2-СЕ ҺОРАУ
«Ябай» күҙәнәк ысынлап та шулай ябаймы?
Беҙҙең организм — Ғаләмдәге иң ҡатмарлы системаларҙың береһе. Ул яҡынса 100 триллион кескенә күҙәнәктән тора. Шулар араһында — мейе күҙәнәктәре, һөйәк, ҡан һәм башҡа төрлө күҙәнәктәр7. Дөйөм алғанда, кеше тәнендә күҙәнәктәрҙең 200-ҙән ашыу төрө бар8.
Бер-береһенән формаһы һәм функцияһы яғынан айырылып торһа ла, күҙәнәктәр ҡатмарлы бер бөтөн системаны тәшкил итә. Был система менән сағыштырғанда, миллионлаған компьютерҙар һәм кабелдәрҙән торған юғары тиҙлектәге интернет уйынсыҡ кеүек кенә. Хатта иң ябай күҙәнәк тә үҙенең техник төҙөлөшө буйынса кеше уйлап сығарған бөтә нәмәнән дә күпкә юғарыраҡ. Әммә кешенең тәнен тәшкил иткән күҙәнәктәр нисек барлыҡҡа килгән һуң?
Күп кенә ғалимдар нимә ти? Тере күҙәнәктәр ике төркөмгә бүленә: ядролы һәм ядроһыҙ күҙәнәктәр. Кеше, хайуан һәм үҫемлек күҙәнәктәренең ядроһы бар, ә бактерияларҙыҡы — юҡ. Ядролы күҙәнәктәр — эукариотик, ә ядроһыҙҙар прокариотик тип атала. Төҙөлөшө буйынса прокариоттар эукариоттарға ҡарағанда ябайыраҡ булғанға, күптәр, хайуан һәм үҫемлектәрҙең күҙәнәктәре бактерияларҙың күҙәнәктәренән эволюция һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан, тип уйлай.
Мәҫәлән, күп ғалимдар аңлатыуынса, миллионлаған йылдар дауамында ҡайһы бер «ябай» прокариотик күҙәнәктәр күрше күҙәнәктәрҙе «йотҡан», әммә уларҙы «эшкәртә» алмаған. Был теория буйынса, «аҡылға эйә булмаған» тәбиғәт «йотолған» күҙәнәктәрҙең функцияһына ҙур үҙгәрештәр индерергә, шул уҡ ваҡытта «йотҡан» күҙәнәктәр бүленгән саҡта «йотолған» күҙәнәктәрҙе уларҙың эсендә ҡалдырырға өйрәнгән a9.
Изге Яҙмала нимә әйтелә? Изге Яҙма буйынса, Ерҙәге тормошто юғары аҡылға эйә Зат барлыҡҡа килтергән. Унда логикаға нигеҙләнгән ошондай фекер яҙылған: «Әлбиттә, һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе — Алла» (Еврейҙарға 3:4). Икенсе бер өҙөктә былай тиелә: «Эй Йәһүә, ҡылған эштәрең шул тиклем күп! Һин уларҙың барыһын зирәклек менән яратҡанһың. Ер йөҙө һин булдырған нәмәләр менән тулы. ...Унда ҙурыһынан алып кесеһенә ҡәҙәр мыжғып торған тере йәндәрҙең иҫәбе лә, хисабы ла юҡ» (Зәбур 104:24, 25).
Факттар нимә һөйләй? Микробиологиялағы алдынғы асыштар ябай прокариотик күҙәнәк эсендәге ғәжәйеп донъяны күрергә ярҙам итте. Эволюция яҡлы ғалимдар әйтеүенсә, иң тәүге тере күҙәнәктәр тап шундай булған10.
Эволюция теорияһы дөрөҫ булһа, ул беренсе «ябай» күҙәнәктең нисек итеп осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килгәнен ышандырырлыҡ итеп аңлата белергә тейеш. Әгәр инде тормош барлыҡҡа килтерелгән икән, хатта иң бәләкәй генә организмдың төҙөлөшө уның инженеры барлығын күрһәтеп торорға тейеш. Әйҙәгеҙ, прокариотик күҙәнәкте эске яҡтан ҡарап сығайыҡ. Уны тикшергәндә үҙеңә: «Ошондай күҙәнәктең осраҡлы рәүештә килеп сығыуы мөмкинме?» — тигән һорау бир.
ҺАҠЛАУСЫ СТЕНА
Прокариотик күҙәнәк эсенә «экскурсияға» инер өсөн, һиңә ошо һөйләм аҙағындағы нөктәнән йөҙәрләгән тапҡырға бәләкәйерәк булып китергә кәрәк. Башта һиңә тығыҙ һәм һығылмалы мембрана аша үтергә тура килер. Был мембрана заводты уратып алған кирбес стена ролен үтәй. Ҡағыҙ битенән 10 000 тапҡырға йоҡараҡ булһа ла, мембрананың төҙөлөшө кирбес стенаға ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ. Ҡайһы яҡтарҙан?
Мембрана, завод стенаһы кеүек үк, күҙәнәкте төрлө ҡурҡыныстарҙан һаҡлай. Тик кирбес стенанан айырмалы рәүештә, мембрана аша үтеп була. Мембрана үҙе аша бәләкәс молекулаларҙы, мәҫәлән, кислородты үткәреп, күҙәнәккә «тын алырға» мөмкинлек бирә. Ләкин ул күҙәнәктең рөхсәтенән тыш ҡатмарлыраҡ һәм зыян килтерә алырҙай молекулаларҙы индермәй. Мембрана шулай уҡ файҙалы молекулаларҙы күҙәнәк эсендә тотоп тора. Ул быны нисек эшләй һуң?
Завод миҫалына ҡайтайыҡ. Һәр заводта ла һаҡсылар бар. Улар ҡапҡа аша нимә индерелгәнен һәм нимә сығарылғанын күҙәтә. Шуның кеүек үк, күҙәнәктең мембранаһына ҡапҡа һәм һаҡсылар вазифаһын үтәүсе махсус аҡһым молекулалары беркетелгән.
Ҡайһы бер аҡһым молекулаларының (1), билдәле бер төрҙәге молекулаларҙы эске йә тышҡы яҡҡа үткәреү өсөн, үтәнән-үтә тишеге бар. Икенсе молекулалар иһә мембрананың (2) бер яғынан ғына асыҡ. Уларҙың тик билдәле бер формалағы матдәләрҙе генә «ҡабул итеү урыны» (3) бар. «Йөк» килһә, аҡһымдың икенсе яғы асыла һәм мембрана аша уны үткәреп ебәрә (4). Хатта иң ябай күҙәнәктәрҙә лә ошондай процестар башҡарыла.
«ЗАВОДТА»
Күҙ алдыңа килтер: әйтәйек, «һаҡсылар» һине үткәреп ебәрҙе, ти, һәм хәҙер һин күҙәнәктең эсендә. Күҙәнәктең эсе туҡлыҡлы матдәләр, тоҙҙар һәм башҡа берләшмәләр менән тулы. Уларҙы ҡулланып, күҙәнәк үҙенә кәрәкле продукттар етештерә. Тик был процесс тәртипһеҙ рәүештә бармай. Эшмәкәрлеге яҡшы ойошторолған заводтағы кеүек, күҙәнәк үҙ эсендәге меңәрләгән химик реакцияларҙы теүәл тәртиптә эҙмә-эҙлекле алып бара.
Аҡһымдар төҙөр өсөн күҙәнәк күп ваҡытын сарыф итә. Уларҙы ул нисек төҙөй? Һин уның нисек итеп 20 төрлө «кирбес» — аминокислоталар яһағанын күрәһең. Аминокислоталар рибосомаларға (5) килеп, унда билдәле бер тәртиптә берләшәләр ҙә кәрәкле аҡһымды барлыҡҡа килтерәләр. Заводтағы процесс төп компьютер программаһы ярҙамында алып барыла. Күҙәнәктә лә күп кенә функциялар ДНК (6) тип аталған «компьютер программаһы», йәғни төп код буйынса башҡарыла. ДНК рибосомаға ниндәй аҡһымды нисек итеп төҙөргә кәрәклеге хаҡында ентекле күрһәтмәнең күсермәһен ебәрә (7).
Аҡһым төҙөлгән саҡта ғәжәп хәл була. Һәр аҡһым өс үлсәмле структураға (8) урала. Ошо структура аҡһымдың «профессияһын» билдәләй b. Двигателдәр йыйыу конвейерын күҙ алдыңа килтер. Двигатель эшләһен өсөн, һәр деталь сифатлы итеп яһалырға тейеш. Аҡһым хаҡында ла шуны уҡ әйтергә була: әгәр дөрөҫ йыйылмаһа, ул үҙ функцияһын үтәй алмай йә хатта күҙәнәккә зыян да килтереүе бар.
Ә аҡһым кәрәкле урынға юлды нисек таба? Уға «адрес яҙылған бирка» тағылған, уның ярҙамында ул үҙенең «эш урынына» килә. Минут һайын меңәрләгән аҡһым төҙөлөп һәм ебәрелеп торһа ла, уларҙың береһе лә аҙашмай, үҙенә тәғәйен урынға килә.
Был факттар ниндәй әһәмиәткә эйә? Хатта иң ябай организмдарҙағы ҡатмарлы молекулалар ҙа үҙенән-үҙе үрсей алмай. Күҙәнәктән тыш улар тарҡала, әммә күҙәнәк эсендә булған хәлдә лә бүленер өсөн уларға башҡа ҡатмарлы молекулаларҙың ярҙамы кәрәк. Мәҫәлән, «энергия аккумуляторы» ролен үтәүсе аденозинтрифосфат (АТФ) тип аталған молекуланы төҙөр өсөн, ферменттар кәрәк. Әммә шул уҡ ваҡытта, ферменттар булдырыр өсөн, АТФ-тың энергияһы кәрәк. Шуның кеүек үк, ДНК (был молекула хаҡында һүҙ 3-сө бүлектә барасаҡ) ферменттар төҙөр өсөн кәрәк, ә ДНК-ны булдырыр өсөн ферменттар талап ителә. Шулай уҡ башҡа аҡһымдар ҙа күҙәнәк тарафынан ғына булдырыла, ә күҙәнәк үҙе иһә тик аҡһымдар ярҙамында ғына барлыҡҡа килә c.
Микробиолог Раду Поупа, Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтерелеү хаҡындағы хәбәргә ышанмаһа ла, 2004 йылда ошондай һорау күтәргән: «Әгәр беҙҙең бөтә тәжрибәләребеҙ ҙә уңышһыҙ булған икән, тәбиғәт нисек итеп тормошто булдыра алған һуң?»13 Артабан ул былай тигән: «Тере күҙәнәктең эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле механизмдар шул тиклем ҡатмарлы, уларҙың бер үк ваҡытта осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килеүе һис тә мөмкин түгел»14.
Ә һин үҙең нисек уйлайһың? Эволюция теорияһы яҡлылар, йәшәү Алланың ҡыҫылышынан тыш барлыҡҡа килгән, тип аңлатырға тырыша. Ләкин ғалимдар күберәк асыштар яһаған һайын, тормоштоң осраҡлы рәүештә килеп сығыуы мөмкин түгел икәне асығыраҡ күренә бара. Ошо проблеманы урап үтер өсөн, эволюция яҡлы ҡайһы бер ғалимдар йәшәүҙең барлыҡҡа килеүе хаҡындағы һорауҙы эволюция теорияһынан айырым ҡарарға тәҡдим итә. Әммә был дөрөҫмө һуң?
Эволюция теорияһы, йәшәү бер-бер артлы барған бәхетле осраҡлыҡтар арҡаһында килеп сыҡҡан, тигән фекергә нигеҙләгән. Артабан инде күп кенә башҡа осраҡлы ваҡиғалар ғәйәт күп төрлө һәм иҫ киткес ҡатмарлы тере организмдарҙың барлыҡҡа килеүенә килтергән. Ләкин, әгәр теорияның нигеҙе юҡ икән, уға таянған башҡа теориялар менән нимә булыр һуң? Әлбиттә, нигеҙе булмаған күп ҡатлы йорт емерелгән кеүек, тормоштоң килеп сығыуын аңлата алмаған эволюция теорияһы ла тарҡаласаҡ.
«Ябай» күҙәнәктең төҙөлөшөн һәм эшен ҡарап сыҡҡандан һуң, һин ниндәй фекергә килдең: быларҙың барыһы осраҡлы хәлме, әллә аҡылға эйә конструкторҙың оҫталығымы? Әгәр һаман да шикләнәһең икән, әйҙә, бөтә күҙәнәктәрҙең дә эше өсөн яуаплы булған төп «программа» менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.