Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ БҮЛЕК

Йәһүә Алла беҙҙе ниндәй ниәт менән яратҡан?

Йәһүә Алла беҙҙе ниндәй ниәт менән яратҡан?

Сөләймән батша тормош мәғәнәһенә төшөнөргә тырышҡан

ЙӘҺҮӘ Алла менән яҡшыраҡ танышыу һеҙҙең өсөн нимә аңлатырға мөмкин? Бик күп нәмәне. Мәҫәлән, һеҙ миллиардлаған кешеләрҙе борсоған һорауға: «Ни өсөн мин йәшәйем?», — тигән һорауға яуап алырһығыҙ. Бәлки, һеҙ ҙә ваҡыт-ваҡыт ундай һорау тураһында уйланаһығыҙҙыр. «Ер йөҙөндәге бөтә батшаларҙан күпкә байыраҡ» булған бер аҡыллы батша тормош мәғәнәһен аңларға тырышҡан (2 Йылъяҙма 9:22; Вәғәзсе 2:1—13). Был батшаның исеме — Сөләймән. Ул ҙур хакимлыҡҡа, сикһеҙ байлыҡҡа һәм сағыштырғыһыҙ аҡыллылыҡҡа эйә булған. Сөләймәндең эҙләнеүҙәре ниндәй һөҙөмтәгә килтергән? Ул былай тигән: «Әйтелгәндәрҙең асылы шул: Алланан ҡурҡ, уның әмерҙәрен үтә, был — кешенең төп бурысы бит» (Вәғәзсе 12:13). Сөләймән батшаның тормош тәжрибәһе бик ҙур булғанға, уның һығымтаһы беҙҙең иғтибарыбыҙға лайыҡ (Вәғәзсе 2:12).

2 Алланан ҡурҡыу ниндәйҙер билдәһеҙ рухи көстән ҡалтырап ҡурҡыуҙы аңлатмай. Киреһенсә, был — Алланы тәрән хөрмәт итеү, уға яраҡлы булмағанды эшләүҙән ҡурҡыу. Берәй кемде ысынлап та яратһағыҙ, һеҙ уның күңеленә хуш килгәндәрҙе генә эшләргә һәм уны рәнйетмәҫкә тырышырһығыҙ. Шулай итеп, әгәр ҙә һеҙ Йәһүәне яратһағыҙ, һеҙҙең уға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ шундай уҡ булыр.

3 Изге Яҙманы уҡып, һеҙ Аллаға нимә оҡшай һәм нимә оҡшамай икәнен белерһегеҙ. Унда шулай уҡ Йәһүәнең ерҙе ни өсөн яратҡаны тураһында ла әйтелә: «Ерҙе бар иткән, уны ныҡ урынлаштырған Барлыҡҡа Килтереүсе, уны юҡҡа ғына түгел, ә кешеләр йәшәһен өсөн булдырған» (Ишағия 45:18). Эйе, Йәһүә Алла ерҙе кешеләр өсөн барлыҡҡа килтергән. Уның ниәте буйынса кешеләр ергә хужа булып, ундағы һәр ҡайһы тереклек тураһында ҡайғыртырға тейеш булған (Башланмыш 1:28). Ләкин Йәһүә кешеләрҙе тик шундай маҡсат менән генә барлыҡҡа килтергәнме?

Әҙәм һәм Һауа Алла менән үҙенә күрә бер мөнәсәбәттәргә эйә булған

4 Юҡ, Йәһүә кешеләрҙе тағы ла юғарыраҡ бер маҡсат менән яратҡан. Беренсе кеше, Әҙәм, Йәһүә менән үҙенә күрә бер мөнәсәбәттәргә эйә булған. Әҙәм Барлыҡҡа Килтереүсе менән туранан-тура аралаша алған. Ул Алланың әйткәндәрен тыңлай ҙа алған, Аллаға үҙенең фекерҙәрен белдерә лә алған (Башланмыш 1:28—30; 3:8—13, 16—19; Илселәр 17:26—28). Тимәк, Әҙәм менән Һауаның Алланы белер өсөн һәм уның менән тығыҙ мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн иҫ киткес мөмкинлеге булған. Йәһүә «бәхетле Алла» (1 Тимутегә 1:11). Шуға күрә Алланы яҡшыраҡ танып белеп һәм уға оҡшарға тырышып, улар тормоштарынан ҡәнәғәтлек табып бәхетле йәшәрҙәр ине. «Рәхәтләнеп йәшәр өсөн барыһын мул итеп биреүсе» Алла булараҡ, Йәһүә беренсе ир менән ҡатынды ожмахта, Эден тип аталған баҡсала, урынлаштырып, уларға мәңге йәшәү мөмкинлеген биргән булған (1 Тимутегә 6:17; Башланмыш 2:8, 9, 16, 17).

Кеше күҙәнәге тураһындағы һуңғы тикшеренеүҙәр нимә күрһәтә?

5 «Мәңгелек тормош? Юҡ инде, был ниндәйҙер әкиәт», — тип әйтеүегеҙ ихтимал. Шулай ҙа һығымталар яһарға ашыҡмағыҙ. Бөгөн ғалимдар күҙәнәктәр ҡартайыуының сәбәбенә, ниһайәт, төшөнгән тип уйлай. Күҙәнәк бүленгән һайын, хромосома осонда урынлашҡан генетик материалдың өлөшө, йәғни теломера ҡыҫҡара бара. Күҙәнәктең 50-100-сө бүленеүенән һуң теломера туҙа һәм күҙәнәктәрҙең күбеһе бүленеүҙән туҡтай. Ләкин һуңғы ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, теломераза тип аталған фермент ярҙамында кеше күҙәнәктәре туҡтауһыҙ бүленә ала. Был асыш Алланың кешеләргә мәңгелек тормошто ошо махсус фермент ярҙамында бирәсәген аңлатмаһа ла, ул мәңгелек тормоштоң әкиәт түгеллеген иҫбатлай.

6 Эйе, Изге Яҙмала, беренсе кешеләр мәңге йәшәр өсөн барлыҡҡа килтерелгән, тип яҙылған хәбәр ышанысҡа лайыҡ. Кешеләрҙең мәңгелек тормош дауамында Йәһүә менән мөнәсәбәттәр үҫтереү мөмкинлеге булған. Күктәге Аталарының үҙҙәренә ҡарата ниәтен аңлап һәм үтәп, улар уның менән үҙ мөнәсәбәттәрен көндән-көн нығыта алыр ине. Улар хәлдән тайҙырғыс эштән интегеп, ялҡытҡыс тормош менән йәшәмәҫ ине. Әҙәм менән Һауа ерҙе бәхетле һәм камил кешеләр менән тултырыу хөрмәтенә эйә булған. Улар ҡыҙыҡлы һәм ҡәнәғәтлек килтергән эш менән шөғөлләнә алыр ине. Эйе, был ысындан да бәхетле һәм мәғәнәле тормош булыр ине! (Башланмыш 1:28)