Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ БҮЛЕК

Ни өсөн бәхеткә ирешеү шул тиклем ауыр?

Ни өсөн бәхеткә ирешеү шул тиклем ауыр?

НИ ӨСӨН күп кешеләр тормоштарынан ҡәнәғәтлек таба алмай яфалана? Изге Яҙмала: «Ҡатындан тыуған кешенең ғүмере ҡыҫҡа, ҡайғы-хәсрәт менән тулы. Ул сәскәләй ата ла шиңә, күләгәләй ҡасып, юҡҡа сыға», — тип яҙылған (Әйүп 14:1, 2). Күрәһең, ожмахта кешелекте ғәжәп киләсәктән мәхрүм иткән ниндәйҙер ваҡиға булған.

2 Кешегә ысын мәғәнәлә бәхетле булыр өсөн Алла менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булырға кәрәк. Кешене ундай мөнәсәбәттәр үҫтерергә мәжбүрилек түгел, ә эскерһеҙ теләк этәреп торорға тейеш (Ҡанун 30:15—20; Йошуа 24:15). Йәһүә кешеләрҙең бөтөн йөрәктән тыңлаусан булыуҙарын һәм уға яратыуҙан сығып ғибәҙәт ҡылыуҙарын теләй (Ҡанун 6:5). Шул сәбәптән Йәһүә Эден баҡсаһында беренсе кешегә бер сик ҡуйып, уға үҙ яратыуының тәрәнлеген иҫбатларға мөмкинлек биргән. Ул Әҙәмгә: «Һин был баҡсалағы теләгән бар ағастың емешен ашай алаһың, тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасына теймә, уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең», — тип әйткән (Башланмыш 2:16, 17). Был талапты үтәү ауыр булмаған. Баҡсала үҫкән бөтә ағастар араһынан Алла бер ағастың ғына емештәрен ашамаҫҡа ҡушҡан. Был ағас Алланың яҡшылыҡ менән яуызлыҡты билдәләү хоҡуғын символлаштырған. Әҙәм үҙенә «ярҙамсы» итеп яратылған ҡатынына Йәһүәнең был әмерен еткергән (Башланмыш 2:18). Әҙәм дә, Һауа ла үҙҙәренең Барлыҡҡа Килтереүсеһенә рәхмәт тойғоһонан һәм яратыуҙан сығып буйһонорға, уның хакимлығы аҫтында йәшәргә риза булған.

3 Ләкин бер ваҡыт Һауа менән йылан һөйләшә башлаған һәм унан: «Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы?» — тип һораған. Үлмәҫ өсөн беҙгә «йәннәт уртаһындағы ағастың», яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасының ғына емешен ашарға рөхсәт ителмәй, тип яуап биргән Һауа (Башланмыш 3:1—3).

4 Был йылан кем булған? Инжил китабында, «боронғо йылан» — «бөтә донъяны юлдан яҙҙырыусы Иблис һәм Шайтан» ул, тип әйтелә (Асылыш 12:9). Әллә Шайтанды Алла үҙе барлыҡҡа килтермәгәнме? Юҡ, Йәһүәнең бөтә эштәре камил (Ҡанун 32:4). Был рухи зат камил фәрештә булған, ләкин ул үҙ-үҙен Иблис, йәғни «Яла яғыусы», һәм Шайтан, йәғни «Дошман» иткән. Уны «үҙ теләге» — Алланың хакимлығына ҡул һуҙыу теләге — ҡыҙыҡтырып юлдан яҙҙырған. Һөҙөмтәлә ул Аллаға ҡаршы фетнә күтәргән.

5 Һүҙен дауам итеп, Шайтан Һауаға: «Юҡ, үлмәйһегеҙ... Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаһағыҙ, күҙегеҙ асыласаҡ та изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ», — тигән (Башланмыш 3:4, 5). Шулай итеп, Шайтан яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасының емешен ылыҡтырғыс итеп күрһәткән. Асылда, Шайтандың тел төбөндә: «Алла һеҙҙән яҡшы нәмәне йәшерә. Яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасының емешен ашау менән, һеҙ Алла һымаҡ булып китерһегеҙ һәм яҡшылыҡ менән яуызлыҡты үҙегеҙ билдәләй алырһығыҙ», — тигән мәғәнә ятҡан. Бөгөн дә Шайтан күптәрҙең фекер йөрөтөү рәүешен боҙоп: «Барлыҡҡа Килтереүсеңде һанға һуҡмайынса, нимә теләйһең, шуны эшлә», — тиеп, уларҙы Алланан ситләштерергә тырыша (Асылыш 4:11).

