Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ БҮЛЕК

Бәхетле тормошҡа юл

Бәхетле тормошҡа юл

АЛЛАНЫҢ хакимлығына ҡаршы фетнә арҡаһында кешеләрҙең тормошо мәғәнәһеҙ булып китһә лә, Алла уларҙы өмөтһөҙ ҡалдырмаған. Был турала Инжилдә: «Барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең тормошо буш нәмәгә буйһондоролған булған. Был уларҙың ихтыяры буйынса түгел, ә буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылған, әммә уларға бындай өмөт бирелгән булған: улар сереү ҡоллоғонан азат ителеп, Алла балаларының шөһрәтле азатлығын аласаҡ», — тип әйтелә (Римлыларға 8:20, 21). Тимәк, Алла беренсе кешеләрҙең тоҡомдарына үлемдән һәм мираҫ итеп алынған гонаһтан ҡотолоуға ныҡлы өмөт биргән. Гонаһ менән үлемдән азат ителгәндән һуң, кешеләр Йәһүә Алла менән яҡын мөнәсәбәттәрен кире ҡайтара аласаҡ. Әммә нисек итеп?

Алла кешеләргә үлемдән һәм мираҫ итеп алынған гонаһтан ҡотолоуға өмөт биргән

2 Гонаһ ҡылып, Әҙәм менән Һауа үҙҙәренең тоҡомдарын ер йөҙөндә мәңге бәхетле йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм иткән. Улар нимә дөрөҫ һәм нимә дөрөҫ түгел икәнен үҙҙәре хәл итергә теләп, буласаҡ балаларын гонаһ менән үлем ҡоллоғона һатҡан. Уларҙың балаларын алыҫ бер утрауға ҡанһыҙ хакимдар ҡарамағына һатып ебәрелгән ҡолдар менән сағыштырып була. Гонаһ менән үлем кешеләр өсөн шундай ҡанһыҙ хакимдар булып киткән (Римлыларға 5:14, 21). Бер уйлағанда, уларҙы бер кем дә ҡотҡара алмаҫ һымаҡ. Ҡоллоҡҡа уларҙы ата-бабаһы һатҡан бит! Ләкин бер игелекле кеше был ҡолдарҙы азат итергә теләп үҙ улын ебәрә. Уның улы бөтә ҡолдар өсөн тейешле хаҡ түләй (Мәҙхиә 51:5; 146:4; Римлыларға 8:2).

3 Был миҫалда тасуирланған игелекле кеше — Йәһүә Алла. Ҡолдарҙы азат итер өсөн тейешле хаҡ түләгән улы иһә — Ғайса Мәсих. Ергә килер алдынан Ғайса Мәсих Алланың берҙән-бер улы булараҡ күктә йәшәгән (Яхъя 3:16) *. Ул Алланың барлыҡҡа килтергәндәренең иң беренсеһе булған, Ғаләмдәге барлыҡ нәмәләр иһә уның арҡыры яратылған (Көләсәйҙәргә 1:15, 16). Йәһүә мөғжизәле рәүештә рухи улының ғүмерен ғиффәтле ҡыҙҙың ҡарынына күсергән. Шулай итеп, Ғайса Әҙәмдең гонаһын мираҫ итеп алмайынса, камил кеше булып тыуған. Әҙәм балаларын гонаһтан азат итер өсөн, ул үҙенең камил ғүмерен биреп тейешле хаҡ түләй алған. Был хаҡ Алланың ғәҙел нормаларына тура килгән (Лука 1:26—31, 34, 35).

4 Ғайса Мәсих яҡынса 30 йәшендә Иордан йылғаһында һыуға сумдырылыу үткән. Һыуға сумдырылғанда, ул изге рух менән, йәғни Алланың эш итеүсе көсө менән майланған булған. Шулай итеп, ул Мәсих, йәғни «майланған зат» булып киткән (Лука 3:21, 22). Ғайса ерҙә өс йыл ярым хеҙмәт иткән. Шул йылдар дауамында ул үҙенең шәкерттәрен күктәге хөкүмәт — «Алла Батшалығы» тураһындағы хәҡиҡәткә өйрәткән. Был хөкүмәттең хакимлығы аҫтында кешеләр Алла менән яҡшы мөнәсәбәттәрен кире ҡайтара аласаҡ (Лука 4:43; Маттай 4:17). Ғайса кешеләргә бәхетле булыр өсөн нимә кәрәклеген белгән, шуға күрә ул үҙ шәкерттәренә ғәмәли кәңәштәр биргән. Ғайсаның Инжилдә Маттай китабының 5—7-се бүлектәрендә яҙылған ҡайһы бер тәғлимәттәре менән танышығыҙ.

Һеҙҙе ҡоллоҡтан азат иткән кешегә һеҙ сикһеҙ рәхмәтле булмаҫ инегеҙме?

5 Әҙәмдән айырмалы рәүештә, Ғайса Аллаға тулыһынса тыңлаусан булған. Инжилдә: «Ул гонаһ ҡылманы, телендә лә ялған булманы», — тип әйтелә (1 Петер 2:22; Еврейҙарға 7:26). Асылда, Ғайса ерҙә мәңге йәшәй алған, әммә үҙ ғүмерен биреп, ул Аллаға Әҙәм юғалтҡанды ҡайтарған. Яфаланыу бағанаһында үлеп, Ғайса Мәсих кешелек хаҡына үҙенең камил тормошонан баш тартҡан (Яхъя 10:17; 19:17, 18, 28—30; Римлыларға 5:19, 21; Филиппийҙарға 2:8). Шулай итеп ул кешеләрҙе гонаһ менән үлемдән йолоп алыр өсөн, йолом биргән, йәки тейешле хаҡ түләгән (Маттай 20:28). Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: һеҙ ҡара тир түгеп көнө-төнө эшләгән ҡол, ти. Ләкин һеҙҙе азат итер өсөн саралар күреп, һеҙҙең өсөн үҙ ғүмерен бирергә ризалашҡан кеше табыла. Һеҙ уға сикһеҙ рәхмәтле булмаҫ инегеҙме? Түләнгән йолом ярҙамында һеҙгә Алла халҡы араһында булып, гонаһ менән үлем ҡоллоғонан азат ителеп, мәғәнәле һәм бәхетле тормош менән йәшәү мөмкинселеге асылған (2 Көринттәргә 5:14, 15).

6 Алланың шундай шәфҡәтле булыуы тураһында белгәндә, үҙ тормошоңда Изге Яҙмалағы аҡыллы кәңәштәрҙе ҡулланыу теләге артҡандан-арта бара. Мәҫәлән, ҡулланыуы еңел булмаған бер принципҡа иғтибар итәйек. Һүҙ беҙҙе рәнйеткән кешене кисереү тураһында бара. Икенсе бүлектә ҡарап үтелгән Көләсәйҙәргә 3:12—14-ге һүҙҙәрҙе хәтерләйһегеҙме? Ундағы һүҙҙәр беҙҙе үпкәләү өсөн етди сәбәптәр булған саҡта ла кешеләрҙе кисерергә дәртләндерә. Көләсәйҙәргә 3:13-тә иһә ни өсөн шулай эш итергә кәрәклеге аңлатыла: «Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерергә тейеш». Йәһүә Алла менән Ғайса Мәсихтең кешелек өсөн нимә эшләгәндәрен аңлап, йөрәгебеҙ аша үткәрһәк, беҙ башҡаларҙы теләп кисерербеҙ, бигерәк тә улар ҡылған эштәре өсөн үкенеп, ғәфү үтенһәләр.

^ 3 абз. Изге Яҙмала аңлатылғанса, Йәһүә Алла фәрештәләр менән кешеләрҙең Барлыҡҡа Килтереүсеһе булараҡ уларҙың күктәге Атаһы тип атала. Шуға күрә ул уларҙың барыһын да үҙенең балалары тип атай. Бының тураһында күберәк белер өсөн, «Алла етәкселеге — ожмахҡа алып барыусы юл» тигән брошюраның (тат.) 20-се битендәге рамканы ҡарағыҙ. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған.