Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ҺОРАУ

Изге Яҙма ышанысҡа лайыҡмы?

Изге Яҙма ышанысҡа лайыҡмы?

Һинең берәй кеше хаҡында яңылыш фекерҙә булғаның бармы? Бәлки, һин уның хаҡында йә уның нимәләр һөйләгәне хаҡында башҡаларҙан ишеткәнһеңдер һәм, ул кеше миңә оҡшамаҫ ине, тип уйлап ҡуйғанһыңдыр. Ләкин уның менән үҙең танышҡас, уны ерле юҡҡа ғәйепләгәндәрен аңлағанһың. Изге Яҙма менән дә оҡшаш хәл: күптәр уның тураһында яңылыш фекерҙә тора.

Бөгөн уҡымышлы кешеләр Изге Яҙма тураһында бик әҙ белә. Ни өсөн? Сөнки йыш ҡына уның хаҡында, ул инде иҫкергән, фәнгә ҡаршы килгән һәм, ғөмүмән, дөрөҫлөктән йыраҡ торған китап, тип әйтәләр. Бәлки, был фекер ҙә яңылыштыр?

Ошо брошюраны уҡығанда, һин, моғайын, Изге Яҙманың фән яғынан теүәл булыуына ғәжәпләнгәнһеңдер. Күп кенә кешеләр һинекенә оҡшаш хистәр кисергән. Унан да бигерәк, күп диндәрҙең өйрәткәндәре Изге Яҙмала яҙылмағанын белгәс, был уларҙы тағы ла нығыраҡ хайран ҡалдырған. Ҡайһы берәүҙәр, Изге Яҙмала Алла Ғаләмде һәм ундағы бар тереклекте тура мәғәнәләге алты көн эсендә барлыҡҡа килтергән тип яҙылған, тиҙәр. Ысынында иһә Изге Яҙмала Ғаләмдең һәм Ерҙең йәшенә ҡарата фәнни иҫәпләүҙәргә ҡаршы килерлек бер нәмә лә юҡ a.

Өҫтәүенә, Ер һәм ундағы тормошто барлыҡҡа килтереү хаҡында Изге Яҙмала ҡыҫҡаса ғына әйтелгән. Был иһә ғалимдарға тикшеренеү һәм уйланыу өсөн етерлек урын ҡалдыра. Эйе, Изге Яҙмаға ярашлы, бөтә нәмәне Алла барлыҡҡа килтергән, һәм ул бар тереклекте төрөнә ҡарап яратҡан (Башланмыш 1:11, 21, 24). Был һүҙҙәр ҡайһы бер теорияларға тап килмәһә лә, фәнни факттарға тура килә. Ваҡыт күрһәтеүенсә, теориялар килә лә китә, ә факттар ҡала бирә.

Әммә күптәр Изге Яҙманы тикшерергә ашыҡмай, сөнки улар диндәргә ышанысын юғалтҡан. Улар диндәрҙең ике йөҙлөлөгөн, ришүәт алырға яратыуын һәм һуғыштарға ҡотортоуын күрә. Әммә Изге Яҙманы кешеләрҙең тәртибенә ҡарап хөкөм итеү ғәҙелме? Күп кенә намыҫлы ғалимдар ҡайһы бер рәхимһеҙ фанатиктарҙың, эволюция теорияһын ҡулланып, расизмды аҡларға тырышыуына шаҡ ҡата. Уларҙың яуыз эштәре нигеҙендә эволюция теорияһын хөкөм итеү дөрөҫ булыр инеме? Теорияның үҙен тикшереү һәм факттар менән сағыштырыу яҡшыраҡ булмаҫмы?

Беҙ һине шул рәүешсә Изге Яҙманы ла тикшерергә саҡырабыҙ. Ундағы тәғлимәттәрҙең күп диндәрҙең өйрәткәндәренән ни тиклем ныҡ айырылып торғанын белгәс, һин хайран ҡалырһың. Изге Яҙма һуғыштарҙа ҡатнашыуҙы, этник дошманлыҡты яҡламай. Киреһенсә, ул Алла хеҙмәтселәрен һуғышмаҫҡа ғына түгел, хатта башҡаларҙы нәфрәт тә итмәҫкә өндәй, сөнки был көс ҡулланыуға килтерә (Ишағыя 2:2—4; Матфай 5:43, 44; 26:52). Изге Яҙма фанатизмды һәм һуҡыр табыныуҙы хупламай, киреһенсә, ул, ысын иман дәлилдәргә нигеҙләнергә тейеш һәм Аллаға хеҙмәт иткәндә аҡылды ҡулланыу мөһим, тип өйрәтә (Римдарға 12:1; Еврейҙарға 11:1). Ул белемгә ынтылыуҙы хөкөм итмәй, улай ғына ла түгел, кешеләрҙе быуаттар дауамында борсоған мөһим һәм ҡатмарлы һорауҙарҙы тикшерергә дәртләндерә.

Мәҫәлән, һин ошондай һорау хаҡында уйланғаның бармы: әгәр Алла бар икән, ни өсөн ул ғазаптарға юл ҡуя? Изге Яҙма ошо һәм башҡа күп һорауҙарға яуап бирә b. Шуға күрә хәҡиҡәтте эҙләүеңде дауам ит. Шунда һин дәлилдәргә нигеҙләнгән теүәл, йөрәгеңә үтеп инерлек яуаптар табырһың, һәм быларҙың барыһы ла осраҡлы хәл түгел икәненә төшөнөрһөң.

a Күберәк мәғлүмәтте «Тормош яратылған булғанмы?» тигән брошюранан (тат.) табырға була. Ул Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған.

b «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 26-сы дәресен ҡара. Ул Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған.