Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ БҮЛЕК

Тормоштан ҡәнәғәтлек табырға ярҙам иткән кәңәштәр

Тормоштан ҡәнәғәтлек табырға ярҙам иткән кәңәштәр

АУЫРЛЫҠТАР тыуғанда, һеҙ кәңәштәрҙе ҡайҙан эҙләйһегеҙ? Бәлки, һеҙ ышаныслы дуҫығыҙға йәки берәй тәжрибәле кешегә мөрәжәғәт итәһегеҙҙер. Кәңәштәрҙе шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан, мәҫәлән, Интернеттан табып була. Ҡайһы берәүҙәр иһә «ололар һүҙенә» ҡолаҡ һала. Кәңәштәрҙе ҡайҙан ғына эҙләһәк тә, ауырлыҡтарҙы хәл итергә ярҙам иткән аҡыллы һүҙҙәр өҫтөндә уйланып алыу яҡшы булыр. Түбәндә әйтеп кителгән шундай аҡыллы һүҙҙәр һеҙгә файҙа килтерер тип ышанабыҙ.

«Баланы тәрбиәләп, дөрөҫ юлға баҫтыр»

2 Ғаилә тормошо. Бөгөн күп кенә ата-әсәләр, балаларҙы был боҙоҡ донъяла нисек тәрбиәләргә икән, тип борсола. Ундай ата-әсәләргә бындай кәңәш ярҙам итер: «Баланы тәрбиәләп, дөрөҫ юлға баҫтыр. Ул ҡартайғас та, унан ситкә тайпылмаҫ» 1. Балалары үҫә барған һайын, ата-әсәләргә уларҙы «дөрөҫ юлға» баҫтырырға, йәғни әхлаҡи нормалар менән таныштырырға кәрәк. Бөгөн белгестәрҙең күбеһе, балалар өсөн файҙалы ҡағиҙәләр урынлаштырыу үтә мөһим, тигән фекергә килә. Ғаиләлә аҡыллы ҡағиҙәләр булғанда, балалар үҙҙәрен яҡлаулы тоя. Бынан тыш, «сыбыҡ менән шелтә аҡыллылыҡ бирә, ә тәрбиәһеҙ ҡалдырылған бала әсәһен хурлыҡҡа төшөрә» 2. Бында «сыбыҡ» тигән һүҙ ата-әсәләрҙең яратыу менән тәрбиәүи саралар күреүен аңлата. Әммә ата-әсәләрҙең бындай хакимлығы балаларҙы мыҫҡылларға хоҡуҡ бирмәй. Шуға күрә ата-әсәләргә: «Аталар, балаларығыҙ бойоҡмаһын өсөн, уларҙы ярһытмағыҙ» 3, — тигән кәңәш бирелә.

«Һәр берегеҙ үҙ ҡатынын үҙен яратҡандай яратһын»

3 Һәр бәхетле ғаиләнең нигеҙендә ир менән ҡатын араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәр ята. Ундай мөнәсәбәттәрҙе үҫтерер өсөн, нимә эшләргә кәрәк? Механизм яҡшы эшләһен өсөн, уны майлап торорға кәрәк, ә ғаиләлә яҡшы мөнәсәбәттәр булһын өсөн, яратыу менән хөрмәт күрһәтеү мөһим. Бындай һүҙҙәргә иғтибар итәйек: «Һәр берегеҙ үҙ ҡатынын үҙен яратҡандай яратһын, ә ҡатын үҙ ирен тәрән хөрмәт итһен» 4. Был кәңәш файҙа килтерһен өсөн, асыҡ аралашыу бик мөһим, сөнки «ышаныслы һәйләшеү булмаһа, ниәттәр тарҡала» 5. Аралашыу эскерһеҙ булһын өсөн, беҙгә тормош иптәшебеҙҙең тәрән хистәрен һәм уның бөтә эске кисерештәрен аңларға кәрәк. Шуны иҫтә тотоу аҡыллы булыр ине: «Кеше күңелендәге уй-ниәттәр — тәрән һыуҙар ул, ләкин зирәк аҡыллы кеше уларҙы һоҫоп ала белә» 6.

Ыңғай ҡараш һаҡлағыҙ һәм кешеләр менән йылы мөнәсәбәттәрҙә булырға тырышығыҙ

4 Күптән түгел генә ата-әсәләргә ихтирам күрһәтеү тәбиғи булған. Ләкин хәҙер ҡайһы бер илдәрҙә балалар ата-әсәләрен ҡартайған көндәрендә ярҙамһыҙ ҡалдыра. Шуның арҡаһында бөгөн күп кенә оло йәштәгеләр үҙҙәрен япа-яңғыҙ итеп тоя. Шуға күрә балаларға: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» 7, «әсәйең ҡартайһа ла, уны ихтирам ит» 8, «атаһын йәберләүсе һәм әсәһен ҡыуып ебәреүсе улан оятһыҙ һәм намыҫһыҙ эш итә» 9, — тигән һүҙҙәр өҫтөндә уйланыу яҡшы булыр. Ләкин ата-әсәләргә үҙҙәренә лә ыңғай ҡараш һаҡлар өсөн һәм башҡалар менән йылы мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк. Эйе, «башҡаларҙан ситләшеүсе кеше үҙ теләктәре хаҡында ғына уйлай һәм аҡыллылыҡты кире ҡаға» 10.

5 Иҫерткес эсемлектәр. Кемдер шуның менән ризалашыр: «Шарап тормошто күңелле итә» 11 һәм кешегә «ғазаптарын бүтән иҫкә» 12 төшөрмәҫкә ярҙам итә. Ләкин онотмағыҙ: «Шарап мыҫҡыл итеүсән, иҫерткес эсемлек ҡоторонҡо; улар арҡаһында юлдан яҙған кеше аҡылһыҙ» 13. Сама белмәүҙең нимәгә килтергәне тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ: «Ахырҙа ул [шарап] йыландай сағыр, ҡара йылан һымаҡ ағыуын ебәрер. Күҙҙәреңә сәйер нәмәләр күренер, күңелеңә аҙғын уйҙар килер... „Уянғас, тағы ла эсергә эҙләрмен“, — тиерһең» 14. Эйе, ҡайһы бер иҫерткес эсемлектәр файҙа килтерергә мөмкин, әммә самаһыҙ эсеүҙән тыйылырға кәрәк.

6 Аҡса менән эш итеү. Аҡса менән дөрөҫ эш итә белеү күп осраҡтарҙа матди ауырлыҡтарҙан ҡасырға ярҙам итә. Бындай кәңәшкә иғтибар итәйек: «Күп шарап эскән һәм кәрәгенән артыҡ ит ашаған кешеләр араһында булма. Сөнки эскесе һәм бирән бөлгөнлөккә төшөр, йоҡомһорау уларҙы иҫке-моҫҡоға кейендерер» 15. Әгәр наркотиктарҙы ҡулланыуҙан, иҫерткес эсемлектәрҙе самаһыҙ эсеүҙән һәм ҡомарлы уйындар уйнауҙан ҡасһағыҙ, аҡсаны ғаилә файҙаһына ҡулланып булыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә кешеләр аҡса менән дөрөҫ эш итә белмәгәнгә, бурыстарын түләр өсөн көнө-төнө эшләргә мәжбүр. Ә ҡайһы берәүҙәр бер кредиттың проценттарын түләр өсөн икенсе кредит ала. Шуға күрә: «Буш нәмәләр артынан ҡыуып йәшәүсе бөлгөнлөк упҡынына төшөр» 16 — тигән аҡыллы һүҙҙәрҙе иҫтә тотоу яҡшы булыр. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мин һатып алырға йыйынған әйберҙәр миңә ысындан да кәрәкме? Күпме бер-ике тапҡыр ғына ҡулланылған әйберҙәр хәҙер саң йыйып ята?» Бер журналист: «Кешенең ихтыяждары күп түгел, ә теләктәре — сикһеҙ», — тип яҙған. Бындай тәрән фекергә иғтибар итегеҙ: «Беҙ бит был донъяға һис нәмә алып килмәнек, һис нәмә алып та китә алмайбыҙ. Шунлыҡтан ризыҡ һәм кейем-һалым менән йәшәү урыныбыҙ булһа, шуға ҡәнәғәт булайыҡ... Һәр ҡайһы яуызлыҡтың тамыры — аҡса яратыу бит. Ҡайһы берәүҙәр, быға бирелеп... үҙҙәрен күп ғазаптар менән яралағандар» 17.

7 Аҡса менән бәйле ауырлыҡтарҙы хәл иткәндә, тырышлыҡтар һалмайынса булмай. «Эй ялҡау, ҡырмыҫҡа янына бар, уның эштәренә ҡарап, аҡыллылыҡҡа өйрән... Тағы бер аҙ йоҡлап, бер аҙ йоҡомһорап алһаң, ҡул ҡаушырып бер аҙ ял итһәң, ярлылыҡ — юлбаҫарҙай... килеп етер» 18. Шулай уҡ яҡшы планлаштырыу һәм аҡыллы бюджет төҙөү ярҙам итә ала: «Берегеҙ манара ҡорорға теләй икән, ул уны ҡорорға етерлек аҡсаһы бармы икәнен белеү өсөн, башта уның күпмегә төшәсәген хисапларға ултырмаймы ни?» 19

«Үҙ эшендә оҫта кешене күргәнең бармы?»

8 Ярлы булыуыбыҙҙа беҙҙең ғәйебебеҙ булмаҫҡа ла мөмкин. Мәҫәлән, тырышып эшләргә әҙер булһаҡ та, иҡтисади көрсөк арҡаһында эш таба алмайынса интегеүебеҙ ихтимал. Ә, бәлки, беҙҙең илебеҙҙә күпселек кеше саҡ осон осҡа ялғап көн күрәлер. Шул саҡта нимә эшләргә? «Аҡыллылыҡ та, аҡса ла яҡлау бирә. Ләкин белем менән аҡыллылыҡтың өҫтөнлөгө шунда: улар үҙ эйәһенең ғүмерен һаҡлай» 20. Бынан тыш, ошо һүҙҙәр тураһында ла уйлап ҡарағыҙ: «Үҙ эшендә оҫта кешене күргәнең бармы? Ул ябай кешеләр алдында түгел, ә батшалар алдында торор» 21. Ҡайһы бер һөнәргә өйрәнеү эш табыуҙы еңеләйтә. Бәлки, һеҙгә лә яңы һөнәр үҙләштереү тураһында уйлап ҡарарғалыр?

«Бирегеҙ, үҙегеҙгә лә бирелер»

9 Башҡа бер кәңәш сәйер булып күренһә лә, ысынында ярҙам итә ала: «Бирегеҙ, үҙегеҙгә лә бирелер... Һеҙгә үҙегеҙ үлсәгән үлсәм менән үлсәп бирерҙәр» 22. Был файҙа алыу ниәте менән биреүҙе аңлатмай. Киреһенсә, беҙ йомарт булырға саҡырылабыҙ: «Йомарт кеше муллыҡҡа ирешер, башҡаларҙы нығытыусы үҙе лә нығытылыр» 23. Ҡыйын ваҡыттарҙа мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙһаҡ, иртәме-һуңмы был үҙебеҙгә лә файҙа килтерер.

10 Башҡалар менән мөнәсәбәттәр. Бер аҡыллы батша былай тигән: «Мин шуны күрҙем: бер-береһенән уҙҙырыу теләге кешеләрҙе күп тырышлыҡ һалырға һәм хеҙмәттәрендә оҫта булырға этәрә. Был да буш нәмә һәм ел артынан ҡыуыу ғына» 24. Ысынлап та, ярыш рухы кешеләрҙе дыуамал эштәргә этәрә. Кеше күршеһенең 32 дюймлы телевизорын күреп, хатта 27 дюймлы телевизоры яҡшы эшләһә лә, үҙенә 36 дюймлыһын ала. Эйе, ысындан да буш нәмә! Ризалашырһығыҙҙыр, ундай кеше елде ҡыуып етергә тырышҡан кешегә оҡшаш.

Асыуҙы нисек баҫып була?

11 Берәй кемдең һүҙҙәре беҙҙе рәнйетергә мөмкин. Ләкин, әйҙәгеҙ, бындай кәңәшкә иғтибар итәйек: «Үпкәләргә ашыҡма, сөнки үпкә тотоу аҡылһыҙҙар күңелендә оялай» 25. Әлбиттә, ҡайһы саҡта асыу килеүгә етди сәбәп булырға мөмкин. «Ярһыһағыҙ ҙа, гонаһ ҡылмағыҙ; асыуығыҙ ҡояш байығансы баҫылһын» 26 — тип әйткән боронғо заманда йәшәгән бер яҙыусы. Әммә көслө асыуҙы нисек баҫырға? «Төшөнә белеү кешенең асыуын баҫа, үпкә тотмау уны күркәм итә» 27. Аҡыллылыҡ менән эш итеү мөһим. Үҙебеҙгә бындай һорауҙар биреү яҡшы булыр ине: «Ни өсөн ул шулай эшләгән икән? Мин уны берәй нисек аҡлай алыр инемме?» Асыуҙы баҫыр өсөн, аҡыллылыҡ менән эш итеүҙән тыш, башҡа сифаттар ҙа үҫтерергә кәрәк. «Кейем кейгәндәй, наҙлы хистәр һәм ҡыҙғаныу, игелек, тыйнаҡлыҡ, йыуашлыҡ һәм сабырлыҡты кейегеҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата сабыр булығыҙ һәм бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән кисерегеҙ. Хатта һеҙҙе берәйһе рәнйетһә лә, шулай эшләгеҙ... Быларға өҫтәп, кейем кейгәндәй, яратыуҙы кейегеҙ, сөнки ул кешеләрҙе тулыһынса берләштерә» 28. Эйе, кешеләр араһындағы көсөргәнешлектәрҙе тик мөхәббәт кенә йомшарта ала.

12 Ләкин тыныс мөнәсәбәттәргә ирешергә ҡамасаулаған бер кәртә бар. Был — тәндең бәләкәй генә ағзаһы — тел. Ысындан да: «Телде бер кеше лә буйһондора алмай. Ул тыйылғыһыҙ, зәһәр һәм үлтергес ағыу менән тулы» 29, — тигән һүҙҙәр хаҡ. Өҫтәүенә, бындай кәңәш тә иғтибарға лайыҡ: «Һәр кем тыңларға әҙер булһын, һөйләргә һәм ярһырға иһә ашыҡмаһын» 30. Телде ҡулланыу тураһында әйткәндә, яһалма тыныслыҡ булдырыр өсөн, ярым-ярты дөрөҫлөктө әйтеүҙән ҡасырға кәрәк: «„Эйе“ тигәнегеҙ „эйе“ булһын, „юҡ“ — „юҡ“ булһын, ә бынан артыҡ һәммәһе Яуыздан була» 31.

13 Нисек беҙ кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлай алабыҙ? Ошондай файҙалы кәңәшкә иғтибар итәйек: «Үҙегеҙ тураһында ғына түгел, ә башҡалар тураһында ла уйлап йәшәгеҙ» 32. Шулай эшләһәк, беҙ «алтын» ҡағиҙә тип аталған ҡанун буйынса йәшәрбеҙ: «Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүҙәрен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ» 33.

14 Стресс. Стресс менән тулы донъяла күңел тыныслығын нисек һаҡларға? «Шатлыҡлы күңел көләс йөҙлө итә, ә йөрәк әрнеүе рухты һындыра» 34. Башҡалар беҙ дөрөҫ тип тапҡан нәмәләрҙе иҫәпкә алмағанда, «шатлыҡлы күңелде» еңел генә юғалтыуыбыҙ ихтимал. Шулай ҙа беҙгә: «Артыҡ тәҡүә булма һәм үҙеңде артыҡ аҡыллы итеп күрһәтмә. Ниңә һиңә үҙ-үҙеңде харап итергә?» 35 — тигән һүҙҙәрҙе иҫтә тоторға кәрәк. Бынан тыш, беҙ тормош ауырлыҡтары менән дә осрашабыҙ. Ул саҡта нимә эшләргә? Беҙ үҙебеҙҙе нығыта алған һүҙҙәр тураһында уйлана алабыҙ, сөнки: «Борсолоуҙар кешенең күңелен төшөрә, ә яҡшы һүҙ күңелен күтәрә» 36. Тормошҡа ыңғай ҡараш, күңел төшөнкөлөгөнә килтергән шарттарға ҡарамаҫтан, беҙгә шифалы тәьҫир итә: «Шат йөрәк — яҡшы дауа ул, ә рух төшөнкөлөгө кешене хәлһеҙләндерә» 37. Бер кемдең дә беҙҙә ҡайғыһы юҡ, тип тойолһа, һәм бының арҡаһында беҙ бойоғоп китһәк, билдәле бер хәҡиҡәтте иҫкә төшөрөү аҡыллы булыр: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» 38. Стресс менән осрашҡанда ыңғай ҡараш һаҡлаһаҡ, беҙ йән тыныслығын юғалтмаҫбыҙ.

15 Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, юғарыла әйтеп кителгән аҡыллы һүҙҙәр беҙгә — XXI быуатта йәшәгән кешеләргә — ярҙам итә аламы? Улар иң боронғо китаптарҙың береһендә — Изге Яҙмала яҙылған. Бәлки, һеҙ: «Ниңә кәңәштәрҙе Изге Яҙманан эҙләргә кәрәк? Аҡыллылыҡ сығанаҡтары былай ҙа күп бит», — тиерһегеҙ. Сәбәптәрҙең береһе — Изге Яҙмалағы принциптарҙың ваҡыт һынауын үтеүе. Бер ғаиләнең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Элек Ясухиро менән Каёко ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш алып барған. Каёко Ясухиронан ауырға ҡалғанға, улар өйләнешкән. Ләкин ваҡыт уҙғас, аҡса менән бәйле ҡыйынлыҡтар тыуғанға һәм холоҡтары менән тура килмәүҙәре арҡаһында улар айырылышҡан. Һуңынан бер-береһенән айырым рәүештә, улар Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Улар бер-береһендә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күреп, икенсе тапҡыр никахлашҡан. Әлбиттә, Ясухиро менән Каёко һаман да тормош ауырлыҡтары менән осраша, ләкин хәҙер Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланып, улар бер-береһенә юл ҡуйырға өйрәнә. Йәһүә шаһиттарының миҫалдарынан Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу ниндәй иҫ киткес һөҙөмтәләргә килтергәнен күреп була. Беҙ һеҙҙе Йәһүә шаһиттарының йыйылыш осрашыуҙарына килеп, Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәргә тырышҡан кешеләр менән танышырға саҡырабыҙ.

16 Өҫтә килтерелгән кәңәштәр аҡыллылыҡ сығанағының өлөшө генә. Ундай аҡыллылыҡ төпһөҙ хазинала, Изге Яҙмала, һаҡлана. Бына ни өсөн Йәһүә шаһиттары Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе тормоштарында ҡулланып йәшәй. Шуға күрә беҙ һеҙҙе лә Изге Яҙма китабы менән танышырға дәртләндерәбеҙ.