһында һеҙ нимә уйлар инегеҙ? Бәлки, был һеҙгә оҡшамаҫ ине. Тимәк, беҙгә лә Аллаға доға ҡылыу мөмкинлеген ярҙам һорар өсөн генә түгел, ә уға рәхмәттәр әйтер өсөн һәм уны данлар өсөн ҡулланырға кәрәк (Филиппийҙарға 4:6, 7; 1 Тессалуникиҙарға 5:17, 18).