Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ БҮЛЕК

Тиңе булмаған китаптың авторы

Тиңе булмаған китаптың авторы

АМЕРИКАЛА йәшәүселәрҙең 96 проценты үҙҙәрен Аллаға ышанған кешеләр тип иҫәпләй. Европа менән Азияла ундай кешеләрҙең һаны күпкә әҙерәк. Ҡайһы бер илдәрҙә, йәшәүселәрҙең күпселеге Аллаға ышанмаһа ла, байтаҡ ҡына кеше, Ғаләмдең барлыҡҡа килеүенә ниндәйҙер көс сәбәпсе булған, тигән фекергә килә. Билдәле япон мәғрифәтсеһе Юкити Фукудзава (уның портреты 10 000 йен банкнотаһында төшөрөлгән) былай тип яҙған: «Күк бер кешене башҡа кешеләрҙән йә юғарыраҡ, йә түбәнерәк итеп барлыҡҡа килтермәгән». «Күк» тигән һүҙҙе ҡулланып, Фукудзава ниндәйҙер башланғыс көстө күҙ уңында тотҡан. Уның уйлауынса, был көс кешеләргә йәшәү биргән. Шундай уҡ фекер менән күптәр, шул иҫәптән Нобель премияһының лауреаты Кэнъити Фукуи ла ризалаша. Фукуи Ғаләмдәге бөйөк төҙөлөшкә, дини тел менән әйткәндә «Аллаға», ышаныуын белдергән, әммә ул уны «тәбиғәт үҙенсәлеге» тип атаған.

Һулда: Юкити Фукудзава; Уңда: Кэнъити Фукуи

2 Был уҡымышлы кешеләр, Ғаләмде кемдер йәки нәмәлер хәрәкәткә килтергән, тип ышанған. Ни өсөн? Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Ҡояш шул тиклем ҙур йондоҙ ки, хатта уның эсенә беҙҙең планета ҙурлығындай миллион планета һыя ала, ләкин Ҡояш Ҡош юлы галактикаһында ҡом бөртөгө генә. Ҡош юлы иһә, Ғаләмдәге миллиардлаған галактикаларҙың береһе генә. Фәнни күҙәтеүҙәр буйынса, был галактикалар бер-береһенән бик ҙур тиҙлек менән алыҫлаша. Ғаләмде хәрәкәткә килтерер өсөн ғәйәт ҙур көс, йәки энергия, талап ителгән. Ундай көстөң сығанағы кем йәки нимә булған? Изге Яҙмала: «Башығыҙҙы күтәреп, күккә ҡарағыҙ. Быларҙың барыһын кем барлыҡҡа килтергән? Ул йондоҙҙар ғәскәрен һаны буйынса алып сыға, уларҙың барыһын исемдәре менән атай. Уның сикһеҙ ҡеүәте һәм ҡурҡыу-хөрмәт уятыусы ҡөҙрәте арҡаһында уларҙың барыһы ла үҙ урындарында тора» — тип әйтелә (Ишағия 40:25, 26). Был һүҙҙәр шуны күрһәтә: Ғаләмде кемдер, йәғни ниндәйҙер «бөйөк көс» сығанағы хәрәкәткә килтергән.

Сомбреро галактикаһы

3 Шулай уҡ ерҙәге тормош тураһында уйлап ҡарағыҙ. Ошондай тормош, эволюция яҡлылар ышанғанса, үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә алғанмы? Биохимик Майкл Бихи былай тип әйтә: «Фән химик процестарҙы аңлау яғынан бик ныҡ алға киткән, әммә молекуляр кимәлдә ҡатмарлы һәм теүәл биологик системаларҙың килеп сығышын аңларға тырышҡанда, фән ҡаушап ҡала. [...] Күп кенә ғалимдар ҡыйыу рәүештә бындай вәғәҙәләр биргән: иртәме-һуңмы аңлатыуҙар барыбер буласаҡ; ләкин фәнни әҙәбиәттә ундай вәғәҙәләргә нигеҙ биргән дәлилдәр табып булмай. Ә иң мөһиме шул: [биомолекуляр] системаларының үҙҙәрендә Дарвиндың тормоштоң барлыҡҡа килеүе тураһындағы теорияһын нигеҙһеҙ иткән етди дәлилдәр бар».

«Ябай аҡһым төҙөлөшө... өс үлсәүле башватҡыс менән сағыштырырлыҡ», — тип әйтә Майкл Бихи. Ә кешенең тәнендә йөҙ меңләгән шундай башватҡыс бар. Ғалимдар шундай башватҡыстарҙы сисергә тырыша ла. Әммә кем уларҙы уйлап сығарған?

4 Кеше тормошо аҡыллы етәкселек аҫтында түгел, ә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән тигән теория тураһында һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Әйҙәгеҙ, «Ғаләмдәге иң ҡатмарлы нәмәләрҙең береһенә» — кеше мейеһенә иғтибар итәйек. «Иң алдынғы суперкомпьютерҙарҙың һәләттәре... себендең аҡыл һәләттәренең ун меңдән бер өлөшөнә тиң», — тип әйтә доктор Ричард Рестак. Кеше мейеһе иһә, себен мейеһенә ҡарағанда, күпкә ҡатмарлыраҡ. Беҙҙең мейебеҙгә телдәр өйрәнеү һәләте һалынған. Ул үҙ-үҙен яңырта ала, программаларҙы күсереп яҙа ала һәм һәләттәрен үҫтерә ала. Һеҙ, әлбиттә, шуның менән ризалашырһығыҙ: хатта һәләттәре «себендең аҡыл һәләттәренең ун меңдән бер өлөшөнә тиң» булған иң көслө суперкомпьютерҙың да барлыҡҡа килтереүсеһе бар. Ә кеше мейеһе тураһында нимә әйтеп була?

5 Яҡынса 3000 йыл элек, кешеләр үҙ тәндәренең ғәжәп үҙенсәлектәрен әле аңламағанда, Изге Яҙманың бер яҙыусыһы кеше тәненең төҙөлөшө тураһында уйланып, былай тигән: «Һине маҡтайым мин, сөнки шундай ғәжәп яратылыуым тәрән хөрмәт уята. Һинең эштәрең ғәжәп, һәм мин быны бик яҡшы беләм». Ул ДНК молекулалары тураһында бер нәмә белмәһә лә, ошондай һүҙҙәр яҙған: «Күҙҙәрең хатта яралғы булған сағымды күргән; әле бер өлөшөм дә булмағанда, уларҙың үҫеше тураһында барыһы ла китабыңда яҙылған булған» (Мәҙхиә 139:14, 16). Ул кемде күҙ уңында тотҡан? «Бөйөк көс» ярҙамында Ғаләмдәге һәммә нәмәне кем барлыҡҡа килтергән?

Кем «аҡыллыраҡ», иң алдынғы суперкомпьютермы йәки себенме?

6 Изге Яҙманың беренсе шиғырында: «Иң элек Алла күк менән ерҙе яратты», — тип әйтелә (Башланмыш 1:1). Алла шулай уҡ Изге Яҙманың да Авторы, ул уны изге рухы ярҙамында яҙҙырған. Ул — тере Алла, һәм беҙ уның менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерә алабыҙ.