Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ БҮЛЕК

Хәҙер ҙә киләсәктә лә ҡәнәғәтлек килтергән бәхетле тормош!

Хәҙер ҙә киләсәктә лә ҡәнәғәтлек килтергән бәхетле тормош!

Алла менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереү тормоштан ҡәнәғәтлек табырға ярҙам итә

ИЗГЕ Яҙмала иҫкә алынған ғәжәп иманлы кеше — Ибраһим пәйғәмбәр уңайлы тормошон ҡалдырып, гөрләп сәскә атҡан Ур ҡалаһынан сығып киткән. Күпмелер ваҡыт ул Харран ерҙәрендә йәшәгән, ләкин ғүмеренең күпселек өлөшөн күсмә тормош менән көн күреп сатырҙарҙа үткәргән (Башланмыш 12:1—3; Илселәр 7:2—7; Еврейҙарға 11:8—10). Шулай ҙа Изге Яҙмала уның тураһында: «Ул оҙон ғүмер кисерҙе, тормошонан ҡәнәғәт булды һәм оло йәштә үлеп, ата-бабаларына ҡушылды», — тип яҙылған (Башланмыш 25:8, ЯД). Тормоштан ҡәнәғәтлек кисереп йәшәргә уға нимә ярҙам иткән һуң? Ибраһим пәйғәмбәр үлем түшәгендә үҙ ҡаҙаныштарына ҡыуанып ятҡан ҡарт кеше генә булмаған. Ғәжәп иманы өсөн ул «Йәһүәнең дуҫы» тип аталған булған (Яҡуп 2:23; Ишағия 41:8). Ысындан да, Барлыҡҡа Килтереүсе менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булыу уға тормоштан ҡәнәғәтлек табып йәшәргә ярҙам иткән.

Һеҙҙең тормошоғоҙ, Ибраһимдыҡына ҡарағанда, күберәк ҡәнәғәтлек килтерә аламы?

2 Беҙ ҙә Алла менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтерһәк, 4000 йыл элек йәшәгән Ибраһим пәйғәмбәр һымаҡ, тормоштан ҡәнәғәтлек табып бәхетле йәшәрбеҙ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, һеҙ Ғаләмде барлыҡҡа килтергән Шәхестең дуҫыһығыҙ! Был фекерҙе хатта аҡылға ла һыйҙырырға ауырҙыр. Шулай ҙа беҙ Алланың дуҫы була алабыҙ. Әммә нисек? Тәү сиратта уның тураһында белем алып, уға ҡарата яратыу үҫтерергә кәрәк (1 Көринттәргә 8:3; Галаттарға 4:9). Барлыҡҡа Килтереүсе менән яҡын мөнәсәбәттәр тормошоғоҙҙо мәғәнәле һәм бәхетле итер.

3 Йәһүә Алла Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанын ҡабул итергә теләгәндәргә бәхетле йәшәргә ярҙам иткән етәкселек биргән (Ишағия 48:17). Иҫегеҙҙәме, Әҙәм нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәнен үҙе хәл итергә теләп, Аллаға ҡаршы сыҡҡан. Йәһүә үҙ Улының йолом ҡорбаны ярҙамында кешелеккә гонаһ менән үлем ҡоллоғонан азат ителергә мөмкинселек бирһә лә, һәр кеше был йоломдо үҙе ҡабул итергә тейеш һәм бүтән яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын үҙе билдәләргә тейеш түгел. Ғайсаның йолом ҡорбанын ҡабул итеүселәр өсөн Алланың ҡанундарына һәм принциптарына буйһоноу зарур.

«Зинһар, миңә үҙ юлдарыңды асып бирсе»

4 Изге Яҙманы өйрәнеп һәм ундағы принциптарҙы ҡулланып һеҙ, һис шикһеҙ, Алланың яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларының ҡиммәтлегенә инанырһығыҙ (Мәҙхиә 19:7—9). Муса пәйғәмбәр һымаҡ һеҙ ҙә Аллаға: «Әгәр ҙә мин һинең хуплауыңа лайыҡ булғанмын икән, һине белер өсөн һәм артабан да һинең хуплауыңа лайыҡ булыр өсөн, зинһар, миңә үҙ юлдарыңды асып бирсе», — тигән һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итергә теләрһегеҙ (Сығыш 33:13; Мәҙхиә 25:4). Изге Яҙмалағы принциптар беҙгә бөгөн — «айырыуса ауыр ваҡыттарҙа» — ҡыйынлыҡтар менән көрәшергә ярҙам итә (2 Тимутегә 3:1). Шулай итеп, һеҙҙең Йәһүә Аллаға ҡарата рәхмәт тойғоһо артасаҡ, һәм уны яҡшыраҡ белергә, уның менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытырға теләгегеҙ үҫәсәк.

5 Ибраһим оло йәшкә етеп, «тормошонан ҡәнәғәт булып» үлгән. Ләкин үлем арҡаһында кешенең ғүмере һаман да бик ҡыҫҡа булып ҡала. Ниндәй генә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәр беребеҙҙең тыумыштан уҡ оҙағыраҡ йәшәү теләге бар. Был юҡҡа ғына түгел. Изге Яҙмала: «[Алла] кешеләрҙең күңеленә мәңгелек һалған. Шулай ҙа улар Алланың эштәрен башынан аҙағына тиклем һис ҡасан аңлап бөтөрә алмаясаҡ», — тип әйтелә (Вәғәзсе 3:11). Хатта мәңге йәшәп тә, беҙ Алланың иҫ киткес эштәренә бер ҡасан да тулыһынса төшөнөп бөтә алмаясаҡбыҙ. Эйе, Йәһүәнең иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғәжәп эштәрен күҙәтеп, өйрәнеп, уларға мәңге һоҡланып була! (Мәҙхиә 19:1—4; 104:24; 139:14)

6 Әгәр киләсәктәге тормошоғоҙ бөгөнгө ауырлыҡтар менән тулы булһа, һеҙҙе, бәлки, мәңгелек тормош бер нисек тә ҡыҙыҡтырмаҫ ине. Ләкин был һеҙҙе борсорға тейеш түгел. Инжилдә ошондай вәғәҙә яҙылған: «Беҙ, Алла вәғәҙәһе буйынса, ғәҙеллек хакимлыҡ итә торған яңы күктәрҙе һәм яңы ерҙе көтөп йәшәйбеҙ» (2 Петер 3:13). «Яңы күктәр» тигән һүҙҙәр бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк күктәге яңы хөкүмәтте, йәғни Алла Батшалығын аңлата. «Яңы ер» иһә Алла Батшалығына буйһоноп йәшәгән яңы кешелек йәмғиәтен аңлата. Ошо вәғәҙәләрҙе тормошҡа ашырыр өсөн, Алла тиҙҙән «ерҙе һәләк итеүселәрҙе» юҡ итәсәк (Асылыш 11:18; 2 Петер 3:10).

7 Әммә был ҡасан буласаҡ? «Донъя төҙөлөшөнөң үҙ ахырына яҡынлашыуы» тураһында әйткәндә, Ғайса Мәсих халыҡтар араһында һуғыштар, «урыны-урыны менән көслө ер тетрәүҙәр... аслыҡ һәм ауырыуҙар» булырын һәм «ҡанунһыҙлыҡтың артыуын» пәйғәмбәрлек иткән (Маттай 24:3—13; Лука 21:10, 11; 2 Тимутегә 3:1—5). Һуңынан ул дауам итеп былай тигән: «Шундай хәлдәрҙең тыуыуын күргәндә, Алла Батшалығының яҡынлашыуын белегеҙ» (Лука 21:31). Эйе, Алланың яуыздарҙы юҡ итәсәк ваҡыты бик тиҙ яҡынлашып килә.

8 «Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнө» тамамланғандан һуң — Алланың ерҙәге бөтә яуызлыҡты юҡ итеүенән һуң — бөтөн ер йөҙө ожмахҡа әйләнәсәк (Асылыш 16:14, 16; Ишағия 51:3). Шунда «тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Мәҙхиә 37:29). Ә үлгән кешеләр менән нимә буласаҡ? «Быға ғәжәпләнмәгеҙ, — тигән Ғайса Мәсих, — сөнки ваҡыт яҡынлашып килә, һәм шул ваҡытта, уның тауышын ишетеп, ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһе сығасаҡ; яҡшылыҡ ҡылғандар — йәшәү өсөн, ә боҙоҡлоҡ ҡылғандар хөкөм ителеү өсөн терелеп торасаҡ» (Яхъя 5:28, 29, ЯД). Йәһүә һәр айырым кеше менән ҡыҙыҡһына, шунлыҡтан ул үлем йоҡоһона талған кешеләрҙе терелтергә теләй. Кешеләрҙән айырмалы рәүештә, Барлыҡҡа Килтереүсе кешенең һәр бер үҙенсәлеген иҫендә тотоу һәләтенә эйә. Ул һәр йолоп алынған кешене терелтәсәк. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, һеҙҙең үлгән яҡындарығыҙ менән ожмахта осрашырға өмөтөгөҙ бар!

9 Ожмахта тормош ниндәй буласаҡ? Бөтә ер йөҙөндә Барлыҡҡа Килтереүсене берҙәмлектә данлаған бәхетле кешеләр йәшәйәсәк. «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ» (Ишағия 33:24; 54:13). Бер кем дә һаулыҡҡа зыян килтергән стрестан, эмоциональ һәм психик ауырыуҙарҙан интекмәйәсәк. Ризыҡ мул буласаҡ. Һәр бер кеше Алла хуплаған һәм ҡәнәғәтлек килтергән эш менән шөғөлләнәсәк (Мәҙхиә 72:16; Ишағия 65:23). Кешеләр бер-береһе менән, хайуандар менән татыулыҡта йәшәйәсәк, ә иң мөһиме «Алла менән тыныс мөнәсәбәттәрҙә» буласаҡ (Римлыларға 5:1; Мәҙхиә 37:11; 72:7; Ишағия 11:6—9).

10 Буласаҡ ожмахта йәшәр өсөн һәм тормоштан ысын ҡәнәғәтлек кисерер өсөн нимә эшләргә кәрәк? Ғайса Мәсих: «Мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, һинең турала — берҙән-бер хаҡ Алла тураһында һәм һин ебәргән Ғайса Мәсих тураһында белем алырға кәрәк», — тигән (Яхъя 17:3, ЯД). Шуға күрә артабан да Йәһүә Алла һәм Ғайса Мәсих тураһында белем алып, Алланың һеҙҙән нимә талап иткәнен белергә тырышығыҙ. Шул ваҡытта һеҙ Алла илтифатына эйә булып, тормоштан ысын ҡәнәғәтлек табып йәшәрһегеҙ.