Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ БҮЛЕК

Тормоштан ҡәнәғәтлек табыу мөмкинме?

Тормоштан ҡәнәғәтлек табыу мөмкинме?

ҮҪЕШКӘН илдәге берәй матур, бөтә уңайлыҡтары булған йортҡа күҙ һалһағыҙ, һеҙ, бәлки, был йортта тыныслыҡ менән бәхет хөкөм һөрә, тип уйларһығыҙ. Ләкин унда инһәгеҙ, һеҙҙең хистәрегеҙ бөтөнләй үҙгәрергә мөмкин. Ғаиләлә ниндәйҙер көсөргәнешлек, мөхиттең сәләмәт булмауы һиҙелә. Йәш үҫмерҙәр ата-әсәләренә теләр-теләмәҫ «эйе» йәки «юҡ» тип кенә яуап бирә. Ҡатын иренең иғтибарына һыуһаған. Ире иһә, үҙен тыныслыҡта ҡалдырыуҙарын ғына теләй. Ҡартайған ата-әсәләр балаларынан айырым йәшәп, улар менән һирәк осрашыуҙарҙы һағынып, һағышланып көтә. Әммә бындай ауырлыҡтарҙы еңә алған ғаиләләр бар. Нисек улар ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, бәхетле тормош алып бара ала? Һеҙ был хаҡта белергә теләр инегеҙме?

2 Ә хәҙер үҫә барыусы бер илдә йәшәгән ғаиләнең миҫалына иғтибар итәйек. Ете кешенән торған ғаилә бәләкәй генә, бына-бына емерелергә торған өйҙә йәшәй. Улар хатта киләһе тапҡыр ҡасан ашарҙарын да белмәй. Был хәл кешеләрҙең донъяны аслыҡ менән ярлылыҡтан азат итә алмағанын иҫебеҙгә төшөрөп тора. Шулай ҙа ярлылыҡҡа ҡарамаҫтан, күп кенә ғаиләләр күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Был нисек мөмкин?

3 Аҡса менән бәйле ауырлыҡтар хатта бай илдәрҙә лә тыуырға мөмкин. Японияла йәшәгән бер ғаилә иҡтисади күтәрелеш ваҡытында йорт һатып алған. Эш хаҡтарының һәр ваҡыт күтәрелеп тороуына ышанып, улар юғары проценттар менән кредит алған. Ләкин иҡтисади күтәрелеш үткәс, бурыстарын бүтән түләй алмағанға, улар йорттарын бик арзанға һатырға мәжбүр булған. Хәҙер инде уларҙың йорттары юҡ, ә йорт өсөн бурыстарҙы һаман да ҡайтарырға тура килә. Бынан тыш, кредит карталарын аҡылһыҙ ҡулланғанға, ғаилә бурыстарын түләй алмай интегә. Аталары аҡса отоу маҡсатынан ипподромға йөрөй башлай, ә ғаилә бурыс һаҙлығына батҡандан-бата ғына. Шулай ҙа күп кенә ғаиләләр быға оҡшаш осраҡтарҙа аҡыллылыҡ менән эш итеп бәхеткә ирешкән. Беләһегеҙме нисек?

4 Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, кешеләр менән мөнәсәбәттәр тормошоғоҙға борсолоуҙар өҫтәп, һеҙгә күп ҡайғы килтерергә мөмкин. Эшегеҙҙә хеҙмәттәшегеҙҙең һеҙгә яла яғыуы ихтимал. Ҡаҙаныштарығыҙ кемдәлер көнләшеү тойғоһо тыуҙырырға мөмкин. Һөҙөмтәлә һеҙ тәнҡит ҡорбаны булып китә алаһығыҙ. Эштә көн һайын берәй кеше үҙенең бойороусан холҡо менән һеҙгә баҫым яһайҙыр. Балағыҙҙы мәктәптә, бәлки, ҡурҡыталарҙыр, унан мыҫҡыллап көләләр йә уны ситләтәләрҙер. Ә балағыҙҙы бер үҙегеҙ генә тәрбиәләйһегеҙ икән, тормоштоң еңел булмауы һеҙгә яҡшы билдәле. Барлыҡ был ҡыйынлыҡтар күп кенә ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың былай ҙа еңел булмаған тормоштарын ҡатмарландыра.

5 Стресс аҡрын ғына йыйылып килеп, һиҙҙермәйенсә көсөргәнеш сигенә еткерә. Юҡҡа ғына стресты «күҙгә күренмәгән үлтереүсе», ә хроник стресты «яй тәьҫирле ағыу» тип атамайҙар. «Стресс» тигән һүҙ көнбайыштан килеп, донъяның күпселек телдәренә үтеп ингән. «Бөгөн ер шарының бөтөн төбәктәрендә кешеләр стрестан һәм уның менән бәйле ауырыуҙарҙан интегә», — тип әйтә бер профессор. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын стресс арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙар АҠШ-ҡа 200 миллиард долларға төшә. Көсөргәнеш кисергәндә, өҫтәүенә, планлаштырылған эштәрҙе ваҡытында башҡарып өлгөрмәгәндә, ғәйеп тойғоһо ла тыуырға мөмкин. Һуңғы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, кеше көнөнә яҡынса ике сәғәт дауамында ғәйеп тойғоһо кисерә. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр стресс менән көрәшеп, бәхетле тормош алып бара.

6 Нисек һеҙ көндәлек ауырлыҡтар менән көрәшеп, тормоштан ҡәнәғәтлек таба алаһығыҙ? Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә кәңәштәр эҙләп психология менән бәйле китаптарға, башҡалар төрлө белгестәрҙең хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итә. Был сығанаҡтарға ышанып буламы? Балаларҙы тәрбиәләү буйынса 42 телгә тәржемә ителгән һәм яҡынса 50 миллион тираж менән баҫтырылған китаптың авторы Бенджамин Спок былай тигән: «Ата-әсәләрҙең үҙ һүҙҙәрендә ныҡ тора алмауы... бөгөнгө көндә Америкала киң таралған проблема». Шул уҡ авторҙың һүҙҙәре буйынса, ундай хәлдең тыуыуында, күпселектә, уның һымаҡ белгестәр ғәйепле. «Беҙҙең „белдекле“ булып ҡыланыуыбыҙ ата-әсәләрҙең үҙ-үҙҙәренә ышанысын ҡаҡшатты. Әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ быны бик һуң аңланыҡ», — тип иҡрар итә ул. Шуға күрә бындай һорау тыуа: «Тормошобоҙ бөгөн дә, киләсәктә лә ҡәнәғәтлек килтерһен өсөн, беҙ кемдең кәңәштәрен ҡурҡмайынса ҡуллана алабыҙ?»