6 Шайтандың һүҙҙәренән һуң, Һауаның шул ағастың емешен бик ныҡ ашағыһы килеп киткән! Һауа ағастың емешен алып үҙе лә ашаған, иренә лә биргән. Әҙәм аныҡ рәүештә был эштең эҙемтәләрен аңлаһа ла, ҡатынын тыңлап, ағастың емешен ашаған. Һуңынан нимә булған? Йәһүә ҡатынға ошондай хөкөм ҡарарын иғлан иткән: «Ғазаплы итәм Мин йөклө сағыңды, яфаланып табасаҡһың балаңды. Иреңде гел көҫәп торорһоң: ирең булыр һинең хакимың». Ә иргә: «Хәҙер ер ҙә ҡәһәрләнде һинең арҡала: яфаланып табасаҡһың уның емешен ғүмерең буйына. Тупраҡ сәнскәк менән билсән үҫтерәсәк һиңә, яландағы үләндәр менән туҡланасаҡһың хәҙер; әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Ерҙән яратылғайның һин, ергә кире ҡайтасаҡһың, сөнки саң-туҙан һин һәм яңынан саң буласаҡһың», — тигән. Ошо ваҡыттан Әҙәм менән Һауаның тормоштары үҙ иркенә ҡуйыла. Кешеләр Алланың етәкселегенән тыш, бәхеткә ирешә алырмы? Әҙәм менән Һауаның Эден баҡсаһында рәхәтлек килтергән эш менән шөғөлләнеү һәм бөтә ер йөҙөн ожмахҡа әйләндереү мөмкинлеге булған, әммә бөтә был фатихалар хәлдән тайҙырғыс эшкә һәм йәшәү өсөн көрәшеүгә алмашынған. Әлбиттә, хәҙер уларҙың тормоштары Барлыҡҡа Килтереүсегә бер нисек тә дан килтермәгән (Башланмыш 3:6—19).

7 Алла күҙендә Әҙәм менән Һауа яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасының емешен ашаған көндө үк үлгән. Гонаһ ҡылғандан һуң беренсе ир менән ҡатын йөҙәрләгән йыл йәшәгән булһа ла, улар, ҡырҡып алынған ағас ботағы шикелле, шул көндө үк «ҡорой», йәғни үлә башлаған. Ә ҡартайып үлеүҙәренән һуң улар менән нимә булған? Үлгәндәрҙең ниндәй хәлдә булыуы Изге Яҙмала аңлатыла: «Тереләр үләсәктәрен беләләр, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй. Уларҙың алырлыҡ әжере юҡ инде, сөнки улар хаҡындағы иҫтәлектәр юйылып бөткән» (Вәғәзсе 9:5; Мәҙхиә 146:4). Был һүҙҙәрҙән күренгәнсә, кешенең үлемдән һуң йәшәүен дауам иткән «йәне» юҡ. Кеше үҙ гонаһтары өсөн утлы тамуҡта ғазапланмай, сөнки гонаһ өсөн яза — үлем. Үлемдән һуң, кеше күктәрҙә лә йәшәүен дауам итмәй *.

8 Икмәк һалыу һауыты йәнселгән булһа, унда бешерелгән икмәк тә йәнселгән булып бешәсәк. Шулай уҡ камил булмаған ир менән ҡатындан да тик камил булмаған балалар тыуа алған. Был турала Инжилдә былай тиелә: «Шуға күрә донъяға бер кеше арҡыры гонаһ, ә гонаһ аша үлем үтеп ингән, һәм шулай итеп, һәр кеше гонаһ ҡылғанға, үлем барлыҡ кешеләргә күскән» (Римлыларға 5:12). Тимәк, беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы булып тыуғанбыҙ һәм беҙҙең һәр беребеҙ һәләкәткә дусар ителгән. Эйе, Әҙәм балаларының тормошо интектергес ғазапҡа әйләнгән. Әммә ошондай хәлдән сығыу юлы бармы?

^ 7 абз. Кеше үлгәс, уның менән нимә була? Был турала күберәк белер өсөн, «Бөйөк Остаздан өйрән» тигән китаптың 34-се бүлеген ҡарағыҙ. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған.