Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ БҮЛЕК

Ышаныслы етәкселек биргән китап

Ышаныслы етәкселек биргән китап

«ИЗГЕ Яҙмаға тиң китап юҡ, сөнки унда кешелек мәҙәниәте, тәжрибәһе тупланған», — тип әйтелә Ҡытай университеты тарафынан баҫтырылған бер журналда. XVIII быуатта йәшәгән абруйлы фәлсәфәсе Иммануил Кант иһә былай тигән: «Изге Яҙма — кешелек йәмғиәте эйә булған байлыҡтарҙың иң ҙурыһы. Уның әһәмиәтен кәметергә тырышыу... әҙәм затына ҡаршы енәйәт ул». Бер энциклопедияла әйтелгәнсә, «Изге Яҙманың тәьҫире христиандар һәм йәһүдтәр менән генә сикләнмәй... Бөгөн был китап этик һәм дини хазина тип иҫәпләнә һәм был хазинаның бөтмәҫ тәғлимәттәре киләсәктә тағы ла юғарыраҡ баһаланасаҡ».

2 Һеҙ был китап менән танышырға теләр инегеҙме? XX быуаттың аҙағына Изге Яҙма тулыһынса йә өлөшләтә 2500-ҙән артыҡ телгә тәржемә ителгән. Ер шарында йәшәгән кешеләрҙең һәр береһе тиерлек уны үҙе аңлаған телдә уҡый ала. Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, матбуғат барлыҡҡа килгәндән бирле бөтөн донъяла яҡынса 6 миллиард дана Изге Яҙма китабы таратылған.

3 Изге Яҙма китабығыҙ булһа, зинһар, йөкмәткеһенә күҙ һалығыҙ. Һеҙ унда китаптарҙың исемдәрен күрерһегеҙ, беренсе китап — Башланмыш, һуңғыһы — Асылыш. Изге Яҙма — 66 китаптан торған йыйынтыҡ, уны 40-ҡа яҡын кеше яҙған. Изге Яҙманың 39 китаптан торған беренсе өлөшө, йәғни Тәүрат, Зәбур, пәйғәмбәрҙәр китаптары, күбеһенсә еврей телендә яҙылған. Ә 27 китаптан торған икенсе өлөшө, йәғни Инжил, Ғайса Мәсих шәкерттәре тарафынан грек телендә яҙылған. Изге Яҙма 1600 йыл дауамында яҙылған (б. э. т. 1513 йылдан б. э. 98 йылына ҡәҙәр). Уны яҙған кешеләр бер-береһе менән кәңәшләшер өсөн бер ҡасан да бергә йыйылмаған. Бынан тыш, Изге Яҙманың ҡайһы бер китаптары бер осорҙа яҙылған булһа ла, уларҙы яҙған кешеләр бер-береһенән меңләгән саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән. Быға ҡарамаҫтан, Изге Яҙманың китаптары бер-береһенә ҡаршы килмәй һәм бөтә Яҙма аша «ҡыҙыл еп» булып бер төп тема үтә. Шуныһы ғәжәпләндерә: 16 быуат дауамында төрлө дәүерҙәрҙә йәшәгән 40 ир-ат шундай китапты нисек яҙа алған һуң?

Алла «төньяҡ күк йөҙөн бушлыҡ өҫтөнән йәйгән, һәм ерҙе булмаған нәмәгә элеп ҡуйған»

4 Изге Яҙма 1900 йыл элек яҙылып бөткән булһа ла, ул бөгөн дә күп кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итә. Мәҫәлән, б. э. т. XV быуатта яҙылған Әйүп китабына иғтибар итәйек. Әйүп 26:7-лә былай тип яҙылған: «Ул [Алла] төньяҡ күк йөҙөн бушлыҡ өҫтөнән йәйгән, һәм ерҙе булмаған нәмәгә элеп ҡуйған». Ә хәҙер б. э. т. VIII быуатта яҙылған Ишағия 40:22-ге һүҙҙәргә иғтибар итәйек: «Ер түңәрәгенән өҫтә Алла йәшәй, ерҙә йәшәүселәр уның алдында сиңерткәләр һымаҡ. Ул күкте йоҡа туҡыманы йәйгәндәй йәйә, уны сатырҙы ҡорғандай ҡора». Изге Яҙманың был ике өҙөгөн уҡығанда, һеҙ, бәлки, йыһан киңлегендә эленеп торған шарға оҡшаш нәмәне күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙҙер. Һеҙ ер шарын йыһан караптарынан төшөрөлгән фотоларҙан күргәнһегеҙҙер. Ләкин боронғо замандарҙа йәшәгән кешеләр фәнни яҡтан шундай теүәл һығымталарға нисек килә алған һуң?

5 Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмаға ҡағылышлы тағы бер һорауҙы ҡарап сығайыҡ. Ул тарихи яҡтан теүәлме? Ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙманы тарихҡа нигеҙләнмәгән риүәйәттәр йыйынтығы ғына тип уйлай. Мәҫәлән, Исраил батшаһы Дауыт күптәргә билдәле. Әммә элек уның тураһында тик Изге Яҙманан ғына белеп булған. Тарихсыларҙың күпселеге Дауытты ысынбарлыҡта йәшәгән шәхес тип иҫәпләһә лә, ҡайһы бер скептиктар уны йәһүд пропагандистары тарафынан уйлап сығарылған риүәйәттәр ҡаһарманы тип һанай. Ләкин факттар нимәне күрһәтә?

«Дауыт йорто» тип яҙылған таш

6 1993 йылда Дан тип аталған боронғо Исраил ҡалаһының емереклектәре араһында «Дауыт йорто» тип яҙылған таш табылған. Был таш емерелгән һәйкәлдең өлөшө. Уны б. э. т. IX быуатта исраил дошмандары үҙ еңеүҙәренә бағышлап ҡуйған булған. Шулай итеп, Дауыт тураһында Изге Яҙманан тыш мәғлүмәт табылған! Был табылдыҡ нимәне аңлатҡан? Тель-Авив университетының профессоры Исраэль Финкельштайн былай тип әйткән: «Дауытты иҫкә алған яҙыуҙың табылыуы менән, Изге Яҙманы нигеҙһеҙ инҡар итеү күҙ асып йомған арала юҡҡа сыҡҡан». Күп йылдар дауамында Палестинала ҡаҙыу эштәрен башҡарған профессор-археолог Уильям Олбрайт: «Һәр яңы табылдыҡ Изге Яҙмалағы күп һанлы нескәлектәрҙең дөрөҫлөгөн иҫбатлай һәм уның, тарихи документ булараҡ, ҡиммәтлеген арттыра», — тигән. Нисек был боронғо китап риүәйәттәр менән эпик поэмаларҙан айырмалы рәүештә, тарихи яҡтан шул тиклем теүәл була ала? Әммә Изге Яҙмаға ҡарата ышанысыбыҙҙы нығытҡан дәлилдәр бының менән генә сикләнмәй.

Александр Македонский төшөрөлгән тәңкә

7 Изге Яҙма — пәйғәмбәрлектәр китабы (2 Петер 1:20, 21). «Пәйғәмбәрлек» тигән һүҙҙе ишеткәндә, уйығыҙға ялған пәйғәмбәрҙәрҙең тормошҡа ашмаған вәғәҙәләре килергә мөмкин. Әммә, әйҙәгеҙ, кире мөнәсәбәттәрҙе ситтә ҡалдырайыҡ та, Изге Яҙманы асып, Данил китабының 8-се бүлегенә иғтибар итәйек. Данил пәйғәмбәргә бындай күренеш бирелгән: ҙур мөгөҙлө, оҙон ҡуйы йөнлө кәзә тәкәһе ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе менән көрәшкәндә еңеп сыға. Һуңыраҡ кәзә тәкәһенең ҙур мөгөҙө һына ла, уның урынына дүрт мөгөҙ үҫеп сыға. Был күренеш нимә аңлата? Данилға артабан былай тиелгән: «Һин күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе — Ми́дия һәм Фарсы́ батшалары. Оҙон ҡуйы йөнлө кәзә тәкәһе — Греция батшаһы, ике күҙе араһындағы ҙур мөгөҙө иһә — уның беренсе батшаһы. Шул мөгөҙҙөң һыныуы һәм урынына дүрт мөгөҙҙөң сығыуы уның халҡынан дүрт батшалыҡ сығасағын аңлата, ләкин улар уның кеүек үк ҡеүәтле булмаясаҡ» (Данил 8:3—22).

«Һәр яңы табылдыҡ Изге Яҙмаларҙағы күп һанлы нескәлектәрҙең дөрөҫлөгөн иҫбатлай һәм уның, тарихи документ булараҡ, ҡиммәтлеген арттыра» (профессор Уильям Олбрайт)

8 Был пәйғәмбәрлек үтәлгәнме? Данил китабының яҙылыуы яҡынса б. э. т. 536 йылда тамамланған. 180 йыл үткәс, б. э. т. 356 йылда Александр Македонский тыуған. Ул Фарсы империяһын яулап алған. Пәйғәмбәрлектә әйтелгән «оҙон ҡуйы йөнлө» кәзә тәкәһенең «ҙур мөгөҙө» Александр Македонский булған. Йәһүд тарихсыһы Иосиф Флавий яҙғанса, Александр Македонский Фарсы империяһын яулап алыр алдынан Иерусалимға ингәндә, уға Данил китабын күрһәткәндәр. Ул бындай һөҙөмтәгә килгән: пәйғәмбәрлектә яҙылған һүҙҙәр уның Фарсы империяһына ҡаршы сығыуын аңлата. Бынан тыш, тарих дәреслектәренән дә Александр Македонскийҙың үлеменән һуң (б. э. т. 323 йыл) уның империяһы менән нимә булғанын белеп була. Ахыр сиктә, империя дүрт ғәскәр башлығының ҡулына күскән һәм б. э. т. 301 йылда «ҙур мөгөҙ» урынына үҫеп сыҡҡан «дүрт мөгөҙ» империяны дүрт батшалыҡҡа бүлгән. Нисек инде китап 200 йылдан һуң буласаҡ ваҡиғаларҙы шул тиклем теүәл һәм асыҡ рәүештә алдан әйтә алған?

9 Был һорауға Изге Яҙма үҙе яуап бирә: «Бөтә Яҙма Алла тарафынан рухландырылған һәм... файҙалы» (2 Тимутегә 3:16). Алла изге рухы ярҙамында 40 пәйғәмбәрҙең аҡылына үҙ фекерҙәрен һалып, Изге Яҙманы яҙҙырған. Был бүлектә фән, тарих һәм пәйғәмбәрлектәр менән бәйле миҫалдарҙы ҡарап сығып, беҙ берҙән-бер һөҙөмтәгә киләбеҙ: Изге Яҙманың авторы кеше түгел, уның авторы — Алла. Әммә бөгөн күп кешеләр Алланың барлығына шикләнә. Ә һеҙ?