4-СЕ ҺОРАУ
Бар тереклек бер ата-бабанан килеп сыҡҡанмы?
Дарвин фекеренсә, Ерҙәге бар тереклек бер ата-бабанан килеп сыҡҡан һәм уның үҫеш тарихы ғәйәт ҙур бер ағасҡа оҡшаш. Һуңыраҡ ғалимдар, иң тәүге ябай күҙәнәктәр ошо «тормош ағасының» олоно булып тора, тип уйлаған. Олондан биологик төрҙәрҙе аңлатҡан ботаҡтар үҫеп сыҡҡан. Был ботаҡтар, хайуандар һәм үҫемлектәр ғаиләләрен булдырып, бәләкәйерәк ботаҡтарға бүленгән. Ә уларҙан тағы ла бәләкәйерәк ботаҡтар — бөгөнгө көндә булған бөтә үҫемлектәр һәм хайуандар төрҙәре үҫеп сыҡҡан. Әммә был ысынлап та шулаймы?
Күп кенә ғалимдар нимә ти? Улар фекеренсә, палеонтологик йылъяҙма бөтә тереклектең бер ата-бабанан килеп сыҡҡанын раҫлай. Бар тере организмдарҙа ла бер үк «компьютер программаһы», йәғни ДНК бар икән, тимәк, уларҙың ата-бабаһы ла бер үк, тип әйтә улар.
Изге Яҙмала нимә әйтелә? Башланмыш китабында әйтелгәнсә, диңгеҙҙәге йән эйәләре, хайуандар, һауалағы ҡоштар, ер өҫтөндәге тереклек һәм үҫемлектәр һәр береһе үҙ төрөнә ҡарап булдырылған (Башланмыш 1:12, 20—25). Был шуны аңлата: «төр» эсендә бер аҙ үҙгәрештәр булған хәлдә лә, бер төр икенсеһенән ап-асыҡ айырылып тора. Тимәк, Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереү тураһындағы хәбәр бындай һығымтаға килергә ярҙам итә: тереклектең яңы төрҙәре палеонтологик йылъяҙмала кинәт кенә һәм тулыһынса формалашҡан хәлдә килеп сығырға тейеш.
Факттар нимә һөйләй? Факттар Изге Яҙмалағы хәбәрҙең хаҡлығын раҫлаймы, әллә Дарвин теорияһының дөрөҫлөгөн иҫбатлаймы? Һуңғы 150 йыл эсендә яһалған асыштар нимә күрһәтә?
ДАРВИНДЫҢ АҒАСЫ ҠЫРҠЫП АУҘАРЫЛҒАН
Һуңғы йылдарҙа ғалимдар бер күҙәнәкле организмдарҙың, үҫемлек һәм хайуандарҙың генетик кодтарын сағыштырып ҡараған. Был тәжрибә Дарвиндың «тормош ағасы» тураһындағы идеяһын раҫларға тейеш булған. Әммә улар көткәнсә килеп сыҡмаған.
Тикшеренеүҙәр нимә күрһәткән? 1999 йылда Малком Гордон исемле биолог былай тип яҙған: «Күрәһең, тормоштоң башланғысы күп булған. Дөйөм тормош ағасының тамыры берәү генә булмаған». Дарвин иҫәпләгәнсә, тормоштоң бөтә төп ботаҡтары бер үк олондан сыҡҡан. Ә быны раҫлаусы дәлилдәр бармы һуң? Гордон былай тип дауам итә: «Бөтә тереклектең уртаҡ ата-бабаһы бар, тигән теорияны, күрәһең, батшалыҡтарға ҡарата ҡулланып булмай. Был шулай уҡ типтарҙың да күбеһенә (ә, бәлки, хатта береһенә лә) һәм улар эсенә ингән кластарға ла ҡағылмайҙыр, моғайын» a29.
Һуңғы тикшеренеүҙәр ҙә Дарвиндың уртаҡ ата-баба тураһындағы теорияһына ҡаршы килә. Мәҫәлән, 2009 йылда бер журналда («Нью сайентист») Эрик Баптесте исемле эволюционист ғалимдың ошондай һүҙҙәре килтерелгән: «Тормош ағасының барлығын раҫлаған бер ниндәй дәлил дә юҡ»30. Шул уҡ мәҡәләлә биолог-эволюционист Майкл Роуз былай ти: «Тормош ағасы хөрмәт менән „ерләнгән“. Быны беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Әммә биологияға ҡарата ҡарашыбыҙҙы тамырынан үҙгәртергә кәрәклеген таныу күпкә ауырыраҡ шул» b31.
ҠАҘЫЛМАЛАР НИМӘ КҮРҺӘТӘ?
Күп ғалимдар бар тереклектең дөйөм башланғысы булғанлығын иҫбатлар өсөн палеонтологик йылъяҙмаға һылтана. Уларса, ҡаҙылмалар балыҡтарҙың — ер-һыу хайуандарына, ә һөйрәлеүселәрҙең имеҙеүселәргә әйләнгәнен күрһәтә. Ләкин ысынында ҡаҙылмалар нимәне асыҡлай?
Дейвид Рауп исемле палеонтолог-эволюционист былай ти: «Дарвин заманындағы геологтар ҙа, бөгөнгө геологтар ҙа тормоштоң аҡрынлап ҡына түгел, ә тигеҙһеҙ, йәғни өҙөк-өҙөк формалашҡанын асыҡлай. Был иһә тереклектең яңы төрҙәренең ҡапыл ғына барлыҡҡа килгәнен, йәшәү дәүерендә үҙгәрмәгәнен йә бик әҙ генә үҙгәргәнен, ә аҙаҡ бөтөнләйгә юҡҡа сыҡҡанын күрһәтә»32.
Ҡаҙылмаларҙың күбеһе бер төрҙәге организмдарҙың оҙаҡ ваҡыт дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалғанын күрһәтә. Бер төрҙөң икенсеһенә әйләнеүен күрһәткән дәлилдәр юҡ. Ҡабатланмаҫ тән төҙөлөшө һәм уға хас яңы үҙенсәлектәр бер мәл эсендә ҡапыл ғына пәйҙә булған. Мәҫәлән, эхолокация системаһына эйә булған ярғанаттың уға тиклем йәшәгән ябайыраҡ йәнлектән килеп сыҡҡанын күрһәтеүсе бер дәлил дә юҡ.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, хайуандарҙың яртыһынан күбеһе сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барлыҡҡа килгән. Бер-береһенән айырылып торған күп кенә яңы тормош формалары палеонтологик йылъяҙмала ҡапыл пәйҙә булғанға, белгестәр был осорҙо «Кембрий шартлауы» тип атаған. Нимә һуң ул Кембрий осоро?
Ғалимдарҙың иҫәпләүҙәрен дөрөҫкә һанап, Ер тарихын футбол яланы оҙонлоғондағы ваҡыт һыҙығы менән сағыштырайыҡ (1). Ошо яландың һигеҙҙән ете өлөшөн үткәс, палеонтологтар Кембрий осоро (2) тип атаған һыҙыҡҡа килеп етәһең. Шул осорҙоң ҡыҫҡа ғына бер киҫәгендә хайуандарҙың күп өлөшө барлыҡҡа килгән. Был ни тиклем кинәт булған? Әгәр һин артабан да атлауыңды дауам итһәң, бөтә тереклектәр төп төрҙәре буйынса һинең бер аҙымыңдан да ҡыҫҡараҡ ара эсендә ҡапыл барлыҡҡа килгән, тип әйтергә була!
Бик күп төрҙәрҙең ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡапыл барлыҡҡа килеүе эволюционистарҙа Дарвин теорияһына ҡарата шик уятҡан. Мәҫәлән, 2008 йылда биолог-эволюционист Стюарт Ньюмен үҙенең интервьюһында, тереклек төрҙәренең ҡапыл ғына пәйҙә булыуын аңлата алырҙай яңы эволюция теорияһы кәрәк, тигән. Һәм былай тип өҫтәгән: «Бөтә үҙгәрештәрҙе аңлатыр өсөн ҡулланылған Дарвин теорияһы теорияларҙың береһе генә булып ҡалыр. Ул макроэволюцияны — тән төҙөлөшөндәге ҙур үҙгәрештәр эволюцияһын — аңлатҡан теорияларҙың иң мөһиме булмаҫ»33.
ДӘЛИЛДӘРҘЕ ҠАЙҘАН ТАБЫРҒА?
Ләкин балыҡтарҙың — ер-һыу хайуандарына, ә һөйрәлеүселәрҙең имеҙеүселәргә әйләнгәнен күрһәтер өсөн ҡулланылған ҡаҙылмалар хаҡында нимә әйтергә була? Улар ысынлап та эволюцияны иҫбатлаймы? Ентекле тикшеренеүҙәр бер нисә һорау тыуҙыра.
Беренсенән, эволюцион рәттә һөйрәлеүселәрҙән имеҙеүселәргә күскән хайуандарҙың ҙурлығы дәреслектәрҙә дөрөҫ күрһәтелмәгән. Уларҙың үлсәме ысынбарлыҡҡа тап килмәй: берәүҙәрен — артыҡ ҙур, ә икенселәрен артыҡ бәләкәй итеп һүрәтләйҙәр.
Икенсе проблема тәүгеһенән дә етдиерәк: шул хайуандарҙың бер-береһе менән бәйле булыуына дәлилдәр юҡ. Тикшеренеүселәр фекеренсә, был рәттә килтерелгән хайуан ҡалдыҡтары төрлө осорҙа табылған, уларҙың ваҡыт араһы — миллионлаған йыл. Ошо хаҡта зоолог Хенри Джи былай ти: «Ҡаҙылдыҡтар араһындағы ваҡыт арауыҡтары иҫ киткес ҙур, шуға күрә лә был хайуандар араһында үҙ-ара бәйләнеш бармы, юҡмы икәнен теүәл әйтеп булмай» c34.
Балыҡтарҙың һәм ер-һыу хайуандарының ҡалдыҡтары хаҡында биолог Малком Гордон былай ти: «Ташҡа әйләнгән был ҡалдыҡтар элек йәшәгән күп төрлө тереклек тураһында бик әҙ мәғлүмәт бирә. Был организмдар һуңыраҡ йәшәгән төрҙәр менән нисек бәйле булған? Әллә бөтөнләй бәйле булмағанмы? Беҙ был турала бер ҡасан да белә алмаясаҡбыҙ» d35.
«ФИЛЬМ» НИМӘ ТУРАҺЫНДА ҺУҢ?
2005 йылда «Нэшнл джиогрэфик» журналының урыҫ телендәге бер сығарылышында палеонтологик йылъяҙма фильм менән сағыштырылған. Унда әйтелгәнсә, «эволюция хаҡындағы был фильмды монтажлағанда, һәр мең кадрҙан берәрҙе генә ҡалдырғандар»36. Был нимәне аңлата?
Күҙ алдыңа килтер: һин ҡасандыр 100 000 кадрҙан торған нәфис фильмдың 100 кадрын таптың, ти. Шуларҙы ҡарап, фильмдың эстәлеген аңлай алырһыңмы? Әлбиттә, һинең үҙ фаразың да булыуы ихтимал. Ләкин 100 кадрҙың, мәҫәлән, 5-е генә һин уйлағанға тура килеп, ҡалған 95-е бөтөнләй башҡа ваҡиға тураһында булһа, шул 5 кадрға ғына нигеҙләнеп, «фаразым дөрөҫ» тип әйтә алырһыңмы? Ә, бәлки, һин үҙең уларҙы кәрәкле тәртиптә теҙеп ҡуйғанһыңдыр? Ҡалған 95 кадрҙы тикшереп, фекереңде үҙгәртеү дөрөҫөрәк булмаҫмы?
Был миҫал эволюционистарҙың палеонтологик йылъяҙмаға бәйле ҡарашын нисек сағылдыра? Оҙаҡ йылдар дауамында тикшеренеүселәр ҡаҙылмаларҙың күбеһе — «фильмдың 95 кадры» — тере организмдарҙың төрҙәре әллә ни үҙгәрмәгәнен күрһәтә икәнен танырға теләмәгән. Ни өсөн улар ошо мөһим фактты иҫәпкә алмаған? Фәнни яҙмалар авторы Ричард Моррис былай ти: «Күрәһең, яңы асыштар ҡапма-ҡаршыһын күрһәтеп торһа ла, палеонтологтар элек үҙҙәре ҡабул иткән традицион ҡараштан тайпылырға теләмәгән. Улар, киреһенсә, ҡаҙылмалар менән бәйле факттарҙы эволюция теорияһына яраҡлаштырып аңлатырға маташҡан»37.
«Билдәле бер тәртиптә теҙелгән бер нисә ҡаҙылманы нәҫел шәжәрәһе тип атаһалар ҙа, был дөрөҫлөгөн тикшерә алырҙай фәнни гипотеза түгел әле. Был балаларға һөйләй торған әкиәткә оҡшаш. Әкиәт мауыҡтырғыс та һәм хатта фәһемле лә булырға мөмкин, әммә ул — бары тик әкиәт кенә» (Gee Henry. In Search of Deep Time—Beyond the Fossil Record to a New History of Life. 116—117 бб.)
Ә бөгөнгө эволюционистар хаҡында нимә әйтеп була? Улар ҙа ҡаҙылмаларҙы факттар һәм генетик тикшеренеүҙәр күрһәткән тәртиптә түгел, ә үҙҙәре теләгәнсә эволюцион идеяларға ярашлы тәртиптә теҙеүен дауам итә түгелме? e
Ә һин үҙең нисек уйлайһың? Беҙ ҡарап сыҡҡан факттар ниндәй һығымтаға килтерә?
Ерҙә йәшәгән беренсе организмдар «ябай» булмаған.
Күҙәнәктең хатта иң бәләкәй өлөштәренең дә осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килеүе бөтөнләй мөмкин түгел тиерлек.
ДНК — «компьютер программаһы», йәғни күҙәнәк менән идара иткән код — иҫ киткес ҡатмарлы. Ул — инженерия мөғжизәһе һәм кеше уйлап сығарған теләһә ниндәй системанан йә мәғлүмәт һаҡлау яйланмаһынан күпкә юғарыраҡ.
Генетик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бөтә тереклек бер үк ата-бабанан килеп сыға алмаған. Бынан тыш, ҡаҙылмалар тереклектең төп төрҙәре ҡапыл ғына пәйҙә булғанын раҫлай.
Ошо факттар Изге Яҙмалағы тормоштоң барлыҡҡа килеүе хаҡындағы хәбәрҙең дөрөҫлөгөн иҫбатлай түгелме ни? Шулай ҙа күптәр, Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереү хаҡындағы хәбәр фәнгә ҡаршы килә, тигән фекерҙә. Был ысынлап та шулаймы? Изге Яҙмала нимә тиелә?
a «Тип» (филум) тигән биологик термин тән төҙөлөшө оҡшаш булған хайуандарҙың ҙур төркөмөн аңлата. Тере организмдарҙы бүлеү ысулдарының береһе — ете баҫмалы классификация. Һәр яңы баҫма уға тиклем торған баҫманан тарыраҡ. Беренсеһе — иң ҙур категория — ул батшалыҡ. Унан һуң тип, класс, отряд, ғаилә, ырыу һәм төр килә. Мәҫәлән, атты ошондай классификация буйынса һүрәтләргә була: батшалыҡ — хайуандар, тип — хордалылар, класс — имеҙеүселәр, отряд — йомро тояҡлылар, ғаилә — йылҡы һымаҡтар, ырыу — ат (Equus), төр — йорт аты (Caballus).
b Шуны әйтергә кәрәк: әле генә иҫкә алынған мәҡәләнең авторҙары ла, Эрик Баптесте ла, Майкл Роуз да, эволюция теорияһы дөрөҫ түгел, тип әйтергә теләмәй. Уларса, Дарвин теорияһының нигеҙен тәшкил иткән «тормош ағасын» факттар раҫламай. Шулай ҙа был ғалимдар эволюция процесын яҡлаған дәлилдәрҙе эҙләүен дауам итә.
c Хенри Джи эволюция теорияһын кире ҡаҡмай. Уныңса, барыһын да асыҡлар өсөн, ҡаҙылмаларҙы тикшереү генә етерлек түгел.
d Малком Гордон эволюция тәғлимәте яҡлы.
e «Кеше эволюцияһы хаҡында нимә билдәле?» тигән рамканы ҡара.