3-СӨ ҺОРАУ
Инструкциялар ҡайҙан килгән?
Ни өсөн һинең тышҡы ҡиәфәтең тап ошондай, ә башҡа төрлө түгел? Күҙең, сәсең һәм тәнеңдең төҫө нимәгә бәйле? Буй-һының, тән төҙөлөшөң һәм атай-әсәйеңә оҡшауыңды нимә билдәләй? Ни өсөн бармаҡ остарың бер яҡтан йомшаҡ ҡына, ә икенсе яҡтан ҡаты тырнаҡтар менән ҡапланған?
Чарлз Дарвин көндәрендә был һорауҙарға яуаптар сер пәрҙәһе менән ҡапланған булған. Дарвин үҙе бер быуындағы үҙенсәлектәрҙең икенсеһенә күсеүенә хайран ҡалған. Уның бит генетика закондары һәм күҙәнәктәге нәҫел-ара бәйләнештәрҙе билдәләүсе механизмдар хаҡында белеме булмаған тиерлек. Ғалимдар инде тиҫтәләгән йыл генетика менән шөғөлләнә һәм ДНК (дезоксирибонуклеин кислотаһы) тип аталған ғәжәйеп молекулалағы инструкцияларҙы ентекле рәүештә өйрәнә. Әммә ошондай мөһим һорау ҡала бирә: был инструкциялар ҡайҙан килгән?
Күп кенә ғалимдар нимә ти? Күп биологтар һәм башҡа ғалимдар иҫәпләүенсә, ДНК һәм ундағы кодланған инструкциялар миллионлаған йылдар буйы дауам иткән осраҡлы хәлдәр арҡаһында барлыҡҡа килгән. Улар, ДНК-ның төҙөлөшө лә, ундағы мәғлүмәт тә, уның эшмәкәрлеге лә был молекуланың аҡыллы конструкторы барлығын дәлилләмәй, ти17.
Изге Яҙмала нимә әйтелә? Изге Яҙма буйынса, тәнебеҙҙең һәр өлөшө һәм хатта уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡыты хаҡындағы мәғлүмәт авторы Алла булған образлы китапта һаҡлана. Дауыт батша, Алла тарафынан рухландырылып, был процесты ошолай һүрәтләгән: «Күҙҙәрең хатта яралғы булған сағымды күргән; әле бер өлөшөм дә булмағанда, уларҙың үҫеше тураһында барыһы ла китабыңда яҙылған булған» (Зәбур 139:16).
Факттар нимә һөйләй? Әгәр эволюция теорияһы дөрөҫ булһа, ДНК-ның осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килә алыуын раҫлаған дәлилдәр булырға тейеш. Ә инде Изге Яҙма хаҡлы булһа, ДНК-ның үҙендә уны юғары аҡылға эйә Зат барлыҡҡа килтергәненә ышандырырлыҡ дәлилдәр булырға тейеш.
ДНК-ның төҙөлөшөн ябай тел менән генә һүрәтләргә тырышһаҡ та, был беҙҙе хайран ҡалдырасаҡ. Әйҙә, күҙәнәктең эсенә тағы күҙ һалайыҡ. Был юлы беҙ кеше күҙәнәгенә иғтибар итербеҙ. Үҙеңде музейҙа икәнһең тип күҙ алдыңа килтер, унда һин күҙәнәктең нисек эшләгәнен белерһең. Был музей — кеше күҙәнәгенең 13 000 000 тапҡыр ҙурайтылған моделе. Музей үҙ ҙурлығы буйынса 70 000 кеше һыйырлыҡ стадионды хәтерләтә.
Һин музейға инәһең дә, хайран ҡалаһың: тирә-яғыңда — хикмәтле формалағы төрлө конструкциялар. Күҙәнәктең үҙәгендә тиерлек 20 ҡатлы йорт бейеклегендәге йомро ядро урынлашҡан. Һин уға табан атлайһың.
Һин «ишек» — ядроның тышҡы ҡабығы, йәғни мембрана аша үтеп, залға инәһең һәм тирә-яғыңа күҙ һалаһың. Залдың күпселек өлөшөндә 46 хромосома моделе урынлашҡан. Һәр хромосоманың үҙ пары бар. Ул парҙар төрлө бейеклектә. Яныңда торған парҙың бейеклеге 12 ҡатлы йорт самаһы булыр (1). Хромосомаларҙың һәр береһенең урта тирәһендәрәк нәҙек урыны бар, улар еп менән ҡыҫып бәйләнгән сосисканы хәтерләтә, әммә йыуанлығы буйынса мөһабәт ағас олоно кеүек. Әйтерһең дә, хромосома бауҙарҙан үрелгән. Яҡыныраҡ килеп ҡараһаң, арҡыры уралған бауҙарҙың вертикаль һыҙыҡтар менән бүленгәнен һәм улар араһында ҡыҫҡараҡ горизонталь һыҙыҡтар барлығын күрерһең (2). Былар нимә һуң? Өҫтө-өҫтөнә һалынған китаптармы? Юҡ, был — тығыҙлап теҙеп һалынған элмәктәрҙән торған бағананың тышҡы яғы. Әгәр бер элмәкте тартһаң, бағана еңел генә һүтелә башлай. Ғәжәп, әммә элмәк, үҙ сиратында, тағы ла бәләкәйерәк уратымдарҙан тора (3), улары ла матур ғына итеп тәҫләп һалынған. Ә ошо уратымдар эсендә төп экспонат — оҙон-оҙон бауға оҡшаш бер нәмә урынлашҡан. Нимә һуң ул?
ҒӘЖӘЙЕП МОЛЕКУЛАНЫҢ ТӨҘӨЛӨШӨ
Хромосома моделенең ошо өлөшөн бау тип атайыҡ. Уның ҡалынлығы 2,6 сантиметр самаһы. Бау тығыҙ итеп кәтүктәр (4) тирәләй уралған, ә кәтүктәр иһә үҙҙәре лә уратымдарҙан тора. Был уратымдар үҙенә күрә бер терәккә беркетелгән. Экспонат янындағы яҙыу былай тип аңлата: «Бау иң юғары кимәлдә рациональ йыйылған. Әгәр һин ошондай хромосоманың бауҙарын һүтһәң, уларҙың дөйөм оҙонлоғо Ер шары әйләнәһенең яртыһын тәшкил итер ине!» a
Ошо мөғжизә бер фәнни китапта «инженерия өлкәһендәге оло ҡаҙаныш» тип аталған18. Һин, был «оло ҡаҙаныштың» инженер-конструкторы юҡ, тигән фекер менән килешә алаһыңмы? Әйтәйек, ғәйәт ҙур бер магазинға индең, ти. Унда миллионлаған тауар матур итеп рәтләп һалынған, һәм һәр ҡайһы тауарҙы еңел генә табып була. Һин, тауарҙы бер кем дә рәтләп һалып йөрөмәгән, улар үҙенән-үҙе ҡуйылған, тип уйларһыңмы? Әлбиттә, юҡ! Әйткәндәй, бындай тәртипте беребеҙ ҙә ҡаҙаныш тип атамай.
Күргәҙмәләге икенсе бер яҙыу ошо бауҙы (5) ентекләберәк ҡарарға саҡыра. Ҡулыңа алғас, һин уның ғәҙәттәге бау түгел икәнен күрәһең: ул ике ептән тора, ептәр, тигеҙ ара ҡалдырып, арҡыры таяҡсалар менән тоташтырылған. Бау арҡандан яһалған бормалы баҫҡысҡа оҡшаш (6). Һәм шунда һин аңлап ҡалаһың: был бит ДНК молекулаһының моделе — йәшәү менән бәйле иң ҙур серҙәрҙең береһе!
Кәтүктәр ярҙамында күсәр тирәләй уратылып йыйылған ДНК молекулаһы хромосоманы тәшкил итә. ДНК баҫҡысының баҫмалары парлы нигеҙҙәр (7) булып тора. Улар нимәгә кәрәк? Ғөмүмән, был конструкция ниндәй функция үтәй? Тағы бер яҙыу ябай аңлатма бирә.
МӘҒЛҮМӘТ ҺАҠЛАУСЫ ИҪ КИТКЕС СИСТЕМА
«ДНК-ның сере, — тип аңлата яҙыу, — баҫмаларҙа, йәғни баҫҡыстың ике яғын тоташтырған арҡыры таяҡсаларҙа». Әгәр баҫҡысты буйға бүлһәң, һәр яғында таяҡсаларҙың өлөштәре ҡаласаҡ. Был өлөштәр тик дүрт төрлө генә була, уларҙы А, Т, Г һәм Ц хәрефтәре менән билдәләйҙәр. Ғалимдар, был «хәрефтәрҙең» урынлашыу тәртибе кодлаштырылған мәғлүмәтте аңлатҡанын асҡас, хайран ҡалған.
Һинең, моғайын, Морзе әлифбаһы хаҡында ишеткәнең барҙыр. Ул XIX быуатта телеграф аша мәғлүмәт тапшырыр өсөн уйлап сығарылған. Был код ни бары ике генә «хәрефтән» — нөктә һәм һыҙыҡтан ғына тора. Ләкин улар ярҙамында иҫәпһеҙ-һанһыҙ һүҙҙәр һәм һөйләмдәр төҙөп була. Ә ДНК-ның коды дүрт хәрефле! Төрлө тәртиптә урынлашып, А, Т, Г һәм Ц хәрефтәре төрлө «һүҙҙәр» — кодондар төҙөй. Кодондарҙан иһә гендар тип аталған «хикәйәләр» килеп сыға. Һәр ген уртаса алғанда 27 000 хәрефтән тора. Гендар һәм улар араһындағы оҙон аралар «бүлектәргә» — айырым хромосомаларға берләшкән. Ә инде 23 хромосома үҙ сиратында организм хаҡындағы тулы «китапты» — геномды тәшкил итә b.
Геномды ҙур бер китап менән сағыштырырға була. Ундай китап ни саҡлы мәғлүмәт һыйҙыра алыр ине икән? Кеше геномы ДНК баҫҡысының өс миллиард тирәһе парлы нигеҙҙән, йәғни баҫманан тороуы билдәле19. Һәр томы меңдән артыҡ биттән торған энциклопедияны күҙ алдыңа килтер. Ул саҡта геном 428 том тәшкил итер ине. Һәр күҙәнәктә геномдың күсермәһе бар икәнен иҫәпкә алһаҡ, барлығы 856 том була. Геномдағы мәғлүмәтте баҫтырып сығарырға теләһәң, һиңә тулы эш көнө, ялһыҙ-ниһеҙ 80 йыл буйы ултырырға кәрәк булыр ине.
Әммә тырышыуҙарың бушҡа булыр. Сөнки һин барыбер 100 триллион кескенә молекуланың һәр береһенә йөҙәрләгән ғәйәт ҙур томдарҙы һыйҙыра алмаҫ инең. Шул тиклем күләмдәге мәғлүмәтте ҡыҫып, сикһеҙ рәүештә бәләкәсәйтеү кеше ҡулынан килә торған эш түгел.
Молекуляр биология һәм компьютер технологиялары буйынса бер белгес былай тигән: «Ҡоро хәлдәге бер куб сантиметрҙағы ДНК триллион CD [компакт-дискыларҙа] һаҡланған мәғлүмәткә тиң күләмде һыйҙыра ала»20. Быны нисек аңларға? Әйҙә, иҫкә төшөрәйек: ДНК-ла кешенең ғәжәйеп организмын төҙөр өсөн инструкциялар, йәғни гендар бар. Һәр күҙәнәктә инструкцияларҙың тулы йыйынтығы тупланған. ДНК-ға һыйған мәғлүмәт шул тиклем ҙур, хатта уның бер балғалаҡ ҡына молекулалары Ер шарындағы кешеләр һанынан 350 тапҡырға күберәк халыҡты барлыҡҡа килтерер өсөн етерлек булыр ине! Ә бөгөнгө көндә йәшәгән барлыҡ кешене булдырыр өсөн, шул балғалаҡтың өҫтөнән генә алынған йоҡа ғына ҡатлам да етер ине21.
АВТОРҺЫҘ КИТАП БУЛАМЫ?
Кешеләр мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт һыйҙырырлыҡ бик бәләкәй яйланмалар уйлап сығарырға өйрәнгән, әммә уларҙың береһен дә ДНК менән сағыштырып булмай. Шулай ҙа компакт-диск — урынлы сағыштырыу. Үҙең уйлап ҡара: компакт-дискының рациональ дизайны, йәтеш кенә формаһы, ялтырап тороуы беҙҙе һоҡландыра, һәм беҙ, уны аҡыллы кешеләр уйлап сығарған, тигән фекергә киләбеҙ. Бигерәк тә унда берәй ниндәй файҙаһыҙ, осраҡлы мәғлүмәт түгел, ә ҡатмарлы механизмды төҙөү, уны хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау хаҡында теүәл инструкция яҙылған булһа, уны аҡылға эйә зат яҙғанына шикләнер инеңме ни? Был мәғлүмәт дискының ауырлығына ла, ҙурлығына ла тәьҫир итмәй, ләкин тап ул дискының төп ҡиммәтен тәшкил итә. Һәр китаптың авторы булған кеүек, был инструкцияны ла кемдер яҙған түгелме ни?
ДНК-ны компакт-диск йә китап менән сағыштырыу бик тә урынлы. Бер китапта геном тураһында былай тиелә: «Ысынын ғына әйткәндә, геномды китап менән сағыштырыу метафора түгел. Геном — ул китап. Ә һәр китап мәғлүмәт һаҡлай. Геном хаҡында ла шуны уҡ әйтеп була». Автор былай тип өҫтәй: «Геном — ул бик аҡыллы китап, сөнки ул кәрәк саҡта үҙенең күсермәһен яһай ҙа, үҙен-үҙе уҡый ҙа ала»22. Был һүҙҙәр ДНК-ның тағы ла бер мөһим үҙенсәлеге барлығын күрһәтә.
МЕХАНИЗМДАРҘЫҢ ЭШ ИТЕҮЕ
Был залда тып-тын, әйтерһең дә, күҙәнәктең ядроһында бер ниндәй хәрәкәт тә юҡ. Һәм тап ошо мәлдә һин бер экспонатҡа — ДНК киҫәгенең моделенә иғтибар итәһең. Витрина өҫтөндә былай тип яҙылған: «Моделдең эшен күҙәтер өсөн, төймәгә баҫығыҙ». Төймәгә баҫҡас, дикторҙың тауышын ишетәһең: «ДНК кәм тигәндә ике мөһим функция үтәй. Беренсеһе — репликация, йәғни һәр яңы күҙәнәктә тулы генетик мәғлүмәт булһын өсөн, ДНК-ның күсермәһен яһау. Ҡарағыҙ, был нисек эшләнә».
Витринаның ишегенән ҡатмарлы бер механизм килеп сыға. Был механизм үҙ-ара беркетелгән бер нисә роботтан тора икән. Ул ДНК-ға барып тоташа ла, уның буйынса рельстар буйлап йөрөгән поезд кеүек хәрәкәт итә башлай. Ул шул тиклем тиҙ бара, хатта һин уның нисек эшләгәнен яҡшылап ҡарарға ла өлгөрә алмайһың. Ләкин шуныһы күҙгә ташлана: «поезд» үтеп киткәс, уның артынан инде бер түгел, ә ДНК-ның ике бауы һуҙылып ҡала.
Диктор артабан аңлата: «Бында ДНК-ның репликацияһы сиктән тыш ябайлаштырып күрһәтелгән. Ферменттарҙан торған механизм ДНК буйлап барғанда, башта уны ике бауға бүлә, ә шунан уларҙың һәр береһен ҡулланып, комплементар бау (өҫтәмә бау) яһай. Әлбиттә, бөтә процестарҙы ла күрһәтеү мөмкин түгел, мәҫәлән, репликация механизмы алдынан барған кескенә яйланманы. Ул ДНК-ның бер бауын, артыҡ тығыҙ уралмаһын өсөн, ситкәрәк айыра бара. Шулай уҡ ДНК-ның нисек итеп ҡат-ҡат „корректура“ үтеүен дә күрһәтеп булмай. Корректура ваҡытында табылған хаталар иҫ киткес теүәллек менән төҙәтелә бара». ( 16-сы һәм 17-се биттәрҙәге рәсемдәрҙе ҡара.)
Диктор дауам итә: «Шулай ҙа беҙ һиңә был процестың тиҙлеген күрһәтә алабыҙ. Әлбиттә, һин был „поездың“ бик тиҙ йөрөгәненә иғтибар иткәнһеңдер. Ферменттарҙан торған механизм ДНК „рельстары“ буйлап секундына 100 баҫма, йәғни 100 нигеҙле пар үтә23. Әгәр рельстар буйлап йөрөгән ысын поезд менән сағыштырһаҡ, беҙ тикшергән был механизм сәғәтенә 80 километр тиҙлек менән йөрөр ине. Ә бактериялар хаҡында әйткәндә, уларҙағы кескенә репликация механизмдары ун тапҡыр тиҙерәк хәрәкәт итә ала! Кеше күҙәнәгендә ДНК „рельстарының“ төрлө өлөштәрендә йөҙләгән шундай яйланмалар эшләй. Геномдың тулы күсермәһе һигеҙ сәғәт эсендә яһала»24. (20-се биттәге «Уҡып һәм күсермәһен яһап булған молекула» тигән рамканы ҡара.)
ДНК МОЛЕКУЛАҺЫ НИСЕК «УҠЫЛА»?
ДНК-ның күсермәһен яһаусы роботтар үтеп киткәс, витринала икенсе бер механизмды күрәбеҙ. Уныһы инде ДНК буйлап әкренерәк бара. Һин ДНК бауының шул механизмдың бер яғынан инә, ә икенсе яғынан үҙгәрешһеҙ рәүештә сыға барыуын күрәһең. Әммә уның башҡа бер тишегенән таҫмаға оҡшаш яңы бер еп сыға. Быныһы нимә һуң?
Диктор аңлата: «Был ДНК-ның икенсе функцияһы — транскрипция. ДНК үҙенең ышыҡ урынынан — күҙәнәктең ядроһынан — бер ҡасан да сыҡмай. Улай булғас, гендар — организмдың аҡһымдарын төҙөр өсөн кәрәкле „инструкциялар“ — нисек уҡыла һәм үтәлә һуң? Бының өсөн айырым бер яйланма бар. Күҙәнәк ядроһына химик сигналдар керә һәм кәрәкле генды ҡабыҙа. Яйланма ДНК-ла шул ген булған урынды таба, һәм РНК (рибонуклеин кислотаһы) тип аталған молекула ярҙамында гендың күсермәһен яһай. РНК үҙенең төҙөлөшө буйынса ДНК-ның бер бауын хәтерләтә, әммә ул икенсе төрлөрәк. Уның функцияһы — гендарҙағы кодлаштырылған мәғлүмәтте уҡыу. РНК, мәғлүмәтте алғас, ядронан сығып китә лә, рибосомаға бара. Рибосомала иһә РНК алып килгән мәғлүмәт ярҙамында аҡһымдар яһала».
Был экспонаттарға ҡарап, һин хайран ҡалаһың. Шулай уҡ ошо күргәҙмәне булдырған кешеләрҙең оҫталығы һәм зирәклеге лә һине һоҡландыра. Ә инде экспонаттарҙың барыһын бер юлы хәрәкәткә килтереп, кеше организмында бер үк ваҡытта барған меңләгән процестарҙы күреү мөмкин булһа, ул ниндәй шаҡ ҡатырғыс күренеш булыр ине!
Ошо процестарҙың кескенә ҡатмарлы механизмдар ярҙамында организмыңдың 100 триллион күҙәнәге эсендә тап әлеге мәлдә башҡарылыуы һинең аңыңа барып етәме?! Һинең ДНК-ңдағы мәғлүмәт йөҙәр мең төрлө аҡһым төҙөү өсөн ҡулланыла. Был аҡһымдарҙан иһә ферменттар, туҡымалар, органдар һәм башҡа нәмәләр булдырыла. Тап әлеге мәлдә организмыңдағы һәр яңы күҙәнәк кәрәкле инструкциялар алһын өсөн, ДНК-ңа күсермә яһала, ә күсермә корректура үтә.
БЫЛ ФАКТТАР НИНДӘЙ ӘҺӘМИӘТКӘ ЭЙӘ?
Иң баштағы һорауға яңынан ҡайтайыҡ: был инструкциялар ҡайҙан килгән? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, инструкциялар китабын юғары аҡылға эйә Зат «яҙған». Бындай һығымта заманса түгел һәм фәнгә ҡаршы килә, тип әйтеп буламы?
Уйлап ҡара: юғарыла һүрәтләнгән музейҙы кешеләр ысынбарлыҡта булдыра алыр инеме? Әгәр уны төҙөй башлаһалар, улар етди ауырлыҡтарға осрар ине. Сөнки кешеләр геном һәм уның функциялары хаҡында бик әҙ белә. Ғалимдар гендарҙың теүәл ҡайҙа урынлашҡанын һәм ниндәй эш башҡарғанын һаман асыҡлай алмай, гендар бит ДНК-ның бик бәләкәй өлөшөн биләй. Ә ДНК-ның гендар булмаған оҙон өлөштәре хаҡында нимә әйтергә була? Ошоға ҡәҙәр ғалимдар шул өлөштәрҙе «файҙаһыҙ» тип атай ине, ләкин хәҙер улар үҙ ҡарарын үҙгәртте. Бәлки, ДНК-ның был өлөштәре гендарҙың нисек һәм ниндәй кимәлдә файҙаланылыуын контролдә тоталыр. Хатта ғалимдар ДНК-ның тулайым моделен, шулай уҡ уның күсермә яһау һәм төҙәтеү механизмдарын төҙөй алған хәлдә лә, уны, ысын ДНК кеүек эшләп китһен өсөн, «тоҡандырып» ебәрә алырҙар инеме?
Ричард Фейнман тигән атаҡлы ғалим вафат булырынан алдараҡ ошондай һүҙҙәр яҙған: «Үҙем аңлай алмаған нәмәне мин булдыра ла алмайым»25. Уның намыҫлы һәм кеселекле булыуы ихтирам уята, ә әйткән һүҙҙәрен ДНК-ға ҡарата ҡулланырға була. Ғалимдар ДНК-ны һәм уның репликация, транскрипция механизмдарын төҙөй алмай, сөнки уларҙы аңларға хәлдәренән килмәй. Шулай ҙа ҡайһы бер белгестәр, беҙ беләбеҙ, ДНК кәрәкле шарттарҙың осраҡлы рәүештә тап килеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, тип әйтә. Һинеңсә, әле ҡарап сыҡҡан факттар ошо фекерҙе раҫлаймы?
Ә икенсе бер ғалимдар ошо факттар тап киреһен раҫлай икәнен күрә. Мәҫәлән, ДНК-ның ике спиралдән торған структураһын асыуҙа ҡатнашҡан ғалим Френсис Крик, шундай теүәл төҙөлгән ҡатмарлы молекуланың үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүе мөмкин түгел, ти. Уныңса, ДНК-ны Ергә унан ситтә йәшәүсе цивилизация вәкилдәре ебәргән, һәм шулай итеп бында тормош башланған26.
50 йыл буйы атеизмды яҡлаған атаҡлы философ Энтони Флю күптән түгел генә үҙ ҡарашын үҙгәрткән. 81 йәшенә еткәс, ул тормошто аҡылға эйә булған бер зат барлыҡҡа килтергәнен таный башлаған. Үҙ ҡарашын үҙгәртергә уны нимә мәжбүр иткән? ДНК молекулаһын тикшереү. Унан: «Әгәр яңы ҡараштарығыҙҙы ғалимдар хупламаһа, ни әйтерһегеҙ?» — тип һорағандар. Ул: «Бик ҡыҙғаныс булыр. Ғүмерем буйы мин „факттарҙан тайпылмаҫҡа“ тигән принцип буйынса йәшәргә тырыштым», — тип яуап биргән27.
Ә һин үҙең нисек уйлайһың? Факттар ҡайҙа алып бара һуң? Әйтәйек, һин заводта машиналар залында компьютер күрҙең, ти. Уға бөтә процесс менән идара итеүсе программа индерелгән. Өҫтәүенә, был программа ҡорамалдар етештереү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү буйынса өҙлөкһөҙ рәүештә инструкциялар ебәреп тора. Шулай уҡ ул үҙенең күсермәһен яһай, хаталар китһә, уларҙы шунда уҡ төҙәтә бара. Үҙең күргән ошо факттарҙан һуң һин ниндәй фекергә килерһең? Был компьютер һәм программа үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгәнме, әллә уны аҡыллы кешеләр уйлап сығарғанмы? Яуап билдәле.
a «Күҙәнәктең молекуляр биологияһы» (Molecular Biology of the Cell) тигән дәреслектә башҡа бер миҫал килтерелә. Унда, ошондай оҙон бауҙы күҙәнәктең ядроһы эсенә урынлаштырыуҙы 40 километр оҙонлоҡтағы нәҙек епте теннис тубына һыйҙырырға тырышыу, һәм уның һәр ҡайһы өлөшөн еңел генә таба алырлыҡ итеп йыйнаҡ рәүештә эшләргә маташыу менән сағыштырып була, тип әйтелә.
b Һәр күҙәнәктә геномдың ике тулы күсермәһе, йәғни 46 хромосома бар.