1-СЕ ҺОРАУ
Тормош нисек барлыҡҡа килгән?
Балаларҙы ҡайҙан алалар? Һин дә атай-әсәйеңә шундай һорау биргәнең булғандыр. Улар, ғәҙәттә, нимә тип яуап бирә ине? Һинең йәшеңә һәм үҙҙәренең тәрбиәһенә ҡарап, улар йә өндәшмәй ҡала, йә нисек аңлатырға белмәй, «үҫкәс, белерһең әле» тип әйтә торған булғандыр. Ә, бәлки, «ҡойонан һыу алғанда, биҙрәгә эләгеп килеп сыҡтың» йәки «торна килтерҙе» тип һөйләгәндер. Үҫә килә һин быларҙың әкиәт икәнен аңлағанһың. Әммә оло тормош юлына аяҡ баҫыр һәм ғаилә ҡорорға әҙерләнер өсөн, егеттәргә лә, ҡыҙҙарға ла был һорауға яуапты белергә кәрәк.
Ата-әсәләр балаларҙың ҡайҙан алынғанын аңлатҡанда ҡыйынһынған кеүек, ғалимдар ҙа, тормош нисек башланған, тигән һорауға яуап бирергә ауырһына. Ошо һорауға ышаныслы яуап кешенең тормошҡа ҡарата ҡарашына көслө йоғонто яһарға мөмкин. Тормош нисек барлыҡҡа килгән һуң?
Күп кенә ғалимдар нимә ти? Эволюция яҡлыларҙың күбеһе, тормош миллиардлаған йылдар элек океан тәрәнлектәрендә барлыҡҡа килгән, тип әйтә. Улар фекеренсә, тап шунда химик элементтар, үҙенән-үҙе ҡыуыҡсаларға оҡшаш ҡушылмаларға тупланып, ҡатмарлы молекулалар булдырған һәм үрсей башлаған. Ерҙәге бөтә тормош бер йәки бер нисә шундай «ябай» күҙәнәктән осраҡлы рәүештә килеп сыҡҡан, тип ышана улар.
Эволюцияға ышанған башҡа ғалимдар икенсе фекерҙә тора. Улар, тәүге күҙәнәктәр йә уларҙың төп өлөшсәләре космостан килеп эләккән, тип раҫлай. Ни өсөн улар шундай фекергә килгән? Сөнки ғалимдар, нисек кенә тырышһа ла, йәшәүҙең тере булмаған матдәләрҙән барлыҡҡа килә алыуын иҫбат итә алмаған. 2008 йылда биология профессоры Александр Менеж ошо проблемаға иғтибар иткән. Уныңса, һуңғы 50 йыл дауамында «үткәрелгән тәжрибәләр Ерҙәге тормоштоң молекуляр ҡатнашманан осраҡлы рәүештә килеп сыҡҡанын дөрөҫләмәй һәм фәнни белем дә был фаразды дәлилләмәй»1.
Факттар нимә һөйләй? Балаларҙың ҡайҙан килеп сығыуы барыһына ла билдәле һәм бәхәстәр тыуҙырмай. Тере йән һәр осраҡта ла бығаса инде булған тере йәндән барлыҡҡа килә. Әммә ошо үҙгәрмәҫ ҡанун боҙолған булып сығамы ни? Тормош тере булмаған химик матдәләрҙән барлыҡҡа килә алғанмы? Бының булыуы ни тиклем ихтимал?
Тикшереүселәр бындай һөҙөмтәгә килгән: күҙәнәктең йәшәүе һәм эшмәкәрлеге өсөн кәм тигәндә өс төрлө ҡатмарлы молекуланың — ДНК (дезоксирибонуклеин кислотаһы), РНК (рибонуклеин кислотаһы) һәм аҡһымдың — бергә эш итеүе кәрәк. Бөгөн ғалимдарҙың бик аҙы ғына, тере күҙәнәк тере булмаған матдәләрҙең ҡушылыуы арҡаһында осраҡлы рәүештә килеп сыҡҡан, тип раҫлар. Ләкин РНК йәки аҡһымдың осраҡлы рәүештә килеп сығыу ихтималлығы ниндәй? a
1953 йылда тәүге тапҡыр бер тәжрибә үткәрелгән. Унан һуң күп кенә ғалимдар, тормош осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килә алған, тигән һығымтаға килгән. Шул йылда Стэнли Миллер бер нисә аминокислота булдыра алған, улар иһә аҡһым төҙөр өсөн төп элемент булып тора. Ул Ерҙең тәүге атмосфераһын тәшкил иткән газдар ҡушылмаһы аша электр разряды үткәргән. Һуңыраҡ аминокислоталар метеориттарҙа ла табылған. Әммә был асыштар, аминокислоталар — тормоштоң төп «кирбестәре» — осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килгән, тигәнде аңлатамы һуң?
Нью-Йорк университетынан химия профессоры Роберт Шапиро былай тигән: «Ҡайһы бер ғалимдар, тормоштоң бөтә „кирбестәрен“ дә Миллер тәжрибәһе ярҙамында булдырып була, һәм улар метеориттарҙа бар, тип уйлай. Әммә был улай түгел» b2.
РНК молекулаһына иғтибар итәйек. Ул нуклеотид тип аталған бәләкәйерәк молекулаларҙан тора. Нуклеотид, аминокислота менән сағыштырғанда, бер аҙ ҡатмарлыраҡ. Роберт Шапиро былай ти: «Әлегә нуклеотидтар электр разряды ярҙамында үткәрелгән тәжрибә һөҙөмтәһендә лә булдырылмаған, метеориттарҙа ла табылмаған»3. Уныңса, осраҡлы рәүештә химик элементтар ҡушылмаһынан үрсей торған РНК-ның барлыҡҡа килеү ихтималлығы «шул тиклем бәләкәй, әгәр ундай хәл була ҡалһа, ул Ғаләмдәге иң ғәжәйеп осраҡ булыр ине»4.
Ә аҡһым молекулаһы хаҡында нимә әйтергә була? Һәр молекула үҙ-ара билдәле бер тәртиптә бәйләнгән 50 аминокислотанан, ә ҡайһы саҡта бер нисә мең аминокислотанан торорға мөмкин. «Ябай» күҙәнәктә эш итеүсе аҡһым, ғәҙәттә, 200 аминокислотанан тора. Ләкин хатта шундай күҙәнәктә лә меңләгән төр аҡһым була. Аҡһымдың 100 аминокислотанан торған ни бары бер генә молекулаһының Ерҙә осраҡлы хәлдә барлыҡҡа килеү ихтималлығы квадриллиондан яҡынса бергә тигеҙ (1:1 000 000 000 000 000).
Әгәр ҡатмарлы молекулаларҙы лабораторияла булдырыу өсөн ғалимдарҙың белеме һәм тырышлығы кәрәк икән, улайһа тағы ла ҡатмарлыраҡ молекулалар нисек осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килә алған һуң?
Эволюция яҡлы ғалим Хьюберт Йоки ҡәтғи рәүештә: «Тормоштоң аҡһымдарҙан барлыҡҡа килеүе мөмкин түгел»5, — тип белдерә. Аҡһым төҙөр өсөн бит — РНК, ә РНК булдырыр өсөн аҡһым кәрәк. Ләкин бының ихтималлығы үтә бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, әйтәйек, аҡһым һәм РНК молекулалары бер үк урында һәм бер үк ваҡытта осрашты икән, ти. Шул мәлдә улар, үҙ алдына берләшеп, үҙенән-үҙе үрсей алырлыҡ тормош формаһын барлыҡҡа килтерә алыр инеме? «Бындай осраҡ (аҡһым менән РНК-ның үҙ алдына берләшеүе) бөтөнләй була алмаҫлыҡ хәл, тип әйтеп була», — ти НАСА ағзаһы Кэрол Клиленд c. «Ә шулай ҙа, — ти ул, — тикшеренеүселәрҙең күбеһе әйтеүенсә, әгәр улар аҡһым һәм РНК-ның башланғыстағы тәбиғи шарттарҙа нисек үҙ аллы барлыҡҡа килгәнен аңлаһа, уларҙың нисек бергә эш иткәне үҙенән-үҙе асыҡланасаҡ». Тормоштоң иң тәүге «кирбестәренең» осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килеүе хаҡындағы заманса теориялар тураһында ул: «Уларҙың береһе лә бының нисек булғанын асыҡ ҡына аңлата алмай»6, — ти.
Был факттар ниндәй әһәмиәткә эйә? Уйлап ҡара, тормош осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килгән, тип уйлаған ғалимдар ниндәй ауыр хәлгә эләккән. Улар тере күҙәнәктә булған ҡайһы бер аминокислоталарҙы булдыра алған. Ныҡлап әҙерләнеп, ентекле күҙәтеү аҫтында тәжрибәләр үткәреп, улар тағы ла ҡатмарлыраҡ молекулалар килтереп сығарған. Ахыр сиктә улар «ябай» күҙәнәк булдырыу өсөн кәрәкле бөтә өлөштәрҙе лә барлыҡҡа килтерергә ниәтләй. Был ғалимдар робот яһаған кешегә оҡшаш. Ул кеше, тәбиғәттәге элементтарҙан металл, пластик, силикон кеүек материалдарҙы яһап, роботты барлыҡҡа килтерә. Шунан ул роботҡа үҙе кеүек үк роботтар яһап сығарһын өсөн программа төҙөй. Әммә был кешенең ошо тырышлыҡтары нимәне иҫбатлай? Иң күбендә, аҡылға эйә заттың ғәжәйеп техника яһарға һәләтле икәнен генә раҫлай.
Шуның кеүек үк, әгәр ғалимдар күҙәнәк уйлап сығара алһа, был ғәжәп хәл булыр ине. Ләкин был факт күҙәнәктең осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килгәнен раҫлау булыр инеме? Юҡ! Был тап киреһен иҫбат итеү булыр ине!
Ә һин үҙең нисек уйлайһың? Бөтә фәнни факттар шуны дәлилләй: тормош бығаса инде булған тормоштан ғына барлыҡҡа килә ала. Хатта «ябай» ғына тере күҙәнәктең дә осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килгәненә ышаныр өсөн ғәйәт ҙур иман кәрәк.
Шундай иманға эйә булыр өсөн, төплө нигеҙең бармы? Ошо һорауға яуап бирерҙән алда күҙәнәктең нисек төҙөлгәнен ҡарап сыҡ. Шунан уйлап ҡара: ғалимдарҙың «Тормош нисек барлыҡҡа килгән?» тигән һорауға яуаптары аҡыллы булып күренәме, әллә ата-әсәләрҙең балаларҙың килеп сығыуы хаҡында һөйләгән әкиәттәренә оҡшашмы?
a ДНК-ның осраҡлы рәүештә килеп сығыу ихтималлығы «Инструкциялар ҡайҙан килгән?» тигән 3-сө бүлектә ҡаралыр.
b Профессор Шапиро тормоштоң барлыҡҡа килтерелгәненә ышанмай. Уныңса, тормош әлегә билдәһеҙ ысул менән үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан. 2009 йылда Манчестер университеты (Англия) ғалимдары лабораторияла бер нисә нуклеотид булдыра алғандары хаҡында хәбәр иткән. Ләкин Шапиро әйтеүенсә, улар ҡулланған ысулдар «беҙҙе бер ҡасан да РНК донъяһына алып килмәйәсәк».
c Кэрол Клиленд тормоштоң барлыҡҡа килтерелгәненә ышанмай. Уныңса, тормош осраҡлы рәүештә әлегә беҙгә билдәһеҙ ысул менән яралған